Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Апрель 2023, 12:00

Мине әсәйемә илтегеҙ...

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Хикәйә Аҙағы.

Мине әсәйемә илтегеҙ...
Мине әсәйемә илтегеҙ...

Ҡатыны инәлде, һеңлеһенә һүҙ биреүен хәтеренә төшөрҙө, илап та ҡараны, ләкин тиҫкәре ирҙе ризалаштырырлыҡ түгел ине.

– Әлегә йөрөһөн,– тине ул, хатта ризалашҡандай ҙа булды. – Ә минең киләһе ҡайтыуыма өйҙә эҙе лә булмаһын. Кеше хәҙер үҙ балаһын ҡарамай, ә һин миңә сит баланы тәрбиәләргә ҡушаһың.

– Венера сит бала түгел! – тип иланы Бибинур. – Үҙемә ҡарарға рөхсәт ит, үтенеп һорайым.

Юҡ, Вәсим һис тә күнерлек кеше түгел икән. Вахтаға киткәндә лә:

– Әгәр оҙатмаһаң, мине көтмә, аҡса ла булмаясаҡ! – тип ишекте шаҡылдата япты.

Бибинур көрәште сабый өсөн, бер ҙә ебәрергә теләмәгәйне, үҙенә хатта өйрәнеп тә киткәйне. Аһ, икәүләшеп килеп, әсәй, әсәкәйебеҙ, тип ҡосаҡлап алыуҙары, йоҡлағанда ике яҡтан һыйынып ятыуҙары.

Бибинур хатта кейәүенә лә шылтыратып ҡараны, тегеһен оҙайлы ярты йыллыҡ вахтаға ебәреүҙәрен хәбәр иттеләр. Күнде, баланы приютҡа илтеп тапшырырға мәжбүр булды. Ана икәүләшеп балаларҙы ҡурсалау бүлегенә китеп баралар. Сабый ҡыҙ үҙен алда нимә көтөрөн саҡ ҡына һиҙһәсе. Юҡ, һиҙмәй, белмәй, тоймай, күңелле йырҙар йырлап, йүгерә-атлай китеп бара бит. Бер аҙ барғас, әсәһенә ҡараны ла:

– Ә беҙ ҡайҙа барабыҙ? – тине.

Нимәләр һиҙенгәндәй, Бибинурҙың йөҙөнә ҡарап:

– Әсәй, һин ниңә илайһың?.. – тип һораны.

Бибинур яуап бирерлекме һуң инде. Өндәшмәне. Ә ҡыҙы һаман һораша:

– Ә был сумаҙанда нимәләр? Минең әйберҙәремме? – Әсәй, һин мине балалар йортона тапшыраһыңмы? – тип һораны.

Ә иң ауыры алда көткән икән. Приют алдында уларҙы төрлөсә кейенгән ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡаршы алды.

– Ана, яңы ҡыҙыҡай, – тине балаларҙың береһе.

– Исемең нисек? – тине икенсеһе.

Ә сабый бала әсәһенә нығыраҡ һыйынды, ике ҡуллап аяҡтарынан ҡосаҡланы.

Эскә үттеләр. Уларҙы көтәләр ине.

– Килдегеҙме?– тине ханым битараф ҡына. – Бынауында ҡултамғағыҙҙы ҡуйығыҙ. Ярай, хушығыҙ.

– Ҡыҙыҡайҙы әйтәм, Венераны, ул ҡаламы?

Ханым, тәүге тапҡыр күргәндәй, Бибинурға ҡараны, нимә һорап тораһығыҙ, йәнәһе.

– Ярай, ҡыҙым, хуш, – тине Бибинур күҙ йәштәрен һөртә-һөртә.

– Әсәй, һин мине ҡалдыраһыңмы, һин мине бынау апайға бирәһеңме, мин уға бармайым, ул ямаҡ, һинең кеүек яғымлы түгел.

– Сеү, ҡыҙым, ипләп, – тип ҡатын сабыйҙы тынысландырырға тырышты.

– Юҡ, әсәй, мине бында ҡалдырма, мин ҡалырға теләмәйем! Әсәй, әсәкәйем, нишләп мине саҡ ҡына ла йәлләмәйһең?! Улайһа, улайһамы! Минең үҙемдең әсәйемде килтер?! Мин беләм, ул әйтте, мине һин яратаһың! – тине. Ҡайтар миңә әсәйемде, ҡайтар, хәҙер үк, ҡайтар. Мин бында барыбер йәшәмәйәсәкмен!

Бибинур сабыйҙы ҡалдырып ҡайтып китте. Үҙе ҡайтып бара, ә күҙҙәренән йәш аға, йөрәге һыҙлай, хатта йәшәгеһе килмәй. Ул бит мәрхүмә һеңлеһенең берҙән-бер үтенесен үтәй алманы, баланы ҡалдырып китте. Юҡ, ҡалдырманы, йөрәгенең иң ҙур бер өлөшөн аяҡ аҫтына һалып тапаны, закон эйәләренең һүҙен тыңланы.

Бибинур ятһа ла, торһа ла, ҡолағына Венераның илағаны ишетелеп тик тора.

– Әсәй, әсәкәйем, зинһар, мине ташлап китмә!..

Етмәһә, үҙенең ҡыҙы Зилә лә күңелһеҙ йөрөй, шым ғына илап та ала шикелле. Иламай нимә эшләһен, Венера менән бер туғандар һымаҡ татыу булдылар, бер-береһенә өйрәнделәр, тәүлек әйләнәһенә бергәләр. Бибинур һуң ғына йоҡларға ятҡайны, үҙенең ҡыҙы әсәһенә иғтибар ҙа итмәне, бөгөн беренсе тапҡыр ситкә ҡарап ятты.

Нимә генә эшләп ҡарарға икән? Ярай, ире аҡса бирмәһә бирмәҫ, ләкин алимент түләтеп була. Айырылһа, ҡыҙҙы үҙенә генә алырға рөхсәт итерҙәр ул. Әгәр үҙенең атаһы Алмаз килеп ҡыҫылмаһа. Бәлки, уныһы ла бер аҙ аҡса биреп торор, унан да алимент юлларға була бит әле.

Ҡатын ҡараңғылыҡҡа сумды, әллә йоҡлап китте. Үҙе йоҡлап ята, ә берәү һулҡылдап илай ҙа илай. Үҙе эргәһендә бит әле, Венера илайҙыр тиһә, уны бит ҡалдырып ҡайтты. Бәй, эргәһендә кем илап ята ул? Ҡараһа, үҙенең ҡыҙы Зилә илай икән. Бибинур ҡыҙын ҡосаҡлап үҙенә яҡынайтты:

– Нишләп илайһың, ҡыҙым?

Уныһы нығыраҡ илай башланы:

– Венераны һағындым, ә һин уны ҡалдырып ҡайттың. Ул унда бер үҙе өшөп яталыр әле. Ниңә ҡалдырып ҡайттың уны, әсәй?

– Һуң, атайың риза түгел бит, атаһы ҡараһын, ти. Әгәр, Венераны илтеп бирмәһәгеҙ, ҡайтмайым, – тип ҡурҡыта.

– Ҡайтмаһын, мин уны былай ҙа күргәнем юҡ. Ә Венераны алып ҡайт.

– Ҡыҙым, әгәр алып ҡайтып булмаһа, нимә эшләрбеҙ?

– Мине лә уның янына алып бар. Мин Венера менән бергә булырға теләйем. Иртәгә үк.

Ҡара әле, был фекер тормошҡа ашырмаҫлыҡ түгел дә инде. Ҡыҙҙы алып ҡайта, иренән айырыла, алиментын юллай... Нисек тә йәшәрҙәр әле.

Бибинур аҙна буйы Венераны кире алыу өсөн ҡағыҙҙар юлланы, ҡабул итеүҙәрен һәм ярҙам итеүҙәрен һорап төрлө түрәләрҙең ишек тупһаларын тапаны. Бала хоҡуҡтарын яҡлау бүлегендә ярҙам иттеләр.

Бибинур йома төштән һуң ҡағыҙҙарын тотоп приютҡа килеп етте.

– Беҙҙең Венера ни хәлдә? – тип һораны ҡатын приют етәксеһенән.

– Насар, бик насар! – тине тегеһе уфтанып. – Ашамай, йоҡламай, башҡалар менән аралашмай. Үҙем һеҙгә шылтыратырға тора инем, бәлки, һеҙгә алып ҡайтып ҡарарға кәрәктер.

Бибинур мәғариф бүлегенән алған ҡағыҙҙарын сығарып тотторҙо. Мөдир менән балалар уйнаған бүлмәгә үттеләр. Тиҫтәнән ашыу ҡыҙҙар һәм малайҙар кемуҙарҙан төрлө уйындар уйнай. Ә төп яҡта, ҡараңғы мөйөштә, арҡаһы менән ултырған бер ҡыҙ күренә.

– Ҡыҙым, Венера!.. – тип өндәште Бибинур шым ғына.

Ҡыҙ ҡапыл һиҫкәнде, аҡрын ғына боролдо һәм Бибинурҙы күреп ҡалды ла: «Әсәй» тип бышылданы.

– Кил, ҡыҙым, – тип саҡырҙы уны әсәһе.

Ҡыҙ йүгереп улар эргәһенә килде:

– Әсәй, һин мине алып ҡайтаһыңмы? – тине көс-хәл менән.

Өйгә шундай күңелле ҡайттылар. Зилә хатта әсәһе менән Венераны көтөп, урамда йөрөп арып бөткән.

Ә икенсе көнөнә кисләтеп Вәсим дә ҡайтып керҙе. Уны күреү менән Бибинурҙың йөрәге ҡыҫып ҡуйҙы. Хәҙер, башлана икән. Ҡыҙ күҙенә салыныу менән Вәсимдең йөҙө ҡарайҙы, ҡатынына асыулы ҡарашын йүнәлтте:

– Нимә әсәһе, шулай итеп, минән баш тартырға булдың инде?

– Үҙең ҡара! – тине ҡатыны. – Мин һиңә бер һүҙ ҙә әйтә алмайым.

– Атай, атайым ҡайтҡан! – тип Зилә атаһын ҡосаҡлап алды. – Атай, Венера беҙҙең менән йәшәһен, мин уны яратам. Ә беҙ икебеҙ ҙә, атай, һине яратабыҙ, әсәйҙе лә яратабыҙ. Әйҙәгеҙ, бергә йәшәйек!

Ирҙең йөҙөндә, йылмайыу ишараты барлыҡҡа килде. Ҡатынына ҡарап нимәлер өндәште. “Үҙеңә ылыҡтырып бөткәнһең!” – тине буғай. Башҡа һүҙ ҡуйыртманы. Өндәшмәй генә ултырып киске тамаҡты ашанылар.

Вәсим тынысланды, башҡа һүҙ ҡуҙғатманы. Сөнки алда нимә булырын улар белмәй ине әле. Бер нисә айҙан яҙ үтәсәк, донъя йәшеллеккә күмеләсәк һәм бер көн өйҙөң ишеген Венераның атаһы Алмаз шаҡыясаҡ.

Тағы нимәләр булыр, әйтеүе ҡыйын. Бәлки, ғаиләне яңы һынауҙар көтәлер. Шуныһы ғына билдәле, тормош дауам итә, уның һалҡын елдәре балаларға ғына ҡағылмаһын ине.

Фото: akademiyasemyiaktobe

Автор: Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас