Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Апрель 2023, 12:30

Өфөгә легендар "Ялла" ансамбле етәксеһе Фаррух Закиров килде

Ул яҡын дуҫының юбилей концертында сығыш яһаясаҡ.

Өфөгә легендар "Ялла" ансамбле етәксеһе Фаррух Закиров килдеӨфөгә легендар "Ялла" ансамбле етәксеһе Фаррух Закиров килде
Өфөгә легендар "Ялла" ансамбле етәксеһе Фаррух Закиров килде

Совет һәм үзбәк эстрада йырсыһы, композитор һәм актер, “Ялла” вокаль-инструменталь ансамбленең художество етәксеһе, Үзбәк ССР-ның, шулай уҡ тағы ла элекке Советтар Союзының биш республикаһының халыҡ артисы, сәнғәт өлкәһендә Үзбәкстан Республикаһының Дәүләт премиялары лауреаты Фаррух Кәрим улы Закиров кисә Өфөгә килде. Уны тамашасы “Өс ҡоҙоҡ”, “Сәйхана”, “Ялла” кеүек йырҙары аша белә.

Ул дуҫы, Башҡортостандың халыҡ артисы Вилдан Яруллиндың юбилей концертында ҡатнашасаҡ. Фаррух Кәрим улын йола буйынса икмәк һәм ҡымыҙ менән ҡаршыланылар.

Әйткәндәй, бөгөн Вилдан Яруллиндың юбилей концерты “Өфө-Арена” һарайында уҙасаҡ. Унда бик күп эстарада артистары сығыш яһаясаҡ. “Ҙур тамашаға әҙерлектәр дәррәү бара. Тамашасымды хәтәр шәп концерт көтә. Бер нисә сәғәткә булһа ла, үҙебеҙҙең бер ҡайғыһыҙ йәшлек йылдарына ҡайтып килергә саҡырам”, – тип яҙҙы артист социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Фото һәм видеояҙма: vk.com/id

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас