Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
7 Апрель 2023, 10:15

Ҡурсаҡ театры ҡасан асыла?

Әле объектта тулыһынса инженер селтәрҙәре ҡуйылған, ҡыйыҡ һәм тәҙрәләр йүнәтелгән

Ҡурсаҡ театры ҡасан асыла?
Ҡурсаҡ театры ҡасан асыла?

Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын капиталь ремонтлау йыл аҙағына тамамланасаҡ. Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев капиталь ремонт барышы менән танышҡан. Планға ярашлы, бинаны реконструкциялау, төкәтмә төҙөү, шулай уҡ тирә-яғын  төҙөкләндереү күҙ уңында тотола. Йыл аҙағында инде театр йәш тамашасыларын ҡабул итер, тип күҙаллана.

 Эштәр ҡаланың 450 йыллығын ҡаршылау уңайынан, “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) булышлығында алып барыла. Ул Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В.Путиндың 2018 йылдың май айындағы указына ярашлы барлыҡҡа килгәйне.

Әле объектта тулыһынса инженер селтәрҙәре ҡуйылған, ҡыйыҡ һәм тәҙрәләр йүнәтелгән. Подрядсы ойошма эске коммуникацияларҙы яйға һала, биҙәү эштәрен башҡара, витражлы ҡоролмалар ҡуя.

Театр янындағы биләмәлә ЮНЕСКО-ның мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә индерелгән Рәсәйҙәге 12 бинаның  һәм Башҡортостандағы дүрт тәбиғәт ҡомартҡыһының бәләкәй моделдәре урынлаштырыласаҡ.

 

Фото: ufimnivy.ru

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: