Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
18 Апрель 2023, 05:08

“Моң төшөнсәһе тәрән ул”

Йыр сәнғәтенә фиҙакәр хеҙмәт итә.

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитованың исеме музыка донъяһында яҡшы таныш. Оло ихтирамға лайыҡлы абруйлы шәхес – халҡыбыҙҙың аҫыл ҡыҙҙарының береһе. Ошо көндәрҙә профессор оло юбилейын – 80 йәшен ҡаршылай. Уңайҙы файҙаланып, Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы менән осрашып әңгәмә ҡорҙоҡ.

 

– Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы, һеҙ – күп таланттарҙың тәбиғәттән бирелгән һәләтен үҫтереүгә ҙур көс һалған, йырҙы еренә еткереп башҡарыу нескәлектәренә төшөндөрөп, уларға сәхнәгә юл асҡан хөрмәтле остаз. Ә бит үҙегеҙ ҙә йыр сәнғәтенең иң юғары нөктәһе тип иҫәпләнгән Опера ғали йәнәптәренә хеҙмәт итә алған булыр инегеҙ. Тауышығыҙ оло-оло сәхнәләрҙе биҙәр ине, тип көткәндәр. Әммә һеҙ буласаҡ йырсыларға белем биреү юлын һайлағанһығыҙ...

– Уҡытыусыларым, опера театрының режиссеры мәшһүр Мәғәфүр Хисмәтуллин да миңә опера йырсыһы яҙмышы юрай ине. Институтты тамамлағанда Заһир Исмә­ғилевтең “Шәүрә” операһында төп пар­тияны йырланым. Тамаша бөткәс, Мә­ғәфүр ағай бөтә халыҡ алдында: “Фәрзәнә, үтенеп һорайым, Опера театрына ба-ар!” – тине, күҙҙәрендә йәш ине хатта. Шул ҡәҙәре шәп үткәйне шул спектакль!

Ул саҡта инде мин кейәүҙәмен, Аза­ма­тыбыҙ бар ине, институтта уҡый башла­ғанда, ике йәш ярым ғына ине, уҡып бөтө­үемә, ете йәш булды. Тәлғәт Ниғмә­тулла улы яуаплы урындарҙа эшләне, коман­дировкаларҙан ҡайтып инмәй тиерлек. Былай саҡта ла өйгә киске сәғәт 10-11-һеҙ ҡайтмай торғайны, ул ваҡытта бигерәк ныҡ эшләнеләр бит! Әгәр мин дә театрҙа репетициянан репетицияға, гастролдә йөрөп тик ятһам, баланы кем ҡарар һуң?..

Һәм, ныҡлы бер ҡарарға килеп, сәнғәт училищеһына эшкә киттем. Уҡытыу тәжри­бәм дә әҙме-күпме бар ине, сөнки  өсөнсө курста уҡығанда уҡ үҙебеҙҙең институттың беренсе курс студенттарына – буласаҡ театр актерҙарына вокалдан дәрес биреүҙе йөкмәткәйнеләр (көлә – авт.). Таңсулпан Бабичевалар курсы ине ул.

Дүртенсе курста булғанымда сәнғәт училищеһында  уҡыта башларға тура килде. Уныһы үҙе бер тарих. Хәҙергеләй иҫләйем, мине ул саҡтағы мәҙәниәт министры Вил Кәримов саҡыртып алды ла сәнғәт училищеһына уҡытырға барырға кәрәк икәнен әйтте. Училищела абруйлы Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазинала уҡыным – алдан, күрәһең, уның менән һөйләшеп хәл иткәндәр.

Ҡулға диплом алып, һайлау алдына килеп баҫҡас, икеләнмәй генә уҡытыусы­лыҡ юлын һайланым, һәм әлеге көнгә тиклем яратҡан һөнәремдән айырылмайым, яҙмышыма шөкөр.

 

– Ә ғүмерегеҙҙе йыр сәнғәте менән бәйләүгә нимә этәргес булғайны?  Баштан уҡ үҙегеҙҙе йырсы итеп күрә инегеҙме?

– Ғаиләбеҙҙә бөтәһе лә тиерлек йырға ғашиҡ ине, атайым да, әсәйем дә халыҡ йырҙарын оҫта башҡарҙы. Беҙ, балалары ла, һәр беребеҙ халыҡ йырын белдек. Ә мәктәптә ниңәлер химия фәнен айырыуса ҡыҙыҡһынып өйрәндем. Шуға ла медицина институтына барырға тейеш кеүек инем.

X класта уҡып йөрөйөм, ял көнө ине. Бер ваҡыт мине мәктәпкә саҡырталар: унда композитор Хөсәйен Әхмәтов килгән, йырға һәләтлеләрҙе тыңлап ҡарай, тиҙәр. Ул мине тыңланы ла мотлаҡ консер­ва­то­рияға уҡырға барырға кәңәш итте. Ул саҡта тап шуның өсөн йыялар ине. Риза булдым, шулай итеп, үҙемсә консерва­тория­ға барырға әҙерләнә башланым. Имтихандарымды алданыраҡ тапшырттылар, класташтарымдан алдараҡ аттестат алдым да киттем Өфөгә. Имтихан сәнғәт инсти­тутының Шаляпин залында бара ине. Сиратым еткәс, башҡорт халыҡ йыры “Сәли­мәкәй”ҙе йырлап ишеттерҙем. Комиссияла Мәғәфүр ағай Хисмәтуллин да бар ине. Сәхнәгә йүгереп менде лә фортепианола тональносты күтәреп-күтәреп йырлатып ҡарай. Мин эйәрәм, килеп сыға. “Ниндәй белемең бар?” – ти. X класты бөттөм, мандолинала, баянда уйнайым, тием. Музыкаль грамотам юҡ, ноталарҙы белмәйем бит инде. Шуға мине тәүҙә училищеға ебә­рер­гә хәл иттеләр. Башҡа имтихан алып торманылар, сәнғәт училищеһына инеп киттем. Шулай башланды музыка донъяһына юлым.

– Яҙмыш фарманы менән тыуған яҡтарығыҙға, Ишембай районына ла ҡайтып, балаларға музыкаль белем биргәнһегеҙ буғай?

– Тәлғәт ағайығыҙ менән танышҡанда мин сәнғәт училищеһының өсөнсө курсында уҡый инем, ул БДУ-ны тамамлап килә, комсомолдың Өлкә комитетында инструктор булып эшләп тә йөрөй ине. 1963 йыл ине был. Мин училищены тамамлағас, 1966 йылда өйләнештек. Тәлғәтте шул йылда Ишембайға комсомол комитетының икенсе секретары итеп эшкә йүнәлттеләр, беҙ күсеп киттек. Азаматыбыҙ шунда тыу­ҙы. Өс йыл музыка мәктәбендә уҡыттым. 69-ҙа сәнғәт институтына индем, профессор Л.Г. Менабени класында уҡыным. 1974 йылда бөтөп, 1999 йылға ҡәҙәр училищела вокал бүлеге мөдире булдым, унан инде сәнғәт институтында эшләй башланым, бына 23 йыл була инде, шөкөр.

 

– Беҙҙең халыҡта “моң” тигән матур төшөнсә бар. Уны башҡа телгә тәржемә итеп тә булмай хатта. “Тауышы бар ҙа, моңо юҡ”, тибеҙ ҡайһы бер йырлаған кеше тураһында. Шундай бер феноменмы ул башҡорт моңо?

– Туған телебеҙҙең, миллилегебеҙҙең бер сағылышы ул беҙҙәге моң. Ул төшөнсә башҡа халыҡтарҙа юҡ, ысынлап та шулай. Русса “мелодия” тигән һүҙ менән дә уны биреп булмай, ул көй генә әле. Ошо моңлолоҡто башҡортса белмәгән башҡа студенттарға ла аңлатырға тырышаһың, бының өсөн төрлө һүҙҙәр ҡулланырға тура килә, әммә барыбер ҙә тулы мәғәнәһен биреп еткереп булмай. Шундай серле, тәрән төшөнсә ул. Беҙҙең халыҡ йырҙарын ғына алайыҡ – бына ҡайҙа ул моң!

 

– Башҡорт халыҡ йырын башҡара алған талантлы кешегә операнан ария йырлау ҙа бер ни тормай, тиҙәр. Опера йырсыһы булырға әҙерләнгән йәштәр халыҡ йырын өйрәнәме?

– Эйе, дөп-дөрөҫ, тулыһынса килешәм. Беҙҙең халыҡ йырҙарын башҡарырға өйрәнгән кешенең тауыш диапазоны киңәйә, ҙурая бара, тимәк, мөмкинлектәре лә үҫә. Һәр кеше үҙенә генә хас тембр менән тыуа. Башҡорт халыҡ йырҙары инде йырсының тауышын тейешле юҫыҡҡа көйләргә булышлыҡ итә. Шуға күрә студенттар менән мотлаҡ башҡорт халыҡ йырҙарын өйрәнәбеҙ.

Тәжрибәмдән сығып, ошондай һығым­таға килдем: халыҡ йырҙарын йырлаған саҡта ул йырсының мейеһенән башланып, аҫҡа йүнәлә, эс тәңгәленә тиклем үтеп инә, эстән яңғырай, тиемме. Баш, бит өлөштәре яңғырап, хатта маңлай, яңаҡ һөйәктәре зыңҡып тора. Ул тын юлдарын киңәйтергә, үпкәләрҙе күнектерергә ярҙам итә. Бына ниндәй ҡөҙрәтле ул халыҡ йыры!

 

– Ә хәҙер сәхнәлә моңлоға ҡарағанда моңһоҙ йырсылар, көйһөҙ тигәндәй йырҙар тулып ята. Тыңлаусының зауығы төшә, йырҙың мәғәнәһе бәҫһеҙләнә. Ошоға нисек ҡарайһығыҙ?

– Был – ваҡытлы күренеш, тием. Йыр-моңдо аңлаған, баһаһын белгән тыңлаусы барыбер ҙә уларҙың лайыҡлыларын ғына иҫтә ҡалдыра, артабан шуны тыңлай, көйләй, шундай йырҙар ғына таралып китә. Ә ҡалғандары уның бер көнлөк, сағыш­тырмаса әйткәндә – кеше уны бөгөн, уҙа барһа, иртәгә тыңлай ҙа онота, башҡарыу­сыһының исемен дә хатта иҫендә ҡалдыр­май. Иләктән үткән, күңелгә еткәндәре генә йыр сәнғәтендә тороп ҡала. Телдән-телгә күсеп йырланған элекке йырҙарҙың, классикаға әйләнгән өлгөләрҙең, тарихын байҡаһаң, ошо көн кеүек асыҡ бит. 

 

– Ә шулай ҙа тағы ла һеҙҙең опера йырсыһы булыу ихтималлығына әйләнеп ҡайтһаҡ... Бер ҡасан да үкенгәнегеҙ булманымы?

– Тормошомдан ҡәнәғәт булғанғамы, был уй борсоманы. Опера тыңлағанда күк­рәкте “сың” иттереп кенә һыҙҙырып үткән мәл булды бер нисә тапҡыр. Аҙаҡ инде онотолдом, башкөллө уҡытыуға сумдым, белгәнем менән ысын күңелдән уртаҡлашырға тырыштым. Һәм әле ныҡлы әйтә алам: үкенмәйем, сөнки минең ҡанат аҫтынан әллә күпме бына тигән йыр оҫтаһы сыҡты, уларҙың уңыштарына үҙемдекеләй ҡыуанам, талантын асыуҙа өлөшөм ҙур икәненә ғорурланам. Улар – минең сән­ғәттәге дауамым төҫлө. Училищела – 48, институтта 50 студент уҡытып сығарҙым, ошо ҙур бәхет минең өсөн. Араларында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, атҡаҙанған, халыҡ артис­тары бар. Фәнәүи Сәлихов, Римма Амангилдина, Фәдис Ғәниев – Башҡортостандың халыҡ артистары, шуға өҫтәп, Фәнәүи һәм Благовещен филармонияһында эшләгән Антонина Волкова – Рәсәйҙең атҡаҙанған артистары, опера йырсыһы Илһам Вәлиев “Алтын битлек” премияһына лайыҡ. Йә­ше­рәк быуындан бөгөн үк популярлыҡ яу­лаған Лилиә Халиҡова, Гөлнара Вәлиева, Искәндәр Ғәзизов, Айгиз Ханов, Ришат Төх­вәтуллин, Руслан Сәйфетдинов, Гөл­шат Ғирфанова, Рәфис менән Алмас Сирусиндар, Гөлназ Асаеваларға өмөттәр ҙур.

Тауышым бөгөн дә элеккеләй сағыу­лығын юғалтмаған, быныһы Миләүшә Ғәли ҡыҙының үҙ ваҡытында тауышымды дөрөҫ ҡуя белеүе, уны һаҡларға өйрәтеүе арҡылы килә. Ысын педагог бына шундай булырға тейеш тә инде.

Студент саҡта йырлай торғайным. Училищеның беренсе курсында уҡ әле ул саҡтағы сәнғәт институты студенттары Рифҡәт Исрафилов, Фәтих Иҡсанов, Нурия Ирсаева, баянсы Миңләхмәт Ғәйнетдинов менән ҡышҡы каникулда концерт менән сығып китә инек. Ошо бригада менән училищены тамамлағансы йөрөнөм.

 

– Юбилейығыҙға килгәндә, Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы, уны сәхнәлә билдәләргә уйығыҙ бармы?

– Юҡ, әлегә ундай пландар төҙөлмәгән. Бәлки, алдағы көндәрҙә, донъяға, күңел­дәргә тыныслыҡ, һиллек ҡайтҡас, тәүәккәл­ләрмен.

 

– Етеп килгән тыуған көнөгөҙ ҡотло булһын, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ! Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!

 Белешмә

С. Юлаев ордены кавалеры.
Йәш йырсыларҙың Ғ. Әлмөхә­мә­тов исемендәге III асыҡ республика конкурсының I дәрәжә лауреаты (1970).
Рәсәй Мәҙәниәт министрлы­ғы­ның “Мәҙәниәттәге ҡаҙаныш­тары өсөн” знагы менән билдәләнгән.
БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983).
Рәсәйҙең (2008) һәм Башҡортос­тандың атҡаҙанған сәнғәт эшмә­кәре (1997).
Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Вокал сәнғәте буйынса совет ағзаһы.
Профессор, З. Исмәғилев исемен­дәге Өфө дәүләт сәнғәт инсти­ту­тының вокал сәнғәте кафедраһы мөдире.
“Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға – 100 йыл” юбилей миҙалы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы.


Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА

Читайте нас