Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Апрель 2023, 16:57

Башҡорт халыҡ кейеме – бик боронғо ҡомартҡы

“Милли хазинабыҙҙы өйрәнеү – минең тормош мәғәнәһе”

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Башҡорт милли кейем өлгөләрен, төрлөлөгөнә ҡарап, ете комплексҡа бүлеп йөрөтәләр. Башҡорт милли кейеме өҫтөндә ентекле тикшереү эше алып барған, ғилми яҡтан өйрәнгән “Башҡорт кейеме. Технологияһы. Конструкцияһы. Декоры”, “Башҡорт тамбуры тылсымы” китаптары авторы, технология фәндәре кандидаты Айгөл КАМАЛИЕВА менән әңгәмәлә һүҙ ошо хаҡта.

 

– Башҡорт милли кейемен өйрәнеүсе­ләргә һеҙ яҡшы таныш. Был өлкә менән ҡыҙыҡ­һынмаған кешенең һеҙҙе бел­мәүе лә ихтимал. Гәзит уҡыусы­ларҙы үҙегеҙ менән яҡында­ныраҡ таныштырһағыҙ ине.

– Сығышым менән Шишмә ра­йонының Ҡара Яҡуп ауылынанмын. 10-сы һөнәрселек лицейын тамам­лағас, Рәсәй туҡыу һәм еңел сәнә­ғәт институтының Өфө филиалына уҡырға индем. Филиал Башҡорт дәүләт университетының дөйөм инженер факультеты тип үҙгәртел­де, уны 90-сы йылдар аҙағында тамамланым, инженерлыҡ белеме алдым. Һуңынан Мәскәүгә аспиран­тураға  индем һәм 2005 йылда “Башҡорт халыҡ кейеме өлгөһөндә милли кейемде проектлау” тигән темаға диссертация яҡлап, техник фәндәр кандидаты булдым. Һуңыраҡ Мәскәүҙә докторантураға үттем, әлеге ваҡытта башҡорт халыҡ кейеменә ҡағылышлы ғилми тикшеренеүҙәр алып барам һәм китаптар яҙам.

Милли кейем традицияларын өйрәнеү минең өсөн тормош мәғә­нәһенә әйләнде. Костюмдары­быҙҙың серҙәрен күберәк өйрәнгән һайын, уның тураһында ни тиклем аҙ белгәнебеҙҙе аңлайым. Бынан тыш, халыҡ кейеменең тәрәнлеген һәм фәлсәфәүи мәғәнәһен төшөнөр өсөн ғалимдарҙың халыҡ сәнғәте теорияһы һәм практикаһы өлкәһен­дәге фундаменталь ғилми хеҙмәттәрен өйрәнергә кәрәк. Ә уның үҙ ҡанундары.

 

– Ни өсөн милли кейемде һайланығыҙ? Был өлкәгә килеүегеҙ осраҡлы булдымы, әллә аныҡ сәбәбе бар инеме?

– Был, моғайын, миңә бирелгән иң популяр һорауҙыр. Ғәмәлдә барыһы ла ғаиләнән килә. Бөтә йәйҙәрҙе лә беҙ апай-һеңле һәм ағай-энеләребеҙ менән ауылда үткәрҙек. Ауыл байрамдарында башҡорт йырҙарын, туған телде тыңлап, башҡорттарҙың традицион шөғөлдәрен күреп һәм үҙебеҙ ҙә эшләп үҫтек. Быларҙың барыһы ла беҙгә бала саҡтан һеңгән. Миңә нәнәйем мираҫ булараҡ боронғо сулпылар, беләҙектәр, алҡалар бүләк итте. Ул ҡомартҡыларҙы күҙ ҡараһылай һаҡлайым. Һөнәр һайлағанда миңә ата-әсәйем ярҙамлашты, бының өсөн уларға рәхмәтлемен. Беҙ бергәләп республика буйлап башҡорт халыҡ кейем­дәрен эҙләп йөрөнөк, һуңғы аҡсаларыбыҙҙы сарыф иттек, әммә йәнә юлға йыйынып, муниципаль музейҙарға, ауылдарҙағы халыҡ кейеме хужаларына бара инек. Ошо материалдар нигеҙендә диссертация яҙҙым. “Башҡорт кейеме. Технологияһы. Конструк­ция­һы. Декор” китабы ата-әсәйем Әлфиә Миң­лебай ҡыҙы менән Салауат Ти­мерхан улының ҙур ярҙамы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде. Һәр кешенең тормошонда күп нәмәне ғаилә хәл итә, бала саҡтан тәрбиәләнгән ҡиммәттәр миңә был йәһәттән ҙур бәхет килтерҙе, Аллаға шөкөр.

 

– Кейем тегеүселәр һеҙҙең китаптарҙы ихлас ҡабул итте. Элек бындай китаптар булманы, эшләүе ауыр ине, тигән һүҙҙәр ишетергә тура килде. Башҡорт милли кейеме быға тиклем ниндәй кимәлдә өйрәнелгәйне? Һеҙ ниндәй мәғлүмәттәргә таянаһығыҙ?

– Костюмдарҙы өйрәнеүемә тиҙҙән 30 йыл була. Милли кейем­дәребеҙ тураһында бөтә белгән­дәребеҙ – уның үҫешенең ҙур тарихының бик бәләкәй өлөшө генә, тип әйтә алам. Башҡорт халыҡ кейеме – бик боронғо ҡомартҡы. Сел­тәр, һаҡал, сәсүрмес кеүек башҡорт биҙәүестәренең барлыҡҡа килеүен ғалимдар Көньяҡ Уралда йәшәгән бронза быуаты ҡәбилә­ләре менән бәйләй. Ә бит был биҙә­үестәр беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән һәм, археологик табыл­дыҡ­тарҙан күренеүенсә, шул уҡ композицияла һәм формала һаҡланған.

Башҡорт кейемендә мифология, рухтарға боронғо ышаныуҙар, Йыһан һәм Ғаләм тураһында боронғо күҙаллауҙар сағылды­рылған. Ул әйбер генә түгел, ғөмүмән, донъя картинаһы ла. Бөгөн Көньяҡ Уралдың боронғо ҡәбиләләре тарихы тураһында күп фәнни һығымталар яһайбыҙ, улар һуңынан башҡорт халҡының тарихын байыта. Уларҙың мәҙәни үҙенсәлектәре костюмда теге йәки был традицияларҙы күрһәтә. Орнаменттың, декорацияның һәм кейемдең йәшерен мәғәнәһен аңлар өсөн халыҡ тормошоноң бөтә өлкәләрендә лә, рухи һәм матди өлкәләрҙә лә киң белем спектры кәрәк, сөнки костюм халыҡтың көндәлек тормошон, уның донъяға ҡарашын һәм ҡиммәттәрен сағылдыра, шуға күрә башҡорт кейеме традицияларын өйрәнгәндә мин фольклорға, этнографияға, тарихҡа, мәҙә­ниәткә, хужалыҡҡа, сауҙа мөнәсәбәттәренә, башҡорт мифологияһына һәм башҡа күп мәғлүмәттәргә арналған фәнни әҙәбиәттең киң даирәһенә таянам.

 

– Кейемдәребеҙ ғәйәт киң байлығы һәм төрлөлөгө менән айырылып тора. Шундай төрлөлөк ҡайҙан килә?

– Был һорауға бер-ике һөйләм менән генә яуап биреү мөмкин түгел. Башҡорт костюм комплекс­тарындағы айырмалар башлыса бер нисә факторға, күпселек осраҡта тәбиғәт-климат шарттарына, Көньяҡ Уралдың теге йәки был өлөшөнөң үҫеш тарихына, шөғөлдәргә, йәшәү рәүешенә һ.б. бәйле. Мәҫәлән, Көньяҡ Уралдың таулы өлөшөндә өҫ кейеме, йылы әйберҙәр өҫтөнлөк итә, уларһыҙ ҡышҡы ҡаты һыуыҡтарҙа йәшәү мөмкин түгел. Шулай уҡ әҙерләү материалындағы айырмалар сей­малдың булыуы менән бәйле, ул тире, йөн, етен һәм башҡалар. Тышҡы төрлөлөгөнә ҡарамаҫтан, костюмдарҙы берләштергән төп һыҙат – халыҡтың донъяға ҡарашы, ул орнаментта, биҙәү принцибында, донъя төҙөлөшө тураһында боронғо күҙаллауҙарҙы сағыл­дыр­ған композицияла, хатта костюм­дың композицияһында ла баш кейеменән алып аяҡ кейеменең табанына тиклем күренә.

Ҡабатлауҙан арымайым. Башҡорт кейеме – бик боронғо, уникаль ҡомартҡы һәм башҡа мәҙәниәттәрҙә аналогы юҡ. Күп быуаттар дауамында үҫешкән күренеш булараҡ, башҡорт кейеме төрлө тәбиғәт-климат шарттарына яраҡлашҡан, яңы үҙенсәлектәргә эйә булған, әммә бөгөн бөтә ете комплексты берләштергән сигеү, технология, биҙәү схемаларында нигеҙен һаҡлаған. Шулай уҡ был һорауға тулы яуап биреү өсөн башҡорт ырыуҙары тарихын өйрәнергә кәрәк, күп хәҡиҡәт тап шунда йәшеренгән.

 

– Һуңғы ваҡытта милли ке­йем­дәргә иғти­бар ныҡ артты. Был нимәнән килә тип уйлай­һығыҙ? Милли үҙаң уяныуымы?

– Һуңғы йылдарҙа милли кейемгә ҡы­ҙыҡһыныу арта, өҫтә­үенә, юғарынан төшкән мәж­бүри талап түгел, ә халыҡтан килгән ҡы­ҙ­ыҡ­һыныу – ул феноменаль күре­неш. Бын­да, моғайын, социологик тикшеренеүҙәр, феноменды сисеү­гә фәнни ҡараш кәрәк. Әммә ғәҙел­лек өсөн халыҡтың башҡорт кейе­менә ҡыҙыҡһыныуы һәр ваҡыт булған, юғиһә боронғо кейем өлгө­ләре, биҙәүестәр һаҡланмаҫ ине, тип әйтергә кәрәк. Һуңғы йыл­­дарҙа ғына ул киң ҡолас ала һәм, моға­йын, Милли кейем көнө быны берләш­тергәндер. Әлбиттә, һуңғы йылдарҙа парад үткәрелмәүе үкенесле хәл. Республи­ка­быҙҙағы бөтә халыҡтарҙың берҙәмлеге һәм дуҫлығы символы булараҡ, был ғәйәт ҙур сара. Дөрөҫөн әйткәндә, милли кейем­дәрҙә урамға күмәкләп сыҡҡан сара кәрәк, бигерәк тә Рәсәй рекордтар китабына ингәндән һуң. Халҡыбыҙ билдәле глобал­ләшеүҙән һәм зыянлы Көнбайыш мәҙәниәтенән бай тәбиғәткә, ауылға яҡын булыуы менән ҡотҡара, тип уйлайым, сөнки беҙҙең көс тап шунда тупланған, унда милли йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр һаҡланған. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: хаҡлы ялға сыҡҡас, күптәр тарихи тамырҙарына яҡыныраҡ ауылдарға ҡайта. Моғайын, бының да ғилләһе барҙыр.

 

– Кейемдәребеҙҙе тергеҙеүсе оҫталар ҙа артты. Уларға һәм яңы өйрәнә башла­ғандарға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?

– Йәш оҫталарға боронғо образдарҙы күсереп эшләүҙән башларға кәңәш итер инем. Һәр хәлдә, был оҫталыҡҡа беренсе аҙым, “ҡулды шымартыу” булыр ине. Бер элементты йөҙ тапҡыр ҡабатларға кәрәк һәм шул саҡта ҡул үҙе билдәле бер һыҙыҡҡа, һы­ҙымға һ.б. күнегә, ә күҙ һиҙелмәгән деталдәрҙе тоя башлай. Ә инде оҫта теге йәки был элементтың үҙенсәлектәрен өйрәнгәндән һуң, бындай әйберҙәрҙе үҙе лә булдыра ала, әммә халыҡ традициялары нигеҙендә эшләй. Һәм, әлбиттә, халыҡ тормошо, тарих менән бәйле бөтә мәғлүмәтте өйрәнеү, музей­ҙарға, бигерәк тә бәләкәй ҡала­ларҙағы муниципаль музейҙарға йөрөү, билдәле оҫталар менән аралашыу мотлаҡ. Улар серҙәрҙе ҙур ҡәнәғәтлек менән һөйләй. Хәҙерге заман оҫталарына халыҡтыҡын ижад итеүе ауырыраҡ, сөнки беҙ традицияларға урын ҡалмаған икенсе донъяла йәшәйбеҙ. Ә бит борон әйберҙәрҙе ошолай теккән­дәр: милли кейемдәрҙәге ҡыҙҙар аулаҡ өйҙә, йәғни традицион ке­ләмдәр, таҫтамалдар менән биҙәл­гән йортта йыйылған, йырҙар йырлап, әкиәттәр һөйләп, бөтә мәсьә­ләләр буйынса кәңәшләшеп, матур­лыҡ өлгөләре тыуҙырған. Был – кол­лектив ижади хеҙмәт һәм оҫта­лыҡ өлгөһө. Хәҙер ҙә уны терге­ҙергә кәрәктер.

- Рүзилә ИҪӘНБАЕВА

Читайте нас