Күптән түгел генә популяр йәш йырсылар Әлиә Ҡарасурина менән Ришат Төхвәтуллиндың тиҙҙән өйләнешеүҙәре хаҡында хәбәр иткәйнек. Йәштәрҙең туйҙары әле булмаған, был хаҡта аныҡ ҡына датаһы, ҡайҙа һәм нисек үтеүе хаҡында ла билдәле түгел. Әммә буласаҡ кәләшенең туйҙан һуң яҙмышы әле үк хәл ителгән.
"Интертат" мәғлүмәт баҫмаһы хәбәр итеүенсә, туйҙан һуң Әлиә Ҡарасурина гастролдәргә йөрөүен туҡтатасаҡ. Был хаҡта Ришат Төхвәтуллин үҙенең стористарында хәбәр итә. Виртуаль дуҫтары йырсыға: "Туйҙан һуң Әлиә гастролдәргә йөрөйәсәкме?" -тип һорау биргән ине.
"Ҡыҙғанысҡа, юҡ", тип яҙған ул. Был яуапҡа ҡарата ҙур борсолоу белдереп яҙыусылар булғанғалыр, йырсы яуабын тулыландырған.
"Дуҫтар, икенсе йылға Әлиә концерттарҙа булмаймы, тип борсолоусылар күп булды. Икебеҙ ҙә гастролдәрҙә йөрөп, буш йортҡа ҡайтып инеүе әллә нисек. Өйҙә көткән кешең булһа, яҡшыраҡ. Сәхнә йәки ғаилә инде. Беребеҙ өйҙә булырға тейеш", - тигән Ришат.
"Интертат" хәбәрсеһе Әлиә Ҡарасуринаның да яуабын белешкән.
"Бында тулыһынса ижад итеүҙе туҡтатыу тураһында һүҙ бармай. Ысынлап та, Ришат әйтмешләй, ҡатын-ҡыҙ ул өйҙә көтөп торорға тейеш. Аллаһ насип итһә, бәпәйҙәребеҙ булыр. Уларҙы ла тәрбиәләргә кәрәк буласаҡ. Ижадты гастролдәргә йөрөмәйенсә лә, студияла йырҙар яҙҙырып үҫтерергә мөмкин.
Үҙемде быға психологик яҡтан әҙерләй башланым. Ҡыйын булыр тип уйламайым, сөнки мин үҙем дә гастроль тормошонан бер аҙ арыным. Ришаттың төркөмөндә һигеҙ йыл эшләйем бит инде. Шуға күрә Ришат миңә йырламаҫҡа, өйҙә торорға ҡуша тип аңламағыҙ. Был - минең үҙемдең дә теләгем", - тигән Әлиә.
Йәштәрҙең ҡарарын тыныс күңел менән ҡабул итәйек һәм уларға ғаилә бәхете, ижади уңыштар теләйек!
Сығанаҡ һәм фото: "Интертат".