Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
3 Апрель 2023, 17:00

Элвин Грейға нимә булған?

Уға планлаштырылған концерттарын күсерергә тура килгән

Элвин Грейға нимә булған?
Элвин Грейға нимә булған?

Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы, популяр йырсы Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей) бәхетһеҙ осраҡҡа тарыған: автомобилдә клип төшөргән ваҡытта ҡулын һындырған. Шуға йырсыға планлаштырылған концерттарын күсерергә тура килгән.

«Аңлауығыҙҙы һәм ғәфү итеүегеҙҙе һорайым! Дуҫтар, клип төшөргәндә көтөлмәгән хәл булды. Концерттар графигына төҙәтмәләр индерәбеҙ. Бер нисә майҙансыҡтағы концертты күсерергә тура килер. Уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенәм, мине аңларһығыҙ тип ышанам», - тип яҙған ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Тиҙерәк һауығып сыҡ, Радик!

Фото: Йырсының шәхси сәхифәһенән.

Элвин Грейға нимә булған?
Элвин Грейға нимә булған?
Элвин Грейға нимә булған?
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: