Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Апрель 2023, 17:17

Матур көн (Хикәйә)

Нәсих Хәлисов коллажы.Нәсих Хәлисов коллажы.
Фото:Нәсих Хәлисов коллажы.

– Аҡыл өйрәтмәгеҙ миңә! – тине...

Эйе, тап шулай тине, күҙен дә йомманы. Ауыҙы ла ҡыйшайманы. Теле ҡоро... Тфү! Үсен ҡандыр­ғансы ҡутара һоғондороп ирешә лә алмай бит әле Ғәйшә. Хатта эстән генә ҡарғай ҙа алмай. Алмай, сөнки анауындай һүҙ ташлап ултырған йүнһеҙ бисә – уның килене. Берҙән-бер улының ҡатын булған нәмәһе, йәндәй күргән ейәненең әсәһе. Ошо ике сәбәп тә һәм әлеге кеше араһындағы бит йөҙлөгө булған оятсылыҡ та уның ауыҙына йоҙаҡ һала. Ғорур ҡәйнә дәрәжәһен, боронғо ҡанундар аша ҡарағанда, әле ишек төбөнән дә үтеп китер хоҡуғы булмаған йәш килен ишараты менән сар-сор талашып тороу кимәленә төшөргөһө килмәй. Борола ла сығып китә. “Төкөрҙө ул һиңә” тигән була торғайны әсәһе, атаһы әбейенең хәбәрен һанға һуҡмай китеп барһа. Ғәйшә лә шуны күрһәтте булды килененә, хатта ишекте япҡанда ирендәре лә ҡыбырланы:

– Төкөрәйем дә!..

Әйтерен әйтерһең дә быныһын, ә һин уны башҡарып ҡара? Тура мәғәнәһендә тимәйем инде, күсмә мәғәнәһендә лә була торған хәлме һуң әле? Шул бер нәмә арҡаһында улынан, унан да бигерәк ейәненән баш тарта ала буламы? Ә инде тегеләрен – айырырһың! Әллә нимәһен шул хәтлем генә лә мөкиббән киткән бит улы бисәһенә. “Мәғинетте нәмәһе” тип һуҡрана торғайны әлеге әсәһе улдарын арбаған килендәренә үҙҙәре ишетмәгәндә. Шул көн килде хәҙер Ғәйшәгә лә. Киленен һыртынан әрләп ҡайтып бара. Ә уныһы, мин булмағанда мине туҡмаһағыҙ ҙа ярай, тигән шикелле ирәйеп ултырамы икән? Ҡәйнәне урынына ҡуйҙым әле, ҡайһы яр уныҡы, ҡайһыһы минеке икәнде күрһәттем, тип кинәнәлер...

Ауыр кисерҙе был сыйышты ҡатын. Эйе-эйе, дөрөҫ уҡынығыҙ – ҡатын. Өләсәй булһа ла, әбей түгел әле ул. Олораҡ инде оло­лоғон, алтын юбилейҙың алмаһын ашаған, әммә үҙен ҡарсыҡтар сафына индермәй. Шартлата баҫып эшләп йөрөй, пенсияға алыҫ әле. Туҡта... барыһы ла үтә генә лә яҡшы һымаҡ ине лә баһа. Нимәнән сыҡты, ҡайҙан башланды һуң әле был аңлашмаусанлыҡ?..

Ғәйшә улы менән бер ҡайғыһыҙ, бер низағһыҙ йәшәп ята ине. Уның тормошона ҡыҫылмай ҙа ине һымаҡ. Улы институтты тамамланы ла бер фирмала хеҙмәт юлын башланы. Беренсе йыл өйрәнде, икенсе йыл күренде, өсөнсө йыл һөҙөмтәләргә өлгәште, тигәндәй. Унан үҫтерҙеләр. Эш хаҡы ла ярайһы ғына, тотошлайы менән үҙаллы булды. Әсәһен ҡыуанды­рып шулай йөрөп кенә ятҡанда... Юҡ, бәлә килде, тип тә әйтә алмай ул. Әммә шатлыҡ та тип алдаша алмай. Көтөлмәгән хәл. Бына шулай дөрөҫөрәк булыр. Көтөлмәгән хәл сығып ҡуйҙы: улы ҡыҙ эйәртеп ҡайтты. Фирмаға яңы килгән йәш белгес икән. Улы шулай тип кенә таныштырһа ла, Ғәйшәнең мейе­һен сыйып ҡына бер һиҙемләү үтте. Быны иҫкәртеп ҡуяйым әле тип уйлап ҡына йөрөй ине, улы отпуск тураһында һүҙ сығарҙы:

– Быйыл ялға мине көтмә, әсәй. Минеке көҙгә ҡала.

– Ниңә? – тип һораны әсә кеше аптырап, сөнки улар йәйге ялды бергә үткәрергә өйрәнгән.

– Самираның отпускыһы көҙгә генә.

– Кемдең? – Кем икәнен бик яҡшы хәтерләһә лә, ҡабатлап һора­ны. Һәм артабанғы һорауы менән үҙен һатты ла: — Ә Самираның бында ни ҡыҫылышы бар?

Улы аҙ ғына өндәшмәй торҙо, әйтерен үлсәне, ахыры:

– Беҙ дуҫлашабыҙ, әсәй. Теге юлы аңлағанһыңдыр тип уйлағай­ным. Ялды бергә үткәрергә һөй­ләштек... һәм бергә йәшәргә.

– Ә?

– Һинең фатихаң менән, әл­биттә. Өйләнешеп.

Фатиха ҡасан бирелгән дә, улы­ның өйләнеүе нисек үткәнен аныҡ ҡына хәтерләмәй ҙә инде Ғәйшә, йәштәргә тантана ла ҡунаҡтарға байрам булһа ла, яңғыҙ ул үҫтергән ҡатынға тауҙай мәшәҡәттәр ине был сара. Ярай әле улы үҙе аҡса йыйған. Әммә бит әле ул аҡса үҙе генә барыһын да хәл итмәй.

Баштан уҡ айырым сыҡтылар. Фатирҙа бер бүлмә буш тора, тип бот сапҡайны ла, улы өҙә һуҡты: беҙ шулай хәл иттек. Йә, Алла, берәүҙәр хәл иткән икән. Диван бирәйем тигәйне – баш тарттылар, яңыһы бар. Һаҡлап тотҡан балаҫын һөйрәп сығарғайны – алманылар, хәҙер мода икенсе, ти. Имеш... Картина тотоп барғайны, улы кире алып килде:

– Әсәй, Самира айырым стиль менән биҙәй бит фатирҙы. Уның үҙ зауығы. Һин был картинаңды берәйһенә бүләк итерһең, яраймы.

Иренен ҡымтыны ла, сабыр­лығын бөрөп тотоп, бер сәнсә ҡарау менән генә сикләнде Ғәйшә. Мәле етер – әйтермен, тип уйланы. Тик мәле етмәне лә етмәне. Килен ауырлы булып, уға кәңәш иткән­дәре лә батманы. Хәҙер ауырлы­ларҙың да әллә ни башҡа тәртип­тәре икән. Бала тыуғайны – үҙҙәренсә. Әйтерһең, Ғәйшә бала тапмаған да бәпләп үҫтермәгән. Һалыуы ла, кейендереүе лә, имеҙеү ваҡыттары ла төптө башҡа икән дә. Нимә тип кенә өйрәтһә лә, замана педиатрҙары ла, китаптары ла, хатта интернет та унан аҡыллы булып сыҡты ла торҙо. Был тамам йәненә тейҙе өләсәй­ҙең.

– Һеҙ ниңә минең менән һанаш­майһығыҙ ул? – тине ул бер көн улына.

– Әсәй, әйҙә юҡтан проблема яһама? Беҙ баланы ҡарай беләбеҙ, тәрбиәләй алабыҙ. Ейәнең менән күрешеп тораһың, алып ҡалаһың, бер ҡаршылыҡ юҡ бит. Ҡалған барыһын да беҙ үҙебеҙ, зинһар.  Яраймы?

– Һине үҫтергән әсәйеңә ышан­майһың, ә барлығы ике йыл белгән бер баймабашҡа яҙмышыңды башкөллө тапшырғанһың икән.

– Әсәй?.. – улы көлкөгә һалыш­тырып ҡына ҡуймаҡсы.

– Көлмә. Егерме өс йәшлек ҡыҙҙа ниндәй аҡыл булһын әле? Ул күңеленә нисек ята – шулай эшләй. Ә әсәйең төптән уйлап...

– Самираға үҙенә әсәй булырға бир. Тығылма шуның донъяһына, мине ике араға ҡуймағыҙ.

– Ата-а-аҡ! Тығылам икән дә мин, ә?

– Әсәй... – улы хәҙер инде ялынғандай ҙа итте. – Үҙ тормошоң юҡмы ни һинең? Аралаш, ана, әхирәттәрең менән. Берәй түңә­рәккә яҙыл. Әйҙә, бассейнға абонемент алып бирәйем? Бәлки, шифаханаға барып йөрөп ҡайтыу кәрәктер һиңә? Дуҫ табып ал үҙеңә, театрға йөрөргә, бергәләп сәй эсергә... яңғыҙ ҡартайғансы...

Бындайҙы уҡ көтмәгәйне улынан Ғәйшә. Асыуланып эйәген күтәрҙе лә... өндәшмәне. Улына өндәш­мәне, әммә килененә әйтте:

– Ниңә улымды миңә ҡаршы ҡуяһың? Һин уға, киреһенсә, әсә­йеңде тыңла, ул тәжрибәле кеше, тип әйтергә тейешһең. Берәй нәмә башҡарыр булһағыҙ, әйҙә, әсәйеңә барып кәңәшләшеп киләйек, тиген. Әле ҡарайым, ат хаҡына өҫтәл алып ултыртҡанһығыҙ. Шуны миңә әйтһәгеҙ, осһоҙорағын да табыша инем. Баланы ла йәйге кейемгә иртә күсереп тораһың, өшөрөн уйлай алмайһың, ә иреңдең ҡолағын да, күҙен дә томалай беләһең. Мин бит...

Баяғы һүҙҙе әйтте лә һалды шунда килене. Тыңлап-тыңлап торҙо ла, ысҡындырҙы бит:

– Аҡыл өйрәтмәгеҙ миңә!

Ҡалғанын беләһегеҙ...

Шул хәлдән һуң ысынлап уйға ҡалды Ғәйшә. Әллә улы менән килене хаҡлы микән? Артыҡ тығы­ламы ул йәш ғаиләгә? Күп өйрәтәме? Маҙаһыҙлаймы икән? Ялҡытамы? Һуң... шулар өсөн көн итеп ята түгелме ни? Ғүмерен шуларға бағышлап... Унан тағы, кәрәкме һуң уларға был бағышлау? “Үҙ тормошоң менән бул” тип тора бит улы ла. Бисәһенең һүҙенә төшөптөр инде...

Оҙаҡ ҡына эсе бошоп йөрөнө. Үҙен йәлләп илап та алды. Шулай ҙа ул аңһыҙ ҡатын түгел, был хәл-ваҡиғаларҙың нигеҙендә уға аңлашылып етмәгән, әлегә уға таныш булмаған ниндәйҙер тәбиғи ҡанундар ятыуын да һиҙенә, әммә күңел тигән нәмә уларҙы төшөнөргә теләмәй.

...Ауыр кисерештәр эсендә иғтибарһыҙ ғына үтеп-сүтеп йөрө­гәндәрҙе күҙәтте. Ҡала паркында ял иртәһендә лә халыҡ етәрлек. Кемдәрҙер спорт артынан ҡыуа, кемдәрҙер эте артынан. Уның кеүек һауа һуларға сыҡҡандар ҙа етәр­лек. Эскәмйәнең осондағы ҡатын, ана, күҙлеген төҙәтә-төҙәтә китап уҡый. Уҡыусыға “ялп” итеп ҡарап алғайны, тегеһе лә ҡарашын күтәрҙе.

– Ғәфү итегеҙ... – тип мығыр­лаған булғайны, эскәмйәләше шуны ғына көткән, тиерһең:

– Ваҡыт үткәреү өсөн генә ултырам. Бына, бынауындағы йәш­никкә һалып кителгән китаптарҙы ҡараштырып.

Әйләнеп баҡһа, ысынлап, парк эскәмйәләре артына махсус йәшниктәр ҡуйылған да, кешеләр уҡыған йәки кәрәкмәгән китаптарын шунда ҡалдырып китә ала икән, ял итеүселәр алып уҡый, үҙҙәре­некенә алмаштыра, күрәһең.

– Ҡайһылай шәп уйлап тапҡан­дар, — тип ҡуйҙы Ғәйшә лә. – Эйе, мин дә алып киләм, өйҙә ҡый булып ятҡанды ошонда ташып бөттөм, алып китәләр.

Ғәйшә нимәлер әйтергә тип хәбәр һайлағансы, телсән танышы яҡыныраҡ шылып уҡ алды:

– Мин – Любовь Михайловна. Люба инде. Ә һеҙ?

– Ғәйшә... Га-и-ша, – тип ижек­ләп әйтеүенә, Люба артынан ҡабатланы. Унан үҙенсә асыҡлап та ҡуйҙы:

– Аиша тиһәм, еңелерәк әйтелә. Бигерәк матур исем, һинд кино­һындағы һымаҡ.

Ғәйшә ризалашып баш ҡына ҡаҡты.

– Һеҙ... “һин”гә күсәйемме? Рәхмәт. Һин нимәгәлер борсолоп ултыраһың, эйеме?

– Күренеп үк торамы ни?

– Күренмәһә лә, ишетелә. Ауыр һулап ҡуяһың, ҡулдарың урын тапмай, тура ҡарап та күрмәйһең...

 – Шулай-шул... – Ғәйшәнең ошо мәл әлеге ете-ят ҡатынға асыл­ғыһы, эс серҙәрен һөйләгеһе килде лә китте. Берәүгә лә йөрәгендәге был төйөн хаҡында әйтә алмай бит ул, эштә ғаилә хәлен белгерт­мәй һәм хатта әхирәттәренә лә әйткеһе килмәй. Беренсенән, улына тап төшөрөр һымаҡ, икенсенән, үҙен бер кәрәкһеҙ әйбер һымаҡ итеп күрһәтә алмай, өсөнсөнән... Сәбәптәре етәрлек инде.

– Нимә булды? Бәлки, мин ярҙам итә аламдыр? Йә, еңеллек өсөн генә булһа ла белдер...

Ғәйшә бер генә тәрән һуланы ла, теҙҙе лә һалды:

– Улым өйләнгәйне... Матур ғына малайҙары бар. Айырымландылар. Бөтөнләй. Минән дә айырымландылар... Үҙ пландары, үҙ тормоштары, тәртиптәре... Ҡыҫылғанды теләмәйҙәр...

– Ә һиңә уларға барып ҡыҫылып йөрөү кәрәкме?

Бындай һорауҙы көтмәгән ҡатын йәнәшәһендәге ихлас тексәйеп ултырған аҡ бөҙрә сәслеһенә бер һирпелеп алды:

–Ну-у... Минең берҙән-бер улым да инде ул.

– Булһа һуң. Һинең мөлкәтең түгел бит. Уның шәхси тормошҡа хоҡуғы бар. Етмәһә, ғаилә тормошона.

– Әсәйлек хоҡуҡтары ҡайҙа?

Олораҡ ҡатын йылы нур бөркөлөп торған түңәрәк зәңгәр күҙҙәрен ҡыҫа төштө:

– Әсәйлек хоҡуҡтары көсләп тағылмай. Һин күпме көсләшһәң, улар һинән шул тиклем ҡасасаҡ.

– Шунан? Үҫтереп кеше иткән баламдан ҡолаҡ ҡағайыммы хәҙер?

Люба ипләп кенә ынтылып, Ғәйшәнең өшөп барған ҡулын йомшаҡ ҡына устарына алды:

– Аиша, йөрәккәйем, бөтә файҙалы, уңышлы, ләззәт бирер эштәр, хәлдәр, хистәр ҙә теләк аша эшләнә. Теләкһеҙ булғаны ул ҡоро ирекһеҙләү, көсләү генә була. Һине бит балаларың яратмай түгел – шулай бит?

Саҡ ҡына уйланып алды ла, ризалашты ҡатын:

– Улай тип әйтә алмайым. Улым һәр ваҡыт хөрмәт итте, хатта иркәләтеп кенә йөрөттө, “әсәкәйем” тип тә ебәрә ине...

– Бына бит...

– Килен тураһында... насар тү­гел былай... Тик бына һуңғы әйткәне...

– Ул һинең тәрбиәңдә үҫмәгән, һинең талаптарыңа яуап бирергә лә тейеш түгел. Киленең бит улың­дың ҡатыны, иренең башкөллө үҙенә булыуын теләй. Был – тәбиғи. Һин уларға был мөмкинлекте бир. Әле улар бер-береһенә танһыҡ, бәпәйен дә ҡыҙғаналыр йәш әсә. Яйлап барыһы ла урынына ҡайтыр: ҡатындың үҙенә ваҡыт бүлгеһе килер, ире менән балаһын һиңә тапшырып торорға ла теләге тыуыр, һинең ярҙамың кәрәк булыр, бәләкәскә өләсәй һөйөүен дә эҙләйәсәктәр әле.

– Әллә?.. Булырмы иикән улай?..

– Мин әйтте тиерһең. Үҙем шул юлды үттем. Мин дә бит ҡыҙым кейәүгә сығып, улым өйләнгәс, бөтөн донъяла бер үҙем ҡалғанмын да, балаларыма кәрәкмәйем икән, тип уйланым. Паникаға бирелдем, тегеләрҙе шылтыратып ҡаңғырттым. Ҡайтығыҙ тип саҡыртып алдым, килһәләр, бахырҙарымды һалҡынлыҡта ғәйепләп, былай ҙа аптыранған күңелдәрен өҙгөләп ҡыялдым.

Сашкамдың ялбарыулы күҙҙәре һаман да хәтеремдә алтын ғынамдың. “Ярай, әсәй, әйҙә мин эшемде лә, ғаиләмде лә ташлайым да, яныңа күсәм. Моғайын, минең уллыҡ бурысым һине бәхетле, ҡәнәғәт итеп йәшәтеүҙер”, – тине бит был бер мәл. Шул ваҡыт башыма нимәлер барып еткәндәй булды. Нисек инде? Балам ниндәй ҡорбанға барырға тора, ә мин – яңғыҙмын, имеш... Ултырып уйлап алдым да киттем психологка, унан төрлө әсбаптар уҡыным, яйлап эске донъямды ла, тышҡыһын да тигәндәй, йыйып алдым. Ни эшләп мин, аяҡлы-ҡуллы, аҡыллы һәм үҙ аллы кеше, башҡаларҙың иғтибарына улай мохтаж булырға тейеш әле?

Ғәйшә яңы әхирәтенә арбала биреп ҡарап ҡалды. Ә уныһы ярһып һөйләүен дауам итте:

– Үҙемде эштән һуң нимәгәлер бағышлау өсөн йогаға яҙылдым. Унда әллә күпме бисә-сәсә менән таныштым. Шундағы бер ҡатын изгелек хеҙмәте йәмғиәтенән булып сығып, уға эйәреп киттем. Хәҙер ауыр хәлгә ҡалған яңғыҙ ҡатындарға ярҙам итеүҙә булышам. Беләһеңме, күпме йәш әсә бала-саға менән урамда ҡала, ас ултыра, бәпесен ҡайҙа итеп, эшкә барырға белмәй?

“Юҡ” тип баш сайҡай ғына алды тыңлаусы.

– Әгәр һин шуларҙы белһәң, мине улым ғаиләһенә тығылдыр­май тип бошоноп ята ла алмаҫ инең. Теләһәң, әйҙә, төшкә тиклем беҙҙең менән бул. Мин бында Гөлнара тигән ҡатынды көтөп ултырам. Ошонда осрашырға һөй­ләш­тек. Ул өс йәшлек ҡыҙын миңә ҡалдырып китә, беҙ балалар майҙансығында уйнап торабыҙ. Әсәһе йомоштарын башҡарып килгәнсе бала ҡараулы ла, туҡ та була. Теләйһеңме?

– Әл-лә-ә...

– О! Ана йүгерә минең бәләкәй әхирәтем!

Әсәһенән ысҡынып сабып килгән тәнәй Любовь Михайлов­наның итәгенә ҡапланды:

– Пиве-ет!

– Һаумы, ҡошсоғом. Йоҡо туйҙымы?

Бала артынан килеп торған йәш ҡатын эскәмйәнән ҡалҡынған апайҙар менән сәләмләште:

– Доброе утро, тетя Люба. Здрасьте. Как вы?

– Все хорошо, милая. Бына беҙ әхирәтем менән. Исеме Аиша. Бөгөн Гөлнурҙы бергәләп алып ҡалабыҙ, күңеллерәк булыр.

– Ҙур рәхмәт һеҙгә. – Үҙе ҡулындағы пакетының эсен барланы: — Тетя Люба, бында ике колготки һалдым, тирләһә тип алмаш футболка... Печенье, термос менән сәй, китаптары...

– Ярай-ярай. Беҙ нимә менән булырға икәнде белербеҙ. Һин ашыҡма, эшеңде еренә еткереп тамамлап ҡайт.

– Йүгерҙем улайһа.

Ҡатын китә биргәс, бәләкәсте етәкләп алып, майҙансыҡҡа юлланғанда, Люба аңлатып ҡуйҙы:

– Берәүҙәрҙең өйөн йыйыштырып, икенселәрҙең тәҙрәләрен йыуып килә. Йән аҫрарлыҡ аҡса яһап ала. Берәй аҙнанан тағы ла шулай сыға. Ата-әсәһе юҡ, туғандары ла. Был ҡалаға эскесе иренән ҡасып килгән, нисек тә бәпесен үҫтерергә тырыша. Мин бәләкәсен алып ҡалып торам. Йәки үҙемдә, йәки уларҙа, йәки бына ошондай аяҙ көндә урамда, паркта, баҡсала. Матур бит көн? Бигерәк матур!

Ғәйшә тирә-яғына ҡара-ап ҡуйҙы ла, хайран ҡалды: матур икән шул... Салт, йылы, йәй башы...

- Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

Читайте нас