

Татарстандың дәүләт кәңәшсеһе Миңтимер Шәймиев Татарстандың халыҡ артисы Рауил Шәрәфиевтең Ғ. Камал исемендәге татар дәүләт академия театрында уҙған юбилей кисәһендә ҡатнашҡан.
Ул сәхнәгә сыҡҡас, юбилярҙы 85 йәше менән ҡотлай һәм “Эх, алмағастары” йырын башҡарған. Тамашасы уның йырлауын алҡыштарға күмә.
Рауил Шәрәфиев 1961 йылдан Камал исемендәге дәүләт академия театрында уйнай. Йөҙҙән ашыу роль башҡарған. Был юбилей кисәһендә ул сәхнәнән китеүе тураһында хәбәр иткән.
Фото: tatar-inform.tatar
Видеояҙма сығанағы: www.tatar-inform.ru