

Күңелһеҙ хәбәр билдәле булды. Билдәле башҡорт музыканты, йырҙар авторы, популяр “Рух” рок-төркөмөнә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Ирек Атанов вафат булған. Уға ни бары 52 йәш ине. Был турала “Башинформ” агентлығы хәбәр итә.
Ул Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәгән. Музыканттың коллегалары хәбәр итеүенсә, ул Сибай ҡалаһының дауаханаһында вафат булған. Әйткәндәй, 18 апрелдә Өфөлә үтәсәк концертта ул төркөм менән сығыш яһарға йыйынған.
Ирек Атанов менән бәхилләшеү көнө һәм урыны билдәле түгел. Тыныс йоҡла, музыкант. Уның ғаиләһенең һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: "Башинформ".