Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
12 Апрель 2023, 15:00

Күҙ теймәһен сабыйға

Динәгә балалар баҡсаһында бик оҡшаған.

Күҙ теймәһен сабыйғаКүҙ теймәһен сабыйға
Күҙ теймәһен сабыйға

Билдәле йәш йырсылар Гөлназ Асаева менән Вилдан Шәмсетдинов кескәй ҡыҙҙары Динәнең һәр яңылығын социаль селтәргә ҡуйып бара.

Был юлы йәш ата-әсә ҡыҙҙарының балалар баҡсаһына йөрөүе хаҡында хәбәр итә. Кескәй генә булыуына ҡарамаҫтан, Динәгә балалар араһында булыу бик оҡшаған. Артабан да унда ниҙәр эшләүе, ниндәй уйынсыҡтарҙы яратыуы, дуҫтары хаҡында ла әсәһенең стористарын ҡарап белербеҙ әле. Әлегә Динәгә һау-сәләмәт кенә балалар баҡсаһында йөрөүен теләйбеҙ!

Фото: Гөлназ Асаева.

Видео: "Татарча хит. Татарса жыр" төркөмөнән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас