Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Апрель 2023, 05:00

Артур Хәсәнов Әнүәр Нурғәлиевтең концертына барған

"Кейек ҡаҙ юлдары" йыры менән бар интернетты шаулатҡан Артур Хәсәновтың әле ялда булыуын хәбәр иткәйнек...

Артур Хәсәнов Әнүәр Нурғәлиевтең концертына барғанАртур Хәсәнов Әнүәр Нурғәлиевтең концертына барған
Артур Хәсәнов Әнүәр Нурғәлиевтең концертына барған

"Интертат" мәғлүмәт баҫмаһы хәбәр итеүенсә, "Кейек ҡаҙ юлдары" йырын башҡарып, бар интернетты шаулатҡан  Артур Хәсәнов Әнүәр Нурғәлиевтең Дүртөйлөлә үткән концертына барған.

«Беләһегеҙме, беҙгә кем ҡунаҡҡа килде, дуҫтар? Артур «Кейек ҡаҙҙар»! Филүстең алмашсыһы. Артур Хәсәнов», – тип шатланған Әнүәр Нурғәлиев.

«Хәсәнов инде, Әнүәр ағай, Хәсәнов», – ти тыйнаҡ ҡына төҙәткән үҙҙәрен видеоға төшөргән Артур Әнүәр Нурғәлиевте.

«Һине күреүемә бик шат! Хөрмәт итәм. Бөгөн концертта әҙерәк ял ит, «кайфани», – тип оҙатҡан ялға ҡайтҡан яугирҙе тамаша залына йырсы.

Әйткәндәй, Артур Хәсәнов ошо уҡ баҫмаға интервью биргәнендә махсус хәрби операция биләмәһендә лә йырсылар Филүс Ҡаһиров, Айҙар Ғәлимов, Әнүәр Нурғәлиевтёр даими рәүештә уның хәлен белеп тороуын әйткән ине.

Фото һәм сығанаҡ: "Интертат". 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас