Шишмә районы ағинәйҙәре халҡыбыҙ йолаларына бағышлап үткәрелгән матур сара хаҡында уртаҡлашты.
Әлбәй ауылы мәҙәниәт йортонда клуб, китапхана хеҙмәтсәндәре, ауыл ағинәйҙәренән торған "Изге ай" фольклор төркөмө эшләп килә икән. Улар онотола барған йолаларҙы тергеҙеү, һаҡлау, йәш быуынға еткереү өсөн күп эшләй.
"Изге ай" ағзалары яңыраҡ "Еп cәйе һәм бала һаҡлау" йолаларын сәхнәләштергән. Бында ысынбарлыҡ йола, ерле материал менән бергә үрелеп, быуындар күсәгилешлеген эҙмә-эҙлекле күрһәтеүгә өлгәшелгән. Сценарийҙың авторы Зәлиә Ниғәмәтйәнова тормоштан алынған ваҡиғаны Мостай Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" әҫәре менән оҫта итеп тоташтыра алған.
"Зәлиәнең өләсәһенең яҙмышы шул һатып алыу йолаһы менән бәйле. Ғаиләлә 19-сы (алда тыуғандары һәр береһе үлеп тора) булып тыуған баланы ата-әсәһенә кендек инәһе тәҙрә аша "һатып бирә". Ҡыҙ бала иҫән ҡала, уға Ҡәҙриә тип исем ҡушалар. Хәҙерге көндә Ҡәҙриә инәйебеҙ Дәүләкән районы Иҫке Яппар ауылында ғүмер итә. Уға - 89 йәш. Ә бына уның артынан тыуған балаға ул йола үткәрелмәй һәм бала ҙурайғас үлеп ҡала. Тимәк, йоланың ҡөҙрәте ҙур. Ғөмүмән, йолалар үҙенең ыңғай ҡанундарына буйһонорға мәжбүр итеп, кешелә өмөт, йәшәүгә көс тыуҙыра.
"Еп сәйе" йолаһында иһә кендек инәһе килгән ҡунаҡтарға "бәпес бүләге"тип ҡыҙыл еп тарата. Улар балаға оҙон ғүмер, тәүфиҡле, аталы-әсәле булып үҫеүен теләп, теләктәрен әйтә", – тип яҙа Шишмә ағинәйҙәре.
Фото: видеонан скриншот.