Сабирҙың ижадына беренсе булып Фәрит ағай Иҫәнғолов иғтибар итте булһа кәрәк. Билдәле яҙыусы үҙенең “Прозабыҙҙың йәш көстәре” тип атаған, уның “Тауҙарҙағы эҙ”, Таңсулпан Ғарипованың “Ялан сейәһе”, минең “Ҡайын япрағы” исемле тәүге китаптарыбыҙҙы, Мирас Иҙелбаевтың хикәйәләрен анализлаған күләмле мәҡәләһен 1983 йылдың февралендә “Кызыл таң” гәзитендә баҫтырҙы. Мәҡәлә Сабир хикәйәләренә генә түгел, үткән быуаттың 80-се йылдар башында прозаның “йәш көстәре” иҫәпләнгән дүртебеҙ өсөн дә тәүге һүҙ, тәүге иғтибар булғандыр ҙа әле.
“Яҙыусы булыр өсөн тыуғайны”
Әлбиттә, Сабир ижады әлеге китаптан башланмай, унда ингән хикәйәләре, бынан тыш очерктары, тәржемәләре республиканың ваҡытлы матбуғат биттәрендә 70-се йылдар аҙағында ныҡлап күренә ине инде. Миңә ҡалһа, аталған әлеге йыйынтығы уның әҙәбиәткә килеүен раҫлап ҡына ҡуйҙы.
Фәрит ағай Сабирҙың был китабындағы бер нисә хикәйәһен ентекле анализлай, табыштарын күрһәтә, тематикаһын, персонаждар характерын асыуҙағы ынтылышын, тасуирлау манераһын, стилен тоҫмалларға тырыша. Мәҡәләлә шундай баһалама бар: “...Ошо йыйынтыҡ буйынса Сабирҙың төп тема йүнәлешен, стилен, художество мөмкинлектәрен бик асыҡ төҫмөрләргә була. Йәш авторҙың туған тәбиғәт, уның байлығын әрәм-шәрәм итмәй файҙаланыу, һаҡлау мәсьәләләренә бағышланған әҫәрҙәре бик отошло. Улар яратып яҙылған. Эстәлектәре лә мауыҡтырғыс. Башҡортостандың үҫемлеккә, кейеккә, еләк-емешкә бай урмандары, мөһабәт тауҙары, ташҡын йылғалары, урмансылар, уны һаҡлаусылар, һунарсылар, егерҙар Сабир хикәйәләрендә киң сағылыш таба, тәрән һөйөү менән тасуирлана, кеше һәм тәбиғәт мөнәсәбәттәрендә характерҙар асыла...”
Тапҡыр һүҙҙәр. Унан теүәлерәк әйтеп тә булмайҙыр. Хикәйә жанрын, ғөмүмән, прозаны нескә аңлаған, үҙе лә оҫта хикәйәсе Фәрит Иҫәнғолов йәш ҡәләмдәшенең ғүмерлек ижади темаһы булып ҡаласаҡ урман, урманда эшләүселәр, уны һаҡлаусылар темаһын уның тәүге хикәйәләрендә үк күргән һәм ижадҡа үҙ темаһы менән килгәнлеген хуплаған. Әлбиттә, Сабир артабанғы ижад юлында был теманан ситкә лә сыҡҡыланы, уныһы шулай уҡ тәбиғи, гел генә бер ҡылда уйнап булмай, әммә, ҙурҙан ҡупҡанда, ул тема барыбер ҙә уның төп ҡиблаһы булып ҡалды.
Сабир Шәрипов ижады Фәрит Иҫәнғолов һүҙенән һуң өлкәнерәк быуындың, тиңдәштәренең, сағыштырмаса йәшерәктәрҙең дә тел осонан төшмәне. Ижад һуҡмағы башланған осоронда уның хикәйәләре, повестары, артабан инде романы хаҡында төрлө йылдарҙа халыҡ яҙыусыһы Н. Мусин, фән докторҙары З. Нурғәлин, С. Поварисов, Г. Гәрәева, М. Нәҙерғолов, В. Псәнчин уның ижадын төрлө аспекттарҙа яҡтыртты, Р. Солтангәрәев, Ә. Вахитов, Р. Хажиев һәм А. Филиппов, Я. Хамматов һәм башҡа әҙиптәр яҙҙы. Уларҙың барыһы ла авторҙың алған материалының ерлекле, тормошсан булыуын билдәләне, геройҙар характеры ваҡиғалар, киҫкен бәрелештәр аша асылғанлығын, уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ индивидуаль йөҙө барлығын, иркен тасуирлау манераһын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ғөмүмән, Сабирҙың бер әйбере лә иғтибарһыҙ ҡалманы, барыһына ла әҙәби тәнҡит ваҡытында үҙ һүҙен әйтә килде.
Шәхсән мин үҙем Сабир Шәрипов ижадын, нигеҙҙә, өс яҫылыҡта күрәм. Ул, шулай тип әйтергә яраһа, ошо өс жанрҙы ла, мисәүҙәге аттар һымаҡ, бергә алып бара алды. Улар – проза, журналистика һәм тәржемә.
Нәфис әҙәбиәткә журналистика аша килгәндәр йыш ҡына байтаҡ ваҡыт журналистиканан сыға алмай “йонсой”, бөтөнләй сыға алмағандар ҙа бар, ә Сабирҙың журналистикаһы ла художестволы әҫәр кеүек мауығып уҡырлыҡ ине. Уның теге йәки был күренекле шәхес тураһындағы очерктары, һүрәтләмә-портреттары – һүҙ менән яҙылған ыҡсым картина ул. Юлйөрөм-сәйәхәттәрен, тарихты байҡаған эҙләнеүҙәрен ал, социаль проблемаларҙы күтәргән сығыштарын уҡы, коллегаларының ижадын юллаған рецензияһы, тәнҡит мәҡәләһе менән таныш – һәммәһе лә ҡағыҙға рәссам ҡулы менән төшөрөлгән. Сөнки ул ябай мәғлүмәт менән әҙәби һүҙ араһындағы айырманы бик яҡшы аңлай ине. Быны аңлар өсөн яҙыусы булып тыуырға кәрәк. Ә Сабир яҙыусы булыр өсөн тыуғайны. Мин уны бүтән һөнәр эйәһе итеп һис кенә лә күҙ алдына килтерә алмайым.
Яратып яҙҙы
Яҙғандарының һәр ҡайһыһында ла ул ихлас булды, бар күңелен, йөрәген һалды, Фәрит Иҫәнғолов ағай әйтмешләй, яратып, тәрән һөйөү менән яҙҙы. Һәр ҡайһыһына ниндәйҙер уңышлы деталь, асҡыс таба белде – быныһы шулай уҡ рәссам ҡылығы, халыҡ ижадына, фольклорға таянды. Ижадына шулай уҡ еңелсә юмор, ым-ишара, мәрәкәләү, төрттөрөү һымаҡ мотивтар ҙа хас ине. Шуға ла прозаһы ла, журналистикаһы ла еңел уҡылды, аңлайышлы һәм ябай булды.
Әйткәнемсә, ул төрлө темаға ла яҙа ала торған универсаль журналист та ине. Әҙиптәр тураһында әйтәһе лә түгел, үҙ цехы тигәндәй, театр әһелдәре, артистар, йырсылар, рәссамдар, композиторҙар, фән кешеләре хаҡында профессиональ кимәлдә һүҙ йөрөттө. Уларҙың һәр ҡайһыһы, әйткәнемсә, уҡымлы булды, йылы булды, сөнки ниндәй һөнәр кешеһе тураһында яҙһа ла, уның эске донъяһына инә белде, уй-кисерештәрен, өмөт-хыялдарын, ынтылыштарын ерлекле һәм ышандырғыс тасуирланы. Уларҙа кешенең тышҡы хәрәкәте түгел, күңел хәрәкәте, йөрәк хәрәкәте булды.
Мин уның һүҙ байлығына һәр саҡ һоҡлана торғайным. Ул халыҡтың һөйләш телен, халыҡ араһында йөрөгән лаҡап, ҡыҙыҡ хәлдәрҙе, көләмәстәрҙе яҡшы белә һәм әҫәрҙәрендә урынлы ҡуллана торғайны. Ошо һүҙ байлығы, иркен тасуирлау манераһы, йүгерек стиле, деталдәре уның прозаһын да, журналистикаһын да уҡымлы итте.
Сабирҙың төрлө телдән, нигеҙҙә, әлбиттә, рус теленән, башҡортса яңғыратҡан эштәре китапхананың бер кәштәһен тултырырлыҡ. Улар художестволы әҙәбиәт кенә түгел, төрлө жанрға ҡараған әҫәрҙәр. Был йәһәттән ул һайланып торманы ла буғай – үҙе хеҙмәт иткән редакциялар, китап нәшриәте, Яҙыусылар союзы ҡуша, һорай, үтенә икән, “кәрәкме, тимәк, эшләйбеҙ” тине лә ултырҙы ла эшләне. Йыш ҡына уның был күндәм шөғөлө үҙенең әҫәрҙәрен яҙырға ҡамасауланы ла: ваҡытын да алды, көсөн дә һурҙы. Нишләйһең, ижад ҡорбанһыҙ булмай шул. Ә ҙурҙан ҡупҡанда, шул рәүешле ул әҙәбиәттәрҙе байытты, халыҡтарҙы бер-береһенә яҡынайтты. Һуңынан уның хеҙмәттәре төрлө антологияларға, йыйынтыҡтарға, ғилми йәки фәнни баҫмаларға инеп китте. Һәм улар бөгөн дә мауығып уҡыла.
Бөгөн килеп шуны уйлайым, Яҙыусылар союзы идараһы ниндәйҙер мөғжизә менән художестволы әҙәбиәт өлкәһендә тәржемә эше өсөн премия булдыра ҡалһа, Сабир был бүләккә, һис шикһеҙ, тәүгеләрҙән булып дәғүә итә алыр ине, сөнки оҙаҡ йылдар дауамында рус телендә ижад иткән үҙебеҙҙең әҙиптәребеҙҙең дә, күршеләрҙә, хатта сит илдәрҙә йәшәгәндәрҙең дә күп әҫәрҙәрен башҡортсаға ауҙарҙы. Фәрит ағай Иҫәнғолов әйтмешләй, уларҙы тәрән һөйөү менән башҡарҙы, үҙ әҫәрен яҙған кеүек башҡарҙы. Ә һәр эш ниндәй форматта булһа ла баһа алырға тейеш.
Тәбиғәт бушлыҡты яратмай. Бер нәмә юҡ булһа, уның урынына икенсеһе хасил була. Тормошта ла шулай: берәүҙәр китә, икенселәр килә, йәғни быуындар алмашынып тора. Ләкин бер яҙыусыны икенсеһе алыштыра алмай. Уларҙың һәр ҡайһыһы ҡабатланмаҫ, алыштырғыһыҙ фекер эйәһе, индивидуаль шәхес. Сабир Шәриповтың да үҙе йәшәгән донъяһы, йөҙ тотҡан ҡиблаһы булды, үҙе генә әйтә алған һүҙе, фекере булды. Шуның менән ул ҡәҙерле лә. Әйтәгүр, уның уҡымлы прозаһы, ихлас журналистикаһы, йылы тәржемәләре бөгөн генә түгел, алдағы көндәрҙә лә уҡылыр. Быға минең иманым камил.
- Әмир ӘМИНЕВ