Нәзирә Фәрхетдинова – Бәләбәй районы “Урал батыр” милли-мәҙәни үҙәгенең “Ләйсән” башҡорт йыры халыҡ ансамбле етәксеһе.
Дәүләкән районының Иҫке Көрмәнкәй ауылында тыуып үҫкән. Бала саҡтан йыр-моңға әүәҫ булған.
“Үҙемде белгәндән алып бәләкәй сағымда өләсәйем (нәнәйем тиҙәр беҙҙең яҡта) алдында көнө буйы концерт ҡуя инем – әле башҡорт бейеүен бейейем, тиҙ генә ҡул артында булған нәмәләрҙән костюм һымаҡ итеп эшләп, һинд, татар, үзбәк бейеүҙәрен башҡарған булам. Йырҙар тураһында һөйләп тораһы ла юҡ: радионан (элек радио тыңлай инек бит) ишеткән бар йырҙарҙы йырлап, үҙем алып барыусы ла булып көнөм үтә ине. Был ҡыш көндәрендә нәнәйем беҙгә күрше ауылдан килеп йәшәп, яҙ еткәс ҡайтып китә торғайны. Инәйем (әсәйем) дә бик матур итеп йырлай ине. Өйҙә мандолина, гармун да булды. Шунан үҙем белгән көйҙәрҙе сығарып та уйнайым. Ошо һәләттәремде күрепме икән, өсөнсө кластан һуң мине Өфөгә Республика музыкаль тәрбиә биреү мәктәп-интернатына (хәҙер Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты) ебәрҙеләр”, – тип хәтерләй Нәзирә Фәрхетдинова.
Мәктәпте тамамлағандан һуң Ҡазан дәүләт педагогия институтына музыка уҡытыусыһы һөнәре буйынса уҡырға инә.
Оҙаҡ йылдар Бәләбәй педагогия училищеһында студенттарҙы музыка серҙәренә өйрәтә. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
Күп студенттары менән ғорурлана ул. Улар менән бер ҙә бәйләнештәрен өҙмәй. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан беҙҙең гәзит ойошторған “Ижад балҡышы” конкурсында еңеүе һөҙөмтәһенә лә уларҙың ярҙамы ҙур, ти ул. Студенттары һәр ваҡыт “Нәзирә апай” тип өҙөлөп тора. Улар республикабыҙҙың ғына түгел, илебеҙҙең төрлө мөйөштәренә таралып, барыһы ла кеше булып, ғаилә ҡороп балалар үҫтерә. Ҡатмарлы тормош юлында юғалып ҡалмауҙары менән ғорурлана. Күптәре юғары вазифалар биләй.
30 йыл педагогик хеҙмәттән һуң үҙен мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә һынап ҡарарға ниәт итә.
“Яҙмыш мине мәҙәниәт, айырыуса “Урал батыр” милли мәҙәниәттәр үҙәге коллективы менән бәйләүенә бик шатмын һәм рәхмәтлемен”, – ти ул. “Ләйсән” башҡорт йыры халыҡ ансамбленең төрлө дәрәжәләге еңеүҙәрендә Нәзирә Фәрхетдинованың өлөшө бик ҙур.
Рүзилә ҠОЛОМБӘТОВА