Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
18 Апрель 2023, 14:00

Рәсүл Ғамзатовты уҡығыҙ!

Күренкле шағирҙың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған Бөтә Рәсәй акцияһы иғлан ителә.

Рәсүл Ғамзатовты уҡығыҙ!
Рәсүл Ғамзатовты уҡығыҙ!

24 апрелдән 22 майға тиклем "Уҡыусылар өсөн мәҙәниәт" проектына ярашлы “Рәсүл Ғамзатов – балалар күҙлегенән” тигән Бөтә Рәсәй акцияһы үтә, ул күренекле шағирҙың тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала.

Рәсүл Ғамзатов олуғ шағир ғына түгел, ә ғәжәп талантлы публицист, прозаик, тәржемәсе була. Дағстан шағирының исеме илебеҙҙең халыҡтарын, төрлө быуындарҙы бәйләй. Уның тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы, "Уҡыусылар мәҙәниәте" ведомство-ара проекты тәҡдим иткән Бөтә Рәсәй акцияһы ике – белем алыу һәм интерактив йүнәлештәрҙә үтә.

24–30 апрелдә Дағстан театрҙары актерҙары Рәсүл Ғамзатов шиғырҙарын уҡый. Видеояҙмалар "Культурадляшкольников.РФ " порталында һәм "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге ушл уҡ исемле төркөмдә урынлаштырыла.

Акцияның интерактив өлөшөндә уҡыусыларға шағирҙың үҙҙәренә оҡшаған шиғырын уҡырға һәм “Бәйләнештә” селтәренә #гамзатовкдш хештегы менән видеояҙманы баҫтырып сығарырға тәҡдим ителә. Онлайн-конкурс ҡатнашыусылары өс номинацияла – 6–10 йәш, 11–14 йәш һәм 15–17 йәш – баһалана.

Баһалама ағзалары һәр төркөмдән 10 еңеүсене һайлап ала. Уларға “Уҡыусылар өсөн мәҙәниәт” проекты исеменән сертификаттар һәм бүләктәр тапшырыласаҡ, ә иң яҡшы сығыштар "Культурадляшкольников.РФ” порталында баҫыласаҡ.

Фото: культурадляшкольников.рф/news/

Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас