Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Аллабирҙе ауылы урта мәктәбенең педагогик коллективы “Виват, һәләттәр!” тип исемләнгән фестивалдә өсөнсө урын яулаған. Унда Төйлөгән районы мәктәптәре һәм балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашҡан.
Районда башҡорт теле предмет булараҡ уҡытылған берҙән-бер мәктәп коллективында туған телде, моңдо һаҡлауға ҙур иғтибар бирелә.
"Район кимәлендәге шундай йыр конкурстарында һәр ваҡыт башҡортса йырларға тырышабыҙ. Был юлы ла ҡатнашыусылар араһында үҙебеҙ генә башҡортса йырлап, моңобоҙҙо яңғыратып, еңеү яулап ҡайттыҡ. Сығыш яһаған уҡытыусыларыбыҙ араһында Башҡортостандан төшкән килендәр - Көйөргәҙе, Ғафури районы ҡыҙҙары бар", - тип ҡыуаныстары менән бүлеште башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сания Күҙбаева.
Сит өлкәлә йәшәп, туған телен, моңон онотмаған милләттәштәребеҙ Башҡортостан халҡына Уҡытыусы һәм остаз йылы уңайынан музыкаль сәләм дә еткерҙе.
Фото һәм видео Аллабирҙе мәктәбе архивынан.