Өс йыл эсендә республикала 72 мәҙәни объект төҙөлгән һәм яңыртылған, уларҙың 40 проценты – 27 объект – былтыр сафҡа индерелгән, шулай уҡ 17 сәнғәт мәктәбе йыһазландырылған. Был турала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте етәксеһе Андрей Назаров Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа һөйләне. “Мәҙәни өлкәнең дөйөм бюджеты былтыр 13 миллиард һум тиерлек тәшкил итте, шул уҡ ваҡытта федераль ярҙам өс тапҡыр самаһына артып, 1,5 миллиард һумға етте”, – тине Андрей Назаров.
Башҡортостан тәүгеләрҙән булып бәләкәй ауылдарҙа эшләгән мәҙәниәт белгестәренә ярҙам күрһәтә башланы.
– Икенсе йыл "Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре" программаһы тормошҡа ашырыла. Уҙған йылда 30 белгес торлаҡ йәки ер участкалары һатып алыуға 500 мең һум субсидия алды. Быйыл тағы ла 30 хеҙмәткәргә бер миллион һум биреләсәк, – тине Премьер-министр.
Былтыр гастролдәргә йөрөү өсөн 94 берәмек техника – автомобилдәр, ҙур автобустар һатып алынған. Быйыл капиталь ремонттан һәм реконструкциянан һуң тағы ла 18 учреждение асыла, ике яңы төҙөлгәне сафҡа индерелә. Республиканың 98 мәҙәниәт йортонда һәм һигеҙ театрында шарттар яҡшыртыла.
– Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, быйылдан башлап бөтә 63 муниципалитет һәм ҡала округтары өҫтәмә мәҙәни саралар ойоштороу өсөн 500 мең һум аҡса ала башлай. Бынан тыш, республиканың иң ҙур театрҙарына күләмле яңы тамашалар ҡуйыуға 10 миллион һум аҡса бүленәсәк, – тине Андрей Назаров.
Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова билдәләп үтеүенсә, “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса төҙөлгән һәм яңыртылған 46 клубҡа йөрөүселәр һаны күпкә артҡан. 14 яңы модель китапханаға йөрөүселәр һаны ла күбәйгән. Уларҙа клубтар һәм түңәрәктәр өс тапҡырға артҡан.
“Сәнғәт мәктәптәрендә лә сифатлы үҙгәрештәр бара. Һуңғы йылдарҙа ғына 109 балалар сәнғәт мәктәбе үҫешенә 445 миллион һумдан ашыу аҡса һалынды. Был ремонт үткәрергә һәм 1,5 мең дана музыка ҡоралы һатып алырға мөмкинлек бирҙе. Ижади сараларҙа ҡатнашыусылар һаны – 22, ә тамашасылар 21 процентҡа артты”, — тине Әминә Шафиҡова.
Стәрлетамаҡта мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжында капиталь ремонт тамамланған. Бында былтыр беренсе ижади индустрия мәктәбе асылып, унда 80 кеше уҡырға килгән. Йәйгеһен Октябрьский музыка колледжында эштәр тамамлана, яҡын арала Өфө сәнғәт училищеһын да ремонтлай башларға ниәтләйҙәр.
Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, 2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан мөһим маҡсаттарҙың береһен уңышлы атҡара – мәҙәни сараларға килеүселәр арта бара. Был һан план буйынса 82,5 миллион булһа, ғәмәлдә – 86,6 миллион. Әлеге күрһәткес буйынса республика илдә бишенсе урынды биләй.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Һүрәттә: Балалар сәнғәт мәктәптәрендә ижади мөхит һүрелмәй.
Фото - ogni-agideli.ru сайтынан.