Бынан сирек быуат элек, ғинуар айында, Башҡортостан Республикаһының Министрҙар кабинеты тарафынан Нефтекама ҡалаһында Башҡорт дәүләт филармонияһының филиалын асыу тураһында ҡарар ҡабул ителгәйне. 25 йыл, тарих өсөн әллә ни күп ваҡыт булмаһа ла, кеше яҙмыштары өсөн байтаҡ ғүмер. Байрам фанфараларын яңғыратыу, яңы мәҙәниәт усағы асылыу тантанаһын уҙғарыу менән, филармония ҡыйыу рәүештә үҙенең тәүге аҙымдарын яһап, әүҙем эшмәкәрлек йәйелдереп ебәрҙе.
Йылдар теҙмәһен ныҡышмал, тырыш, фиҙакәр, ихлас хеҙмәттәре менән тулыландыра барып, ижади коллективтар – башҡорт, татар, мари, цирк эстрада төркөмдәре, “Түңгәүер” бейеү ансамбле, әҙәби-музыкаль лекторий һәм халыҡ музыка ҡоралдары оркестры – юғары күрһәткестәргә һәм ижади уңыштарға өлгәшеп, тәүге биш йыллығын үҙаллы ойошма булып ҡаршы алды. Ныҡышмал, һәр ваҡыт эҙләнеүсән, тырыш ижади коллектив артабан да яңы бейеклектәрҙе сәмләнеп яулай барҙы һәм бара. Филармонияның гастролдәр географияһы йылдан-йыл киңәйә барып, сәнғәт усағының артистары инде республикабыҙҙа, илебеҙҙә генә түгел, сит ил тамашасыларының да һөйөүен яуланы. Сәнғәт усағының матди-техник базаһы ла даими нығына, байый, тулылана бара.
Быйылғы концерт миҙгелен филармония ҙур уңыштар менән ҡаршыланы. Юбилей алдындағы ике йыл был сәнғәт усағы өсөн айырыуса уңышлы булды. Бихисап яңы техник аппаратура һатып алынды, сәхнә кейемдәре, артистар өсөн костюмдар коллекцияһы күпкә тулыланды, филармонияның эске биҙәлеше зауыҡлы итеп, заманса үҙгәртелде, ниһайәт, виртуаль зал булдырылды һәм башҡа бик күп үҙгәрештәр индерелде. Әлбиттә, быларҙың барыһы ла артистарға илһамланып ижад итергә киң мөмкинлектәр аса.
Артистарҙың шундай “икенсе ижади һулышы” асылыуында, филармонияның яңы кимәлгә күтәрелеүендә, әлбиттә, уның директоры – ике йыл элек уға етәкселек итә башлаған Ринат Ғайсиндың роле ҙур. Әлеге көндә Нефтекама дәүләт филармонияһы – шаулап-гөрләп, киң эшмәкәрлек алып барған сәнғәт усаҡтарының береһе. Ринат Рәшит улы менән уның эшмәкәрлеге, тормошо, филармонияның уңыштары хаҡында әңгәмәләштек.
– Ринат Рәшит улы, Нефтекама дәүләт филармонияһына эшкә килгәнсе, уның тураһында ни кимәлдә хәбәрҙар инегеҙ?
– Республикабыҙҙағы иң йәш филармония булыуға ҡарамаҫтан, билдәле, күренекле сәнғәт усаҡтарының береһе ул, шуға ижади тормошо, уңыштары, артистар тураһында ярайһы уҡ яҡшы белә инем. Шуға күрә бында эшкә килеү менән ижади мөхиткә шунда уҡ кереп китә алдым, тиһәм дә хата булмаҫ.
– Бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа дәүләт ҡарамағындағы мәҙәниәт ойошмаларына яңы үрҙәргә күтәрелеү, ижади уңыштарға, бейеклектәргә өлгәшеү еңелдән түгел, әлбиттә. Әммә һеҙ ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә етди уңыштарға өлгәшеп, яңы кимәлгә сығыуға ирешә алдығыҙ. Уңыш нигеҙе нимәлә?
– Был һорауға бер-ике һөйләм менән генә яуап биреп булмай, әлбиттә. Иң беренсе, дәүләттән аҡса көтөп ултырмау, ә уны үҙ мөмкинлектәрең менән хәл итеү. Был тәңгәлдә маркетинг хеҙмәте нескәлектәрен тәрәнерәк өйрәнеү, шулай уҡ илдәге алдынғы сәнғәт усаҡтарының тәжрибәһен белеү һәм уртаҡлашыу, улар араһындағы көнәркәшлекте (конкуренция) уңышлы үтә барыу юлдарын барлау, уларҙан өлгө алыу, тамашасылар зауығын, һорауын анкеталар аша асыҡлау һәм башҡа шундай бихисап һорауҙарҙы, проблемаларҙы хәл итеү бурысы беҙҙең алға баҫты.
Аллаға шөкөр, был нескәлектәрҙе яҡшылап өйрәндек, тигәндәй. Әлбиттә, барыһы ла законға ярашлы эшләнә. Иң мөһиме – беҙ эшләргә, йәғни ижади ҡеүәбеҙҙе рациональ рәүештә ҡулланырға күнектек. Филармониябыҙҙа бер нисә ижади төркөм барлығы хаҡында беләһегеҙ инде, уларҙың пландарына күп кенә үҙгәрештәр индерергә тура килде. Хәҙер айына бер нисә концерт биреү менән генә сикләнмәйбеҙ, ә даими рәүештә, бар төркөмдәр ҙә өҫтәмә сығыштар әҙерләү өҫтөндә эшләй. Финанс мөмкинлектәре асылыу артистарға ижад итер өсөн ҡанат ҡуя һәм яҡшы һөҙөмтәләргә, уңыштарға өлгәшеүгә киң мөмкинлектәр тыуҙыра.
– Тимәк, матди-техник базаны тулыландырыу өсөн дә концерт эшмәкәрлеге яҡшы ғына нигеҙ булып тора?
– Тап шулай. Беҙ Мәҙәниәт министрлығынан аҡсалата ярҙам көтөп ултырмайбыҙ, ә үҙебеҙҙең ижади ҡеүәбеҙҙе киң ҡулланырға тырышабыҙ. Былар барыһы ла, әлбиттә, артистарҙың ижади яҡтан үҫешенә ҙур йоғонто яһай, концерттарҙың, тамашаларҙың сифатын күтәрә, ҡатмарлы ижад ишектәрен асырға мөмкинлек бирә.
– Һеҙ көндәр буйы эштәһегеҙ, кистәрен дә йыш ҡына концерттар булыу сәбәпле, хеҙмәт урынында ҡалаһығыҙ, ял көндәрендә лә филармонияла. Быларҙың барыһын да атҡарыу, тынғыһыҙ рәүештә эшләү, маҡсаттарға ирешеү өсөн бик күп көс һәм һаулыҡ талап ителә. Һеҙҙең хеҙмәтте хатта хәрби хеҙмәт менән сағыштырһаң да хата булмаҫ – һәр саҡ һаҡта!
– Эйе, шулай, хәрби хеҙмәт кеүегерәк. Дөрөҫөн генә әйткәндә, бала саҡта мин хәрби кеше булырға хыялландым. Һәм ошо етди профессияға үҙемде әҙерләй инем. Иртәм зарядканан башлана, ҙур теләк һалып спорт менән шөғөлләнә торғайным. Әйткәндәй, был сифаттарыма бөгөн дә тоғро ҡалам, көнөмдө зарядка яһауҙан башлайым, спорт та – тоғро юлдашым. Тағы ла шуныһын да өҫтәп китәйем (йылмая – авт.), хәрби кеше булғас, һуғыша ла белергә тейеш, тип уйлай инем бала саҡта. Шуға үҫмер саҡта бик ҡаты “һуғыш суҡмары” булып та алынды. Шөкөр, ваҡыт үтеү менән был холҡомдо ташланым. Ә хәрби булырға барыбер тура килмәне, яҙмыштың үҙ ҡарарҙары, артабан миңә сәнғәт юлынан атларға насип итте.
– Эшегеҙ буйынса йыш ҡына командировкала булырға, юлда йөрөргә тура килә. Тормош юлдашығыҙ быға, эшегеҙгә нисек ҡарай, ғөмүмән, өйҙәге мөхит ниндәй?
– Ҡатыным Гүзәл Рәфҡәт ҡыҙы менән бер йән кеүекбеҙ. Маҡсаттарыбыҙ, ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙ ҙа бер тирәлә. Хатта уйҙар ҙа уртаҡ. Шөкөр, бер-беребеҙҙе тулыландырып, йөпләп кенә йәшәйбеҙ. Балаларыбыҙ, күҙ нурҙарыбыҙ Ынйы менән Рената, тәрбиәле, матур ҡыҙҙар булып үҫеп килә. Эшем көсөргәнешле, тығыҙ булһа ла, ғаиләмә, балаларыма иғтибар бүлергә тырышам, ҡыҙҙарымды тормош принциптарына, тырыш, ныҡышмал булырға, һәр эште яратып башҡарырға өйрәтәм. Шул саҡта ғына эш алға барыуын, еңел үтәлеүен аңлатырға ынтылам. Ҡатыным Гүзәл менән бер ҡасан да тиерлек һүҙгә килешкәнебеҙ юҡ (тфү-тфү, күҙ теймәһен!). Ул – ныҡлы терәгем, оло ярҙамсым, һәр саҡ өйгә ашҡынып, талпынып ҡайтам, сөнки унда ҡәҙерле кешеләрем көтөп тора.
– Һеҙ йыш ҡына “Аллаға шөкөр”, “Аллаһ” һүҙҙәрен телмәрегеҙҙә ҡулланаһығыҙ. Тимәк, Аллаһ Тәғәләгә инанаһығыҙ, был ҡайҙан килә?
– Аллаға шөкөр, үҫкән саҡта ғаиләбеҙҙә дингә ҙур урын, иғтибар бирелә ине. Бигерәк тә миңә өләсәйем һабаҡтары ҡәҙерле, улар минең иманымды нығытып, ғүмер буйы оҙата бара. Әле лә ҡолағымда өләсәйем уҡыған Ҡөрьән сүрәләре сыңлап тора. Үҙем дә биш йәшемдә үк инде “Фатиха”, “Аятел-Көрси”, “Ихлас” сүрәләрен яттан белә инем. Өләсәйем әҙерләп биргән бетеү – бөгөн дә изге юлдашым, талисманым. Балаларымды ла бар яҡтан да тәртипле, иманлы кеше итеп тәрбиәләргә тырышам.
– Өлгөлө етәксе булыр өсөн бик күп сифаттар талап ителә. Һеҙҙең артист булараҡ хисле, шул уҡ ваҡытта иманлы, кешелекле, кеселекле булыуығыҙ, ғәҙәттә, йәмғиәттә ҡабул ителгән “ҡаты” етәксе эталонына ҡамасау итмәйме?
– Директор вазифаһы, ысынлап та, бар яҡтан да өлгөлө булыуҙы талап итә. Иң беренсе, әлбиттә, һиңә тәғәйенләнгән эште яратып, ҙур яуаплылыҡ, теләк менән башҡарырға кәрәк. Һәм, әлбиттә, етәкләгән коллективыңды хөрмәт итеү, артистар яҙмышы өсөн ҙур яуаплылыҡ тойоу, ҡуйылған маҡсаттарҙы, мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итеү. Коллектив бит һинең күҙеңә ҡарап тора. Һәм эшмәкәрлегеңә, һәләтеңә, талантыңа уларҙың артабанғы яҙмышы, уңыштары ла бәйле. Шуға ла үҙемдә ҙур яуаплылыҡ тоям. Әлбиттә, тәртипте, эш һөйөүсәнлекте, тырышлыҡты, ныҡышмаллыҡты яратам, ошоларҙы уҡ артистарҙан да талап итәм. Кемдер, бәлки, мине ҡаты, уҫал директор, тиҙер. Әммә мин эш буйынса тейешлене һәм тәртипте, ижадыбыҙға ҡағылышлы нәмәләрҙе генә талап итәм. Артистар быны яҡшы аңлай һәм яңынан-яңы үрҙәргә күтәрелә барған һайын, уларҙың күңеле үҫә, ижадтары камиллаша. Һәм улар тағы ла дәртләнеберәк, илһамланыбыраҡ яңы бейеклектәр яулай. Үҙемдең дә сәнғәт кешеһе, музыкант булыуым филармония, артистар тормошон яҡшы аңларға ныҡ булышлыҡ итә.
– Тормош принциптарығыҙ?
– Бар эште лә яратып, сифатлы итеп башҡарыу. “Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр!” тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит!
– Яратҡан фразағыҙ?
–“Теләгән әмәлен эҙләр, теләмәгән сәбәбен эҙләр!”
– Яратҡан тарафтарығыҙ?
– Мин шундай иҫ киткес матур, таҙа, хозур төбәктә – Белорет районының Әхмәр ауылында тыуғанмын. Тыуған ауылым, тыуған яғым – иң яратҡан, изге урыным, унда һәр саҡ ашҡынып, һағынып ҡайтам. Сит илдәр менән дә ҡыҙыҡһынам, әммә тыуған еремде бер ни ҙә алмаштыра алмай. Ижадымда, эшемдә тап унан илһам алам.
– Ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Ринат Рәшит улы. Артабан да яңы ижади үрҙәр, бейеклектәр көтһөн, шулай илһамланып, ҡанатланып, коллективығыҙ менән оҙаҡ йылдар тамашасылар һөйөүенә, хөрмәтенә төрөнөп, һоҡланғыс ижади ғүмер кисерергә яҙһын!
Зилә АҘНАБАЕВА
Нефтекама ҡалаһы.