А. Доставалов исемендәге башҡорт батальоны егеттәре ял иткән саҡта, кистәрен йыр менән тыуған яҡтарына булған һағыштарын баҫа. Яңыраҡ улар бергә сәй эскән саҡта “Ишкәксе” йырын йырлап, яҙмаһын социаль селтәргә һалды.
“Беҙҙең башҡорт халҡында “моң” тигән һүҙ бар. Яҡынса руссаға тәржемә итһәң, ул “мелодия” була. Тыуған илдән ситтә булғанда үҙеңдең халҡыңдың моңон яҡшыраҡ аңлай һәм тоя башлайһың”, – ти бер яугир.
Ысынлап та туған тел беҙҙе дауалай, дәртләндерә һәм ҡанаттар ҡуя. Беҙҙең яугирҙәрҙең үҙ телендә йырҙар башҡарып, видеояҙмаларын тыуған яҡтарындағы яҡындарына юллауы ошо хаҡта һөйләй ҙә.
Яҙма: “Башҡорт” батальонының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.