Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Апрель 2023, 13:00

Илһөйә Бәҙретдинова ниндәй яңылыҡтары менән уртаҡлаша?

"Башҡортостан да үҙ ҡыҙы кеүек ҡабул итә, бүләктәргә күмә", -ти ул.

Илһөйә Бәҙретдинова ниндәй яңылыҡтары менән уртаҡлаша?
Илһөйә Бәҙретдинова ниндәй яңылыҡтары менән уртаҡлаша?

Татарстандың атҡаҙанған артисы Илһөйә Бәҙретдинованың концерты Башҡортостанда шаулап үтә. Шуғалыр ҙа, күрәһең  Илһөйә Бәҙретдинова үҙенең социаль сәхифәләренә түбәндәге яңылыҡтары менән уртаҡлашҡан.

"Айына 28-шәр концерт ҡуябыҙ, өйгә ҡайтып ингән дә юҡ... Сығыштарыбыҙҙы күп һорайҙар, шуға ижад тарихында тәүге тапҡыр июндә лә эшләйәсәкбеҙ. Ғәҙәттә, майҙа тамамлай инек. Башҡортостан да үҙ ҡыҙы кеүек ҡабул итә, бүләктәргә күмә.

Хәҙер улым Нариман да айырым тора. Был - уның теләге. Егет кешенең айырым тороуы насар түгел. Фатиры миңә яҡын урынлашҡан. Уҡый ҙа, эшләй ҙә. Аҡса һорағаны юҡ" - тигән ул үҙенең социаль селтәрҙәрендә.

Тимәк, кемдәр әле Илһөйә Бәҙретдинованың концертына барып өлгөрмәгән, күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ, май һәм июнь айҙарында яратҡан йырсығыҙ йәнә Башҡортостанда сығыш яһаясаҡ.

Фото: "Интертат"

 

Автор: Карима Усманова
Читайте нас