

Яңыраҡ Илеш районының мәҙәниәт һарайында биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһе гөрләп үтте. Унда Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡурсаҡтар яһау оҫтаһы Әнисә Саттарова 60-тан ашыу ҡурсағын тәҡдим итте. Милли кейемдәрҙәге ҡурсаҡтарҙы эшләү өсөн ҙур хеҙмәт, тырышлыҡ, дәрт һалған оҫтаның ҡулдарына күҙ теймәһен!
Әнисә Ғәлим ҡыҙы Өфө китапхана техникумын тамамлағас, Илеш районындағы 86-сы лицей китапханаһына етәкселек итә. Күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн Рәсәй һәм Башҡортостандың Почет грамоталары менән бүләкләнгән. Ул осибана стилендә картиналар (пейзаж флористикаһы) яҙыу менән дә шөғөлләнә, башҡорт милли ҡурсаҡтарын ижад итә һәм уларға милли кейемдәр тегә.
Өҫтәүенә һәләтле ҡул оҫтаһының шиғырҙар яҙыуы, ижад емештәренең дүрт йыйынтыҡта донъя күреүе билдәле. Бына шундай талант, ижади ҡомар эйәһе йәшәй Илеш ерендә!
Фото: “Маяҡ” гәзите.