Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
7 Апрель 2023, 21:08

“Аҡмулла арбаһы” илде иңләй

Мәскәүҙә лә булдыҡ беҙ!

Республикабыҙҙың абруйлы әҙәби-нәфис һәм ижтимағи-сәйәси баҫмаһы – “Ағиҙел” журналы донъя күрә башлауына 100 йыл тулыуҙы билдәләй. Уның беренсе һаны 1923 йылдың 24 мартында Дауыт Юлтый етәкселегендә “Яңы юл” исеме менән сыға. 1924 йылдың апреленән  “Белем” журналы менән берләшә. 1927 йылдан яңынан үҙаллы баҫма булып китә һәм “Сәсән” исеме менән нәшер ителә башлай. 1930 йылдан “Яңылыҡ” журналы менән берләшкәндән һуң – “Үктәбер”, 1949 йылдан – “Әҙәби Башҡортостан”, 1961 йылдан хәҙерге исемен йөрөтә. 

 Бөгөн балаларыбыҙ яратып уҡыған “Аҡбуҙат” (“Бәпембә” ҡушымтаһы), йәштәр өсөн тәғәйенләнгән “Шоңҡар”, ғилми-популяр “Йәдкәр” журналдары ла заманында “Ағиҙел”дән һут алып, үҙаллы баҫмалар булып китә. 

Башҡорт әҙәбиәте, башҡорт теле, милли мәҙәниәт үҫешендә мөһим роль уйнаған абруйлы әҙәби баҫманың эшһөйәр, берҙәм коллективын һәм уҡыусыларын бер быуатлыҡ юбилей менән тәбрикләп, уңыштар, яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ. “Ағиҙел” киләсәктә лә алҡынып аҡһын, ҡорғаҡһыған күңелдәрҙе тере һыуҙай тамсылары менән сафландырһын, яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа әйҙәһен! 

Быйыл донъя күрә башлауына 100 йыл тулыу уңайынан “Ағиҙел” журналы бихисап матур проекттар башлап ебәрҙе, үҙенсәлекле конкурстар иғлан итте. Шулар араһынан иң мәртәбәлеләренең береһе – “Аҡмулла арбаһы” проекты. Ул Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Башлығының Грантына тормошҡа ашырыла. Ошо проекттың йөҙөк ҡашы булған, ике томдан торған “Ағиҙел”дән – 100 хикәйә” йыйынтығына 100 башҡорт яҙыусыһының журналда төрлө йылдарҙа баҫылған 100 хикәйәһе ингән. Үҙенсәлекле китаптың исем туйы Ырымбур, Мәскәү, Магнитогорск ҡалаларында үтте.

“Ағиҙел” журналы редак­ция­һы коллек­ти­вының Мәскәү­ҙәге эш сәфәре Баш­ҡорт­остан Республикаһының Рәсәй Фе­де­рацияһы Президенты ҡара­мағын­дағы Тулы хоҡуҡлы вәки­ле Ришат Хали­ҡов, уның урын­баҫары Илдар Бикбаев, Мәс­кәү­ҙә Башҡортостан Респуб­ликаһы дәүләт власы органдары эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса аппарат етәксе­һе Ринат Фәйзуллин, Федераль дәүләт органдары менән хеҙмәттәшлек итеү һәм үҙ-ара бәйләнеш булдырыу буйынса бүлек кәңәшсеһе Айгөл Саҡа­ева менән рәсми осрашыуҙан башланды. “Аҡмулла арбаһы” проектын уңышлы тормошҡа ашырған өсөн Ришат Нурахман улы “Ағиҙел” журналы редакцияһына Маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы. Үҙ сиратында, “Ағиҙел”­дәр ҙә уға эшлекле осрашыу өсөн сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе.

Артабан Башҡортостан Рес­публика­һының Рәсәй Фе­де­рацияһы Президенты ҡара­мағындағы тулы хоҡуҡлы вә­кил­ле­гендә Мәскәүҙә йәшәгән яҡташтар менән йылы осрашыу үтте. Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағын­дағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Илдар Бикбаев кисәгә йыйылыусыларҙы ихлас сәләмләне һәм:

– Ниңә әле халыҡтың үҙе­нән сыҡҡан ошо “Аҡмулла ар­баһы” проектын беҙгә лә – Мәс­кәүҙә йәшәгән әҙәбиәт һө­йөүселәргә дауам итмәҫкә? Әйҙә­геҙ, башҡорт мәҙәниәтен, башҡорт әҙәбиәтен үҫтергән “Ағиҙел” журналын өйҙән-өйгә, төркөмдән-төркөмгә тара­тайыҡ, – тигән фекерен еткерҙе.

“Ағиҙел” журналының баш мөхәр­рире, яҙыусы Мөнир Ҡунафин сығышында “Ағи­ҙел” журналының һүҙ сәнғәте традицияларын ғына түгел, рухиәт тамырҙарын һаҡлауы хаҡында ла һөйләне:

– Башҡорт әҙәбиәтенең яңырып бал­ҡыуы ла, үрҙәр артынан үрҙәр яулап, Рә­сәй, донъя кимәленә күтәрелеүе лә, халҡыбыҙҙың күңел йыуанысына һәм таянысына әүерелә алыуы ла тулыһынса журнал тарихына бәйле. Үткән бы­уаттың ун етенсе йылынан һуң әҙәбиәт майҙа­нына килгән ҡайһы ғына яҙыусыны алма, ул ижады менән дә, уңыштары һәм халыҡ­ҡа еткән исеме ме­нән беҙҙең журналға бурыслы, – тине Мөнир Сәхиулла улы. 

Мәртәбәле сарала “Баш­ҡорт­ос­тан яҡташлығы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы идараһы рәйесе Инга Йомашева, Рәсәй башҡорттарының Федераль милли-мәҙә­ни автоно­мияһы­ның етәксеһе Искәндәр Юлдашев, Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы Президиумы рә­йесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡоло­ваның ярҙамсыһы, Рәсәй Президенты эргәһендәге Башҡорт­ос­тандың тулы хоҡуҡлы вәкил­легенең эшҡыуарлыҡ буйынса Советы рәйесе урынбаҫары, Мәскәү башҡорттары ҡорол­тайы рәйесе урынбаҫары Альфред Вәлиев, билдәле скульптор, Рәсәй Федерацияһы ха­лыҡ рәссамы Салауат Щерба­ков, Рәсәй Яҙыусылар союзы­ның милли әҙәбиәттәр советы рәйесе Валерий Латынин, Рә­сәй әҙәбиәтселәре союзы­ның шиғриәт секцияһы рәйесе Наталья Рожкова ла ҡат­наш­ты. Улар барыһы ла “Ағиҙел” журналын 100 йыллыҡ юбилейы һәм “Ағиҙел”­дән – 100 хи­кәйә” китабының исем туйы айҡанлы йөрәк һүҙҙәрен еткерҙе.

– Һеҙҙең журнал күпме талантлы яҙыусыларға үҙ һүҙен әйтеү, ижадын күр­һәтеү мөм­кинлеген бирә, – тип һоҡ­ланыуын йәшермәне Инга Альберт ҡыҙы.

– Мин башҡорттарҙың иң беренсе­ләрҙән булып Парижға инеүе хаҡында хәбәрҙармын, ә хәҙер ҙур әҙәбиәте булған мил­ләт тип тә беләм. Беҙҙә “Ағиҙел” кеүек бер быуатлыҡ тарихы булған журналдар бик һирәк һәм улар оло хөрмәткә лайыҡ, – тип билдәләне яҙыусы Валерий Андреевич Латынин.

Сара йыр-моңға үрелеп бар­ҙы, унда бейеүсе, йырсы, ҡурайсы, Башҡортос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәт­кәре Заһир Шәйәхмәтов, Мәс­кәүҙәге яҡташ­тарыбыҙ, бил­дәле йырсылар Луиза һәм Арсен Кәримовтар, Земфира Баймырҙина сығыш яһаны. Ә “Аҡмулла арбаһы” дауамлы проект булып йәшә­үен, әҙә­биәтебеҙҙе, “Ағиҙел”де халыҡ­ҡа яҡынайтыуын дауам итер, тип өмөт итәбеҙ!

- Луиза КИРӘЕВА

Мостай КӘРИМ,

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы

 

“Ағиҙел”де кисеп сыҡҡандар

 

Шиғырҙарымдан күп алда “Октябрь” журналында минең исемем ташҡа баҫылып сыҡты. Ул былай булды. 1935 йылдың бөркөү йәйендә шәриҡтәшем Мәсғүт менән икәүләп уның колхозда тырышып эшләүсе ағаһы Ғәбделәхәт менән ғәйбәтсе, ялҡау, янъялсы еңгәһе Гөлғәйшә тураһында аҙна эсендә ғәләмәт шәп пьеса яҙып ташланыҡ.

Ошо пьесаны беҙ Өфөгә китап нәшриәтенә алып барҙыҡ. Ул әлеге “Белем” китап мага­зинының өҫкө ҡатында ине. Унан беҙҙе түбәнге ҡатҡа, “Авторҙар кабинеты” тигән бүлмәгә ебәрҙеләр. Ҡулъяҙманы бер апай алып ҡалды. “Хәбәр итербеҙ”, – тине. Биш-алты айҙан һуң хәбәр былай ғына түгел, ташҡа баҫылып килде. “Октябрь” журналының һуңғы биттәрендә “Авторҙар кабинеты”на йыйылған ҡулъяҙма­ларҙың исемлеге бирелгән. “Был әҫәрҙәр ҡараласаҡ”, – тиелгән. Шул теҙмәлә “М. Кәримов, М. Хәкимов, “Бесән өҫтө” (пьеса)” тигән иҫтәрең китерлек нәмә бар. Бына нисек килеп индем мин “Октябрь” (“Ағиҙел”) журналының мөҡәддәс донъяһына. Тик ике йылдан һуң ғына минең өлгөрөр-өлгөрмәҫ шиғырҙарым башҡорт әҙәбиәтенең төп баҫмаһында донъя күрә башланы. Иң тәүгеләре Баязит Бикбай ҡулы аша үтте. Баш редактор ул саҡта Хәниф Кәрим ине. Яҙмаларымды ул да һәйбәт ҡабул итте.

 

“Ағиҙел”, 1998, №3.

 

Рәшит ШӘКҮР,

Башҡортостандың халыҡ шағиры, 70-се йылдарҙа “Ағиҙел” журналы хеҙмәткәре

 

Рухиәтебеҙгә тоғро хеҙмәт итә

 

Үҙ ваҡытында миңә яратҡан журналыбыҙ редакцияһында олпат яҙыусы ағайҙарыбыҙ менән иңгә-иң терәп эшләп ултырыу ҙа насип булды. Шуныһы ла бик мөһим: “Ағиҙел” минең тормошомдоң ауыр ваҡытында өр-яңы һулыш алып, аҙ ғына булһа ла күтәрелеп китергә ярҙам итте.

Баш мөхәрриребеҙ Рәйес ағай Низамовтың егетлеге арҡаһында абруйлы “Ағиҙел” журналы редакцияһында эшләп алып киттем. Аспирантурала уҡыған йылдарҙан башлап байтаҡ ваҡыт әҙәби мөхиттән ситләшеп, күҙ уңынан төшөбөрәк йөрөгәнмен. Яңынан араға килеп керҙем, ижадым да әүҙемләште. 1978 йылда, ниһайәт, Яҙыусылар союзына ағза итеп алдылар. Совет дәүерендә, союз ағзаһы булһаң, киңерәк мөмкинлектәр асыла торғайны.

“Ағиҙел” редакцияһында шулай дәртләнеп, күңел биреп эшләп йөрөйбөҙ. Баш мөхәррир Рәйес Низамов, күренекле яҙыусылар Шакир Янбаев (баш мөхәррир урынбаҫары), Булат Рафиҡов (яуаплы сәркәтип), Абдулхаҡ Игебаев, Вәзих Исхаҡов, Йыһат Солтановтар менән көн дә иртән күрешеп, оҙон көн буйына бергәләп журналдың йөгөн тартыу, бер уйлаһаң, үҙе бер ҡыуаныс. Эш араһында кемдер, юҡ-юҡ та, үҙенең ижад серҙәре, тормош хәлдәре менән дә уртаҡлашып ала.

Республикабыҙ киңлектәрен иңләп-буйлап алҡынып аҡҡан Ағиҙелкәй һымаҡ “Ағиҙел” журналы ла тотош бер быуат инде бына милли әҙәбиәтебеҙҙе, рухиәтебеҙҙе, туған телебеҙҙе үҫтереүгә, байытыуға тоғро хеҙмәт итә. Данлы юбилейың ҡотло, килер йылдарың ырыҫлы булһын, “Ағиҙел”кәй!

Читайте нас