Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Апрель 2023, 07:00

“Милли кейемде яратам” акцияһына ҡушылығыҙ!

Бөгөн - Милли кейем көнө. Шул айҡанлы "БАШҠОРТОСТАН" гәзите акция иғлан итә: комментарийҙарҙа үҙегеҙҙең милли кейемдә төшкән фотоларығыҙҙы һалығыҙ, дуҫтар!

“Милли кейемде яратам” акцияһына ҡушылығыҙ!
“Милли кейемде яратам” акцияһына ҡушылығыҙ!

Милли кейем көнө – халыҡ көтөп алған байрам. Уны республикабыҙҙа 2020 йылдан алып йылына ике тапҡыр билдәләйбеҙ, апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында. Был юлы, Ураҙа байрамы менән тап килеү сәбәпле, ул бөгөнгә күсерелде.

Башҡортостанда 164 милләт вәкиле йәшәй. Милли кейемдәре аша халыҡтарҙың үҙенсәлекле тарихы, мәҙәниәте менән танышып була.

Дуҫтар, "Башҡортостан" гәзите иғлан иткән “Милли кейемде яратам” акцияһына ҡушылығыҙ. Комментарийҙарҙа үҙегеҙҙең милли кейемдә төшкән фотоларығыҙҙы һалығыҙ.

 

Автор: Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас