Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
8 Апрель 2023, 21:00

Гөлназ Асаеваның ҡыҙына ни булған?

"Вилдан ҡысҡырып ебәрҙе, аҙаҡ Динә... Нимә булды икән тиһәм. Сыҡһам..."

Гөлназ Асаеваның ҡыҙына ни булған?
Гөлназ Асаеваның ҡыҙына ни булған?

Йәш йырсылар Гөлназ Асаева менән Вилдан Шәмсетдиновтарҙың кескәй ҡыҙҙары Динә менән күңелһеҙ хәл килеп сыҡҡан: сабый ҡайнар сәйгә бешкән. Был турала Гөлназ Асаева үҙенең виртуаль дуҫтарына борсолоп һөйләгән.

"Ой, бөгөн ныҡ стресс кисерҙем. Һөйләйем хәҙер. Динә өҫтөнә ҡайнар сәй түкте. Хәл былай булды: мин йыуынырға душҡа индем. Әкрен генә йыуынам, йыр тыңлайым һәм ҡапыл "бабах!" тигән тауыш. Вилдан ҡысҡырып ебәрҙе, унан Динә. Нимә булды икән тием. Сыҡһам... Уны күрергә кәрәк ине. Динә аяҡтарына, эсенә сәй түккән. Хәҙер барыһы ла яҡшы кеүек. Кәрәкле майҙарҙы һөрттөк. Ныҡ ҡурҡтым. Башым ауырта башланы, әле лә ауырта. Үҙегеҙ күрәһегеҙ инде мин ниндәй хәлдә икәнде. Динәне хәҙер йоҡлаттым", - тип һөйләгән йырсы.

Баланы ҡарамаған өсөн атаһына ла ныҡ ғына эләккән. "Вилдан һәр саҡ телефондан эшләй, бына һөҙөмтәһе. Үҙен әрләнем", - тигән Гөлназ.

Һуңынан бала йоҡоһонан уянғас, ул ҡыҙы менән сторис төшөргән. Динәнең хәле яҡшырған.

"Ҡыҙым, нисек һинең хәлдәр? И-и, түҙемле генә ул үҙе. Ныҡ түҙемле", - тип һөйләй әсәһе ҡыҙы хаҡында.

Ярай әле күңелһеҙ хәлдең аҙағы яҡшы тамамланған, кескәй Динә ныҡ бешмәгән. Ата-әсәгә Динәгә ҡарата иғтибарлы булырға кәрәк, ни тиһәң дә кескәй ҡыҙсыҡ матур ғына булып үҫеп килә, ата-әсәһе һәм өләсәй-олатаһының юлын дауам итеп, киләсәктә йырсы булмаҫ тимә әле.

Фото һәм сығанаҡ: intertat

Автор: Карима Усманова
Читайте нас