Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, 2023 йылдың 3 апреленән 1 июленә ҡәҙәр 2021, 2022 йылдар өсөн Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына конкурс материалдары ҡабул ителә. Был премия Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән йәш яҙыусы, рәссам, артист, музыкант, режиссер һәм архитекторҙарҙы бүләкләү өсөн булдырылған.
Премияға шәхсән дә, авторҙар коллективы ла (биш кешегә тиклем) дәғүә итә ала. Уларҙың йәше 35-тән артмаҫҡа тейеш.
Премия тураһында положение һәм әҫәрҙәргә, эштәргә талаптар Башҡортостан Республикаһының Министрҙар кабинеты ҡарарында күрһәтелгән.
Материалдар эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға хәтлем Өфө ҡалаһы, Аксаков урамы, 2-се йорт адресы буйынса ҡабул ителә. Бәйләнеш өсөн тел.: 8 927 306-82-73 – йәштәр башланғыстарына булышлыҡ итеү бүлеге хеҙмәткәре Диана Исмәғилева, эл. почта - [email protected].
Фото: kulturarb.ru.