Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
1 Апрель 2023, 20:30

Фидан Ғафаровмы, Әнүәр Нурғәлиевме?

Әнүәр Нурғәлиевтең яңы яҙмаһы һәм видеоһы ярайһы уҡ бәхәс тыуҙырҙы. Әйткәндәй, комментарий яҙыусылар араһында Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров та бар

Фидан Ғафаровмы, Әнүәр Нурғәлиевме?
Фидан Ғафаровмы, Әнүәр Нурғәлиевме?

Башҡортостандың халыҡ артисы, Татарстандың атҡаҙанған артисы Әнүәр Нурғәлиев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яңы яҙма һәм видео менән уртаҡлашты.

“Репетиция мәлендә ҡапыл ғына уйлап легендар йырҙы – “Ҡышҡы романс”ты башҡарҙыҡ. Легендар композитор Рим Хәсәновтың бөйөк шағир Назар Нәжми һүҙҙәренә яҙған йыры!

Ретро йырҙарҙа айырым бер аура, аңлатып бөтөп булмаҫлыҡ нимәлер бар, саф, матур бала саҡҡа алып ҡайта.

Һүҙҙәрҙәге хаталар өсөн алдан уҡ ғәфү үтенәм, тәүге тапҡыр ансамбль менән башҡарҙыҡ. Һеҙ ретро йырҙарға ниндәй ҡарашта?” – тип яҙҙы билдәле йырсы.

Әнүәрҙең яҙмаһы һәм видеоһы сәхифәһендә ҙур ғына бәхәс, фекер алышыу тыуҙырҙы. Кемдер йырсының изге ниәтен хуплай, уңыштар теләй, икенселәр уны йырҙың тәүге башҡарыусыһы Фидан Ғафаров менән сағыштыра, “Ҡышҡы романс”ты уның башҡарыуында ғына ҡабул итеүен билдәләй.

Әйткәндәй, комментарий яҙыусылар араһында Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров та бар.

“Был йырҙы тауыш йәки вокалды күрһәтеү өсөн генә йырларға ярамай. Был йырҙың тәрән йөкмәткеһе бар. Әнүәр, мин һине йәш быуындың йырсыһы булараҡ хөрмәт итәм, әммә быны эсенә инмәйенсә һәм тетрәнмәйенсә йырлау мөмкин түгел”, - тип яҙҙы Фидан Ғафаров.

“Рәхмәт, Фидан ағай. Һеҙҙең баһа миңә бик хаҡлы, беҙ йырлап ҡына ҡараныҡ. Әлбиттә, уны ҙур сәхнәгә әҙерләп, өйрәнеп сығарырға кәрәк. Әлегә ундай уйҙар юҡ. Тетрәнеүҙәр булманы түгел, арыу булды.  Һеҙгә хөрмәтем ҙур, Фидан ағай, рәхмәт!” – тип яуап яҙҙы Әнүәр Нурғәлиев.

Беҙгә ҡалһа, йәш йырсыларҙың ретро йырҙарҙы өйрәнеп, үҙ репертуарына индереүендә, халыҡҡа еткереүендә бер хилафлыҡ та юҡ. Әгәр ижади эш сифатлы башҡарыла икән, ул үҙ тыңлаусыһын табасаҡ. 

Хөрмәтле дуҫтар! Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ҡасандыр кемдер тарафынан башҡарылып, халыҡҡа таралған ретро йырҙарҙы йәш йырсылар яңыртырға тейешме? Әгәр быға ҡаршы булһаҡ, сәнғәтебеҙҙең аҫыл биҫәктәре булған йырҙар әкренләп онотолоуға дусар булмаҫмы? Әллә улар тәүге башҡарыусыһы башҡарыуында ғына һаҡланырға тейешме?

Видеолар: Әнүәр Нурғәлиевтең һәм Рәзидә Ғәбиҙуллинаның сәхифәһенән.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: