Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Апрель 2023, 13:30

Тәтешлене лә күрҙек беҙ...

Фольклор экспедицияһы эҙҙәренән.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Күңелле студент йылдарының бер өлөшө ул – йәйге фольклор практикаһы. Былтырғы сара ла күңелдәребеҙҙә оҙаҡ һаҡланыр. Өфө фән һәм технологиялар университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тәржемә бүлегенең I курс студенттары Тәтешле райо­нында фольклор экспедицияһында булып ҡайтты.

 

 Арҙаҡлы шәхестәр төбәгенә сәйәхәт

 

Тәтешле яҡтары үҙенең матур тәбиғәте менән генә түгел, ихлас, тырыш һәм эшсән халҡы менән дә дан тота. Юҡҡамы ни был төбәктән башҡорт халҡының күренекле мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡорой (Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы Кейеков), уның улы, башҡорт шағиры Ғарифулла Кейеков, Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург Әнғәм Атнабаев, Рәсәйҙең халыҡ артисы Зинира Атнабаева, Башҡортостандың халыҡ артистары Хәниә Фәрхи, Салауат Фәтхетдинов, Башҡортостандың  атҡаҙанған артисы Гөлзәмиә Ситдиҡова һәм башҡа күренекле шәхестәр сыҡҡан!

Экспедицияға барғансы уҡ алдан Тәтешле районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Әлфиә Шәйнурова менән һөйләшеүҙәр алып барғайныҡ. Ул, эше тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт бәйләнештә булды. Район үҙәге Үрге Тәтешлегә барып төшөү менән беҙҙе райондың мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Руслан Әхмәтов ҡаршы алды һәм “Осрашыу” ҡунаҡханаһына урынлаштырҙы. Был ҡунаҡхана Үрге Тәтешле ауылынан ситтәрәк урынлашҡан, был беҙҙең өсөн бик ҡулай булды. Беҙ көн дә ҡунаҡхананың беренсе ҡатында урынлашҡан кафела туҡландыҡ, уның хеҙмәткәрҙәре тәмле  ризыҡтар менән һыйланы.

Тәтешле менән танышыу Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейынан башланды. Уның бай фонды студенттарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Айһылыу Шәрифйәнова һәм музей хеҙмәткәрҙәре һәр экспонат хаҡында ентекле итеп һөйләне, студенттарҙың һорауҙарына ихлас яуап бирҙе. Талантлы һәм моңло йырсыбыҙ Хәниә Фәрхи Тәтешле районының ғына түгел, республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы ине, тик ғүмере генә ҡыҫҡа булды. Яҡташтары, яҡындары бөйөк йырсыны һағынып, юҡһынып, уның иҫтәлегенә музей булдырған. Уға йырсының бер туған һеңлеһе Фирүзә Ибәтуллина етәкселек итә. Фирүзә ханым үҙенең алсаҡлығы, йомартлығы һөҙөмтәһендә тиҙ үк студенттар менән уртаҡ тел тапты, мауыҡтырғыс экскурсия үткәрҙе, студенттарҙы апаһының йырҙарына йырлатты ла, бейетте лә, һағышландырҙы ла. Ул үҙе экскурсия ғына үткәреп ҡалманы, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмиә Сәғиева һәм 1-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, мәғариф алдынғыһы Руфина Ғәлимйәнова менән дә осраштырҙы. Улар үҙҙәренең эштәре менән таныштырҙы, ижад иткән шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Һүҙ ыңғайы шуны ла билдәләп үтке килә: экспедиция бөткәнсе Фирүзә ханым беҙҙе һәр яҡлап ярҙамынан ташламаны.

Музейҙағы осрашыуҙан һуң Руфина Ләбиб ҡыҙы беҙҙе Вадим Шәйхисламовтың йортона алып китте. Ишек алдына барып инеү менән үҙеңде әкиәт донъяһына эләккәндәй хис итәһең. Йылға аша эшләнгән баҫма ла, бассейн да, ысынынан һис тә айырылмаған ҡоҙоҡ та, бына-бына йәш килен килеп күтәреп алып китеүҙе генә көткән семәрле биҙрәләр менән көйәнтә лә – һәммәһе лә юғары зауыҡ һәм күңел биреп башҡарылған. Шулай уҡ Вадим Ғәтиәт улының ҡатыны Зөһрә Йәғәфәр ҡыҙы менән бергә ойошторған йорт-музейы айырым иғтибарға лайыҡ. Ғаилә башлығы, һәр экспонатҡа айырым туҡталып, ҡыҙыҡлы итеп һөйләне. Экскурсия барыбыҙға ла бик оҡшаны.

 

Шағир ижады бөтөнләй икенсе яҡтан асылды

 

Артабан сәйәхәтебеҙ Иҫке Күрҙем ауылында дауам итте. Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев һәм уның һеңлеһе, Рәсәйҙең халыҡ артисы Зинира Атнабаеваның тыуған төйәге булған был күркәм ауылда бик тырыш кешеләр йәшәгәне күренеп тора: йорттар төҙөк, хужалыҡтар етеш. Ауыл мәҙәниәт йортонда беҙҙе университетыбыҙҙың Нефтекама филиалын тамамлап, был ауылға килен булып төшкән Финиә Сәхибгәрәева һәм мәҙәниәт йорто  хеҙмәткәрҙәре ҡаршы алды. Улар ихлас күңелдән ошо яҡтарға ғына хас булған биҙәктәр, бәйләү, сигеү, тегеү өлгөләре күрһәтте, төрлө ҡомартҡылар менән таныштырҙы. Һуңынан зыяратҡа барып, изгеләр рухына доға ҡылдыҡ, Хәҙрәт шишмәһе һыуынан ауыҙ иттек. Был ете шишмәнең һәр береһе бер мәғәнәгә эйә икән. Финиә Альберт ҡыҙы улар тураһында матур итеп һөйләне һәм шулай уҡ был ауылда ғына башҡарылған йырҙы ла йырлап ишеттерҙе.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевҡа арналған музей онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Уның ижады, тыуған яғының моңона үрелеп, бөтөнләй икенсе яҡтан асылды. Шағирҙың ғүмер буйы ултырып эшләгән өҫтәле, ултырғысы, ручкаһы һәм блокноты, гел яратып кейгән костюмы, гүйә, әҙип әҙгә генә сыҡҡан да хәҙер яңынан килеп инер тигән тойғо ҡалдырҙы.

Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы мәғрифәтсеһе, урман башҡорто Ғәли Соҡоройҙоң тыуған ауылы Иҫке Соҡорҙа ауылдың имам-хатибы, музей мөдире, үҙ эшенә мөкиббән киткән Бәхтегәрәй Арманшин ҡаршы алды. Ул Ғәли Соҡорой, уның ғаиләһе, тормошо, ижады хаҡында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр һөйләне. Урман башҡорттарының тарихы һәм бөгөнгө тормошо хаҡында беҙ белмәгән яңылыҡтар менән уртаҡлашты.

Арҙаҡлы Иҫән хандың ҡәберенә зыярат ҡылыу үҙе бер иҫтәлекле ваҡиға булды. Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күр, ти халҡыбыҙ мәҡәле. Ысынлап та, үҙ күҙҙәребеҙ менән барып күреү беҙҙең булған белемебеҙҙе, быға тиклем ишеткәндәребеҙҙе әллә күпмегә байытты, рухландырҙы.

Тәтешле үҙәк китапханаһы үҙенең бай фонды менән иғтибарҙы йәлеп итте. Хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире Зинира Шәрәфиева һәм уның коллегалары китапхананың эше, тарихы, уңыштары хаҡында һөйләне. Шулай уҡ Ғәли Соҡорой һәм Әнғәм Атнабаев премиялары лауреаты, шағир Фәнил Миңнеғәлиев менән осрашыу ҙа күңелдәргә уйылып ҡалды. Ул беҙгә үҙенең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, студенттарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар бирҙе. Зинира Дәүләтйәр ҡыҙы студенттар менән Тәтешле районына һәм күренекле яҡташтарына арнап викторина үткәрҙе. Ғөмүмән алғанда, был осрашыуҙан да бөтәбеҙ ҙә ҡәнәғәт ҡалдыҡ.

 

“Минең райондан берәйһе бармы?”

 

Аҡсәйет – райондың алдынғы ауыл­дарының береһелер. Үҙҙәренең ҡунаҡсыл­лығы, әүҙемлеге, берҙәмлеге менән әсир итте бындағы кешеләр беҙҙе. Ауыл мәҙәниәт йорто директоры Рәфил Фәтхетдиновтың (Салауат Фәтхетдиновтың бер туған ҡустыһы) етәкселеге аҫтында ойошҡан коллектив хайран итте. Ошо урында уларҙың һәр береһен исемләп әйтеп үтке килә: Сәғиҙә Лоҡманова (Сәғитдинова), Зәкиә Хисамова, Филариса Хужина, Әнфирә Мырҙабаева, Гөлзәмиә Әфләтунова, Мөзәкирә Саяпова, Лилиә Мөхәмәтнурова, Зөһрә Зиннәтуллина, Инзилә Намаҙшу­хамова, Тәрзимә Мөхәмәтлатипова.

Иң башта урындағы модель китапхана хеҙмәткәре Гөлназ Лоҡманова үҙҙәренең алып барған эше, уңыштары менән ентекләп таныштырҙы. Һуңынан апайҙар башҡарған һөнәрҙәре хаҡында һөйләне, үҙҙәренең ҡул эштәрен күрһәтте. Был ауылдағы осрашыу тағы ла шуныһы менән иҫтә ҡалды: ҡатындар төрлөһө төрлө яҡтарҙан килен булып төшкән. Һәр береһе үҙенең тыуған яғын һағынып, “Минең райондан берәйһе бармы?” тип студенттар араһынан яҡташтарын эҙләп, фотоға төшә лә башланы. Әммә улар, халҡыбыҙға хас йоланы үтәп, “төшкән ерҙәренә таш булып батҡан”, һәр береһе икенсе тыуған еренә әйләнгән Аҡсәйеткә, уның халҡына дан йырланы.

Осрашыу һуңында хужалар беҙҙе үҙҙәре бешергән тәмле аш-һыуҙары менән һыйланы. Күңелле табында Рәфил Зәки улы йырлап та ҡыуандырҙы. Ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы, тигәндәй, студент ҡыҙҙар ҙа яуапһыҙ ҡалманы, йыр бүләк итте.

Артабан сәйәхәт мәктәптә дауам итте. Унда директор Әҡлимә Лоҡманова ҡаршы алды, белем усағы тормошо, музейҙағы бай тарихлы һәр экспонат хаҡында тәфсирләп һөйләне.

Һәр ауылдағыса, бында ла мәсеткә инеп, ундағы апай-ағайҙар менән әңгәмәләшеп, доғалар ҡылып, ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Мәсеттәге имам да алыҫ Баймаҡ яҡтарынан күсеп килгән милләттәшебеҙ булып сыҡты. Ул да яҡташтарын осратыуға туғандарын күргәндәй шатланды, изге теләктәрен теләне. Танылған йырсы Салауат Фәтхетдинов һәм күренекле һүҙ оҫтаһы Гөлзәмиә Ситдиҡованың ауылдаштарына “Афарин”дан башҡа һүҙ юҡ!

 

Ҡымыҙ ҙа бешәләр бында

 

Шулған ауылы – райондың иң ҙур ауылдарының береһе. Был хужалыҡҡа килеп инеү менән, ваҡыты ни тиклем генә тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ынйы Бәҙретдинова үҙе ҡаршы алды. Улар мәҙәниәт йорто директоры Тюльпан Фәнзит ҡыҙы менән Еңеү паркына, балалар уйын майҙансығына, мәсеткә, ҡул оҫтаһы Илзидә Исламованың музейға тиң йортона экскурсияға алып барҙы, ауылдың бөгөнгөһө, киләсәге тураһында шатланып һәм ғорурланып һөйләне.

Мәктәп музейында тыуған яҡты өйрәнеүгә күп көс һалған тарихсы Наил Усманов үҙҙәренең тарихы, мәҙәниәте, йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәре хаҡында белгәндәре менән ихлас таныштырҙы. Шулай уҡ “Окоптау”, “Эйәртау” кеүек археологик яҡтан ҙур әһәмиәткә эйә булған изге урындарҙы ла барып күрҙек, тарихтарын тыңланыҡ.

Ошо уҡ ауыл биләмәһенә ҡараған Ҡашҡа, артыҡ ҙур булмауға ҡарамаҫтан, үҙенең үҙенсәлекле шөғөлө менән дан тотҡан ауыл. Бында төрлө яҡтарҙан кешеләр халҡыбыҙҙың шифалы эсемлеге – ҡымыҙ алыр өсөн килә икән. Ҡымыҙ йортонда киң күңелле хужабикә  – ҡымыҙ бешеү оҫтаһы Данира апай Хамматова һәм уның ейәне беҙҙе был файҙалы эсемлек менән һыйлап ҡына ҡалманы, ә нисек итеп бейә һауғандарын, ҡымыҙ бешеүҙең бөтә этаптарын күрһәтте, нескәлектәренә төшөндөрҙө. Данира апайҙың етеҙ, бөхтә, һәр нәмәне урын-еренә еткереп башҡарыуы, үҫмер ейәненең дә өләсәһе менән бергә бөтә эштәрҙе белеп эшләүе беҙҙе таң ҡалдырҙы.

Шулай итеп, экспедиция ла тамамланды. Иң тәүҙә ят һымаҡ булып тойолған Тәтешле еренә лә шаҡтай өйрәнеп алғайныҡ инде. Һауа торошоноң ниндәй генә булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙе һәр көн ваҡытында алып барып, ваҡытында алып ҡайтып ҡуйған автобус водителе Рәдиф Дәүләтгәрәевкә айырыуса ҙур рәхмәт! Ҡайҙа ғына барһаҡ та, тыныс һәм ышаныслы ҡулдар йөрөттө беҙҙе.  Өфөбөҙгә иҫән-һау әйләнеп ҡайттыҡ.

 
Фәнилә САЛАУАТОВА-ӘБЕЛҒУЖИНА

Тәтешле районы.

Читайте нас