Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Кәримованың бенефисы уҙҙы. Опера йырсыһы ижади эшмәкәрлегенә 20 йыл тулыуҙы билдәләне. Сәхнәлә төрлө әҫәрҙәр яңғыраны, улар артистың күп ҡырлы талантын күрһәтергә ярҙам итте.
Театрлаштырылған тамашала Асҡар Абдразаҡов, Санкт-Петербург ҡунағы – һирәк осраған контртенор тауышлы Артем Крутько, Екатеринбургтан Михаил Мищенко (фортепиано), Илһам Вәлиев, Артур Ҡәйепҡолов, Илнур Хәйруллин һәм башҡалар ҡатнашты. Концертта музыка һөйөүселәр яратып тыңлаған опера, оперетта, мюзиклдарҙан өҙөктәр, башҡа сығыштар яңғыраны. Симфония оркестры, хор, театрҙың балет труппаһы ҡатнашҡан юғары сәнғәт кисәһе тамашасыларға оҙаҡ онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итте.
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА