-6 °С
Болотло
Өфө фән һәм технологиялар университетының "Ирәндек" халыҡ бейеүҙәре ансамле (элекке Башҡорт дәүләт университеты) Ҡазан ҡалаһында ойошторлған Н.Д. Юлтыева исемендәге хореографик сәнғәт VIII халыҡ-ара конкурс-фестивалендә гран-при алған. Конкурс "Дорогою мечты" тип аталған.
"Ирәндек" бейеү ансамбле етәксеһе Фәнис Әбделмәнов әйтеүенсә, бындай абруйлы фестивалдә еңеү яулауҙарына тамсы ла шикләнмәгән, сөнки, беренсенән, ансамблгә талантлы ҡыҙҙар һәм егеттәр йыйылған, икенсенән, бәйгегә ныҡлы әҙерлек менән барғандар.
Фото: Шәүрә Аҡъюлова.