

Ҡайғынан Айраты башта улы эргәһендә сыуалды. Аҙаҡ командировкалы эшкә күсте. Отпускыларын диңгеҙҙә үткәрҙе. Малай өләсәһе тәрбиәһендә торҙо ла ҡалды. Шулай эҫенеште улар. Зәйнәп уға әкиәттәр һөйләне. Малай уҡырға барғас, өләсәйҙең шөғөлдәре тағы ла артты: дәрестәренә йөрөнө, Дим ятлаған шиғырҙарҙы отоп алды. Ейәненең кластағы һәр эше, һәр ҡылығы менән хәбәрҙар булды. Хәҙер Зәйнәп үҙе лә аптырай: бөтә ғүмеремде Айратҡа бағышланым тип уйлай ине, баҡһаң, улының тормошон бөтөнләй белмәгән икән ул! Эйе, бәндә үҙ балаларын үҫтергән саҡта башкөллө эшкә, донъя көтөүгә сумған була икән шул.
Ҡапыл ишек асылды. Киске һауала айырым-асыҡ булып аңҡыған күл, ҡыр сәскәләре еҫен эйәртеп, улы, килене Гөлнара, килененең эйәртеп килгән ҡыҙы Айзилә ҡайтып инде. Гөлнара – иҙеүенә тиклем асыҡ ебәк күлдәгендә. Айзилә ҡулына ҡыр сәскәләренән гөлләмә тотҡан. Ҡыҙыҡай тура Зәйнәп эргәһенә үтергә уҡталғайны, Гөлнара, уны иңбашынан ҡосаҡлап, залға этәрҙе:
– Айзилә, һиңә йоҡларға ваҡыт. Хәҙер ванна әҙерләйем. Бәү-бәү, ҡыҙым…
Айрат, кухняға үтеп, әйберҙәрен урынлаштырҙы.
– Гөлнара ханым! Сәй әсәбеҙме? – тигәне ишетелде. Улы, шаяртыпмылыр, ҡатынына шулай өндәшеүсән. “Ханым”ы ванна эсенән:
– Юҡ, эсмәйем! Йоҡо алдынан ниндәй сәй ул? – тип гөрөлдәне. Зәйнәп шунда ғына ҡараңғы төшкәнен, ут алыр мәл еткәнен төшөндө. Айрат Димде һорашып та ҡуймай, исмаһам. Йәш кәләш донъяһын бөтөнләй түңәрәкләне бының. Йылан да шулай арбамаҫ кешене. Тағы әҙерәк көтәйем дә, булмаһа, сығып ҡараштырайым Димде.
Залда тындылар. Айзилә генә көйһөҙләнеп мыжый. Йоҡо бүлмәһенән Гөлнараның иренә ниҙер әйткәне, Айраттың, тынысһыҙланған ҡыҙ эргәһенә килеп, диванға ултырғаны ишетелде. Шулай өй эсе тағы тынлыҡҡа сумды. Зәйнәп тороп ут ҡабыҙҙы. Тәү тапҡыр күргәндәй, кескенә бүлмәнең яланғас стеналарына күҙ йүгертте. Келәмдәре алынған сөйҙәр йәмһеҙ булып сурайған, күптән ремонт күрмәгән иҙән ярыҡтары ҡорһаҡһыған.
Сәйер әҙәм булып сыҡты был Гөлнара килен. Башта Зәйнәптең эс-бауырына инеп барҙы. Ҡыҙына уға “өләсәй” тип әйтергә ҡушты. Бисәләрсә ултырып эс серҙәрен дә сискеләне. Артистка булырға хыялланған икән. Сәнғәт техникумының өсөнсө курсынан киткән. “Сәхнәлә йондоҙ булып ҡабына алмаһаң, уртаса икәнһең, делать нечего”, – тинем дә, кооператив техникумына уҡырға индем, тип һөйләне бер. Тәүге ире менән загсҡа инергә мәжбүр булған. “Ошибка юности”, – тип уйынсаланы. Ошоғаса бала өләсәһендә, Гөлнараның әсәһендә, тәрбиәләнгән. Кейәүгә сыҡҡас, ҡыҙын үҙенә алған. Айрат шулай ҡушҡан. Уға ҡушылып, Зәйнәп тә йәшлек хыялдары хаҡында һөйләп алды: “Мәктәптә “Кем булырға теләйем?” тигән темаға инша бирелгәйне. Мин, Мичурин бабай булам, тип яҙҙым. Мичурин уҡ булмаһам да, баҡса үҫтерәм әле, әлхәмдүлилләһ”.
Яңы һепертке яңыса һеперә тигәндәй, Гөлнара килене донъяны яңыса көтә башланы. Үҙҙәре йәшәгән йоҡо бүлмәһенә, залға ремонт яһатты. “Кеше килһә, залға инә, ә ул яп-яланғас”, – тип ҡәйнәһенең бүлмәһендәге келәмде Айзилә ятҡан диван ҡырына түшәне. Зәйнәптең карауаты торған стена буйындағы ҙур келәм иһә йоҡо бүлмәһе иҙәненә ялпашты. Дим янындағыһы машина ултырғыстарын ҡапланы. Шулай итеп, булған ялтыраған-йышылған нәмә күҙ асып йомған арала теге яҡҡа күсеп бөттө. Бер аҙҙан урта ишектә бик хасил булды. Зәйнәп менән Димдең ҡарамағында кухня, үҙҙәре ятҡан йоҡо бүлмәһе, ванна, туалет ҡалды. Гөлнара малайҙы ҡаҡмай ҙа, ләкин бар икәнен, ошо өйҙә йәшәгәнен иҫләмәгәндәй. Осрашһалар ҙа, иртәнсәк сәй янында, кухняла ғына.
Әкрен генә шығырҙап ишек асылды. Зәйнәп ейәне ҡаршыһына атланы. Димдең сәстәре һыуға сыланған, өҫтө-башы таушалған, үҙе лә арығанға оҡшай. Ҡамышҡа биш-алты бөртөк балыҡ элгән.
– Ҡайҙа юғалдың шулай, улым?
– Балыҡҡа барҙыҡ та, – Дим ҡулындағын өләсәһенә һуҙҙы. – Арытты, иртәгә таҙартырмын инде.
Элегерәк булһа, был хәтлем балыҡ тотоуына һауаланып, ҡолаҡ ярып тауышланып ингән булыр ине. Хәҙер үҙ өйөндә сит кеше кеүек ҡурҡып ҡына һөйләшә. Зәйнәптең йөрәк осо һыҙып, тыны ҡыҫылды:
– Йә, үт, тамағыңа аша.
Бер нөктәгә текәлеп, иғтибарһыҙ ғына ашаны Дим.
– Ҡабат улайтып оҙаҡлап йөрөмә, улым. Сығып эҙләргә аяҡтарым ауырта бит минең. Баҡсаға күҙ һалманыңмы?
Өләсәһенең һүҙҙәрен әллә ишетеп, әллә ишетмәһә лә, баш ҡаҡты малай. Ҡашығаяғын йыуҙы ла үҙ бүлмәһенә үтте.
Йоҡлай алмай борғоланды Зәйнәп: “Ни булды һуң был Димгә? Өләсәй, тип үлеп бара торғайны, әллә ситләшә башланы инде? Ҙурайыуы шул микән?”
– Өләсәй, һинең торна күргәнең бармы?
Зәйнәп ейәне ятҡан яҡҡа әйләнде:
– Бар, улым.
– Яҡындан күрҙеңме?
Яҡындан күргәне юҡ Зәйнәптең торналарҙы. Хәтерендә, бала сағында һыйыр эҙләп күл буйына барып сыҡҡайны. Ғорур баҫып йөрөгән оҙон муйынлы ҡоштарҙы күреп: “Торналар, торналар төшкән!” – тип ҡысҡырҙы. Үҙе шунда уҡ улар янына атлыҡты. Тик ҡоштар, яҡынлашып килгән ҡыҙыҡайҙы күргәс, ҡаса башланы һәм һауаға күтәрелде. “Торналар! Китмәгеҙ, торналар!.. Мин һеҙгә теймәйем!” – тип ҡысҡырҙы Зәйнәп. Тик ҡоштар ҡыҙҙың телен аңламаны, алыҫлашҡандан-алыҫлашты. Улар артынан йәнтәслимгә йүгергән ҡыҙ ниндәйҙер төпкә эләгеп ҡоланы. Тубығы шаңҡып ауыртыуҙанмы, күрергә күптән хыял иткән ҡоштарҙың үҙен аңламай ҡасып китеүенә ғәрләнепме, Зәйнәп һулҡылдап илап ебәрҙе.
Ошоларҙы хәтерләп, бер аҙ өндәшмәй ятҡандан һуң тәрән көрһөндө.
– Юҡ, яҡындан күрергә насип булманы миңә торналарҙы. Күп тапҡыр ҡаршыларына йүгерҙем, ә улар минән ҡасты.
– Ә мин күрҙем, өләсәй, кисә лә, бөгөн дә. Яҡындан.
Зәйнәп сал башын яҫтыҡтан күтәрҙе:
– Ысынды һөйләйһеңме?
– Эйе, өләсәй, мин ҡамыш араһында боҫоп яттым. Улар шундай матур, шундай татыу. Тотоп алып яратҡы килә хатта.
Зәйнәп башын кире яҫтыҡҡа терәне. Әгәр ҡараңғы булмаһа, ейәне өләсәһенең күҙҙәре йәш менән тулғанын күрер ине.
– Ала-а-ай… Торналар күлгә эйәләшә башлаған икән. Һунарсылар күренмәнеме, улым?
– Ә улар ҡараңғы төшә башлағас ҡына төштө күлгә. Күп йөрөмәнеләр, кире һауаға күтәрелделәр.
Икеһе лә бер талайға тынып ҡалды. Ейәне нимә хаҡында уйлағандыр, Зәйнәп үҙен ғүмер буйы эҙәрлекләгән төшөн иҫенә төшөрҙө. Күп тапҡыр ҡабатланды шул ул. Зәйнәп, нәҡ теге бала саҡтағы кеүек, йәшел аҡлан буйлап торналар артынан йүгерә. Инде еттем тигәндә, ҡоштар ҡапыл һауаға күтәрелеп, аҡ болоттар эсенә инеп юғала. Шундай төш күрҙеме, артынса һәр саҡ ҡатындың башына яңы хәсрәт төшә. Бәлә-ҡазаны шулай иҫкәртә микән ҡошҡайҙар?
– Өләсәй, ниңә ҡоштар кешенән ҡурҡа икән? Мин уларҙы яратам… – Дим, әйтергә һүҙ тапмай, тотлоҡто.
– Әүәл торналар кеше менән дуҫ йәшәгән, улым. Әҙәм балаһы атырға өйрәнеп алғаны бирле ҡош-ҡорт, кейек-маҙарҙы себен шайы ла күрмәй ҡыра бит! Шуға улар кешенән ситләште.
– Инде торналар мәңге шулай кешенән ҡурҡырҙармы, ә, өләсәй?
– Белмәйем, йоҡла, балам.
“Мылтыҡһыҙ ҙа йәнеңде, күңелеңде үлтерәләр, эй бала, йәшһең шул. Өләсәң өлөшөнә төшкәндәрҙе ишетһәң”, – тип эстән уйланы Зәйнәп. Бала аҡылы һыйҙырырлыҡ түгел уның үткәне. Иҫенә төшһә, үҙенең иҫе китә…
– Өләсәй…
– Бәй, һаман йоҡламаныңмы?
– Йоҡо килмәй. Өләсәй, ә атайымдар китер, моғайын.
– Нисек? Китер?..
– Һөйләшкәндәрен ишеттем. Аҡсалы яҡҡа китергә кәңәшләшәләр. Алтын сыҡҡан ергә.
Зәйнәп, быуыны ҡороп, тороп ултырҙы.
– Машиналарын һатырға иғлан яҙып элгәндәр. Үҙем уҡыным, беҙҙең адрес күрһәтелгән.
– Яңылышмайһыңмы, улым?
– Юҡ.
– Йә, юҡты… Улай тигәс тә… үҙ атайың бит!
– Әсәйемсе?!
– Гөлнараны әйтәһеңме?
– Юҡ, тегенеһен… үҙемдекен…
– Үҙеңдеке… Ғәлиә... Ул, моғайын, терелер.
– Терелер ҙә ул, ләкин мине …алып китмәне! Килмәне лә…
– Ир баланың атаһы тәрбиәһендә үҫкәне яҡшы булыр, тигәндер…
– Атай мине үҙе менән алған хәлдә лә, мин һине ҡалдыра аламмы, өләс?
– Йоҡла, бәпесем… Һәр кемдең – үҙ яҙмышы. Мин ашарымды ашаған, йәшәремде йәшәгән.
Көнө буйы тау-таш араһында йөрөү, арыу үҙенекен итмәй ҡалманымы – Дим ошонан һуң өндәшмәне, йоҡоға китте. Ә бына Зәйнәптең йоҡоһо бөтөнләй ҡасты. Эйе, үткәндәр әҙәм күңелендә бер ҡасан да эҙһеҙ юғалмайҙыр. Күңел ыҙғарҙары тәнеңде лә яралай – сир-сырхау булып уйыла. Айраттың Ғәлиә менән йәшәгән йылдары, ғаилә парының бер-береһенән алыҫлаша, һыуына барыуын күреү-күҙәтеү Зәйнәптең һаулығын ныҡ ҡаҡшатты. Тамағы кибеп, хәле бөтөп, дауаханаға күренгәс, табип:
– Һеҙҙең шәкәр күтәрелгән бит, – тине. – Һәм шул тиклем ҡапыл. Нимә, стресс кисерҙегеҙме?
– Уныһы ни? – тине Зәйнәп, ҡапылғара төшөнә алмайынса.
– Шәкәр ныҡ һәм оҙайлы көйөүҙән күтәрелә. Нимәгәлер ҡаты борсолдоғоҙ, шулаймы?
Зәйнәп өндәшмәне. Өйөңдәге сүпте тышҡа сығармайһың инде ул. Бары:
– Булғандыр: тере кеше көймәй йәшәй аламы? – тине.
Табип биргән таблеткалар ярҙам итте башта, аҙаҡ тәьҫире бөттө. Инсулинға ултырҙы. Шунан бирле көн дә үҙ-үҙенә ике тапҡыр укол ҡаҙай. Өйрәнде инде. Килеп етеп, алҡымынан алған әжәлен әлегә шул инсулин менән алдаштыра. Уныһы – ул. Хоҙайҙың ошо саҡлы ғүмер биреүенә лә шөкөр итә Зәйнәп. Айраты икенсегә өйләнеп, маңлайы яҙылып, күңеле көрәйгәс, әсә бик тә ҡыуанғайны. Килене Гөлнараның башта һауыт-һаба, аҙаҡ тамаҡ айырыуға тиклем барып етеүенә көйгәнен, үртәлгәнен белдермәне ул. “Донъя булғас, әҙәмдең ниндәйе юҡ та, кеме юҡ – үткәреп ебәрәйем, – тип уйланы. – Айратҡа яҡшы икән – миңә нимә кәрәк?!” Пенсияһы бар, үҙенә лә, Димгә лә етә. Тик бына килене өйҙөң яртыһын йоҙаҡҡа бикләне, хәҙер бер йортта – ике хужалыҡ. Ситен. Зәйнәп үҙ ғүмерендә йоҙаҡ күрмәне. Ул йәшәгән ауылда һис бер кемдә булманы ул әйбер. Йомошҡа сыҡһалар йәки еләккә китһәләр, ишеккә, ел асмаһын тип, һепертке терәтәләр ҙә – вәссәләм. Тамағы нығыраҡ кибә хәҙер Зәйнәптең, хәле лә тиҙ бөтә. Әллә инде инсулин да ярҙам итмәй башланы? Ул, ярай инде, оло кеше, бер аяғы ерҙә булһа, икенсеһе – гүрҙә. Дим бар бит әле. Иң ҡыйыны: малай бик-йоҙаҡ айырған донъяның был яғында, Зәйнәп эргәһендә ҡалды. Ата менән ул араһында кәртә хасил булды.
Көн артынан көн үтә торҙо. Зәйнәп Айраты менән аулаҡта һөйләшергә өмөт итһә лә, килеп сыҡмай ҙа ҡуя: иртүк эшкә китә улы, кис уның ҡайтҡанын гараж ишеге алдында һыланған-һыйпанған, биҙәнгән-төҙәнгән Гөлнара һәм үҙе кеүек ҡурсаҡтай кейенгән Айзилә көтә. Бергә инәләр, ашты түрҙә – залда, йәғни үҙҙәре яғында ашайҙар. Зәйнәптең атаһы, һуғышта бер аяғын ҡалдырып ҡайтҡан Фазлетдин, күрше-тирәлә берәй низағ ҡупһа: “Әллә… – тиер ине. – Белмәйем. Окоп ҡаҙғаным булды, әммә баррикада яһаманым”. Низағтарға ҡыҫылмауын ул шулай белдерер ине. Балаларын да тыйҙы. Әсәләре Өммөгөлсөм дә: “Ағай-эне талаша, атҡа менһә – яраша, – тиергә яратты. – Улар талашыр ҙа ярашыр, ә һеҙ, ҡыҫылып, мәңге дошман булып ҡалырһығыҙ. Хәлде үҙ ағышына ебәрә белер кәрәк. Тормош хәл итә ул. Теләһә ҡайһы мәсьәләне лә үҙе сисә”. Ояһында ошондай тәрбиә алды Зәйнәп. Ошоға тиклем булған аҡылы үҙенә етә ине. Хәҙер ни ҡылырға ла белмәй бына. Мәсьәләне сисеүҙе тормоштоң, әсәһе әйтмешләй, үҙенә сисергә ҡалдырыр ине – бала бар, Дим. Үҙе йәшерәк, һауһаҡ булһа, малай бер йыуаныс ҡына ла бит. Икеһе генә йәшәп тә бирешмәҫтәр ине (Зәйнәптә бала менән икәүҙән-икәү тороп ҡалыу тәжрибәһе бар), ҡартайҙы. Сирле. Үҙенең яҙмышын үҙе хәл итә алһа ла, Дим өсөн яуап бирә алмай. Ун ике йәшлек ейәне – һары талсыбыҡ. Ҡайһылай теләһәң, шулай бөгөп була. Артабан нисек йәшәргә?
…Бөтөнләй бирешеп түшәккә ятмаҫ борон тип, Зәйнәп иртән иртүк дауаханаға сығып китте.
***
Оҙаҡ йөрөгән кеүек тә булманы, мәгәр Зәйнәп ҡайтып инеүгә ишек алдында аяҡ кейеме тулы ине. Ҡатын-ҡыҙҙыҡы. Бөтөнләй яланаяҡ ҡалдырмаҫтай аяҡ һауыттары. Кешегә ҡамасау-босоҡ булыуҙан ҡурҡҡан Зәйнәп йәһәт кенә үҙ бүлмәһенә уҙҙы. Үтешләй кухняға күҙ һалды: өҫтәл тулы ризыҡ, шешә. Һыуһаһа ла, түҙергә булды: кухнялағы табын ғәҙәттә оҙаҡҡа ҡоролмай. Балкон асыҡ. Кухня менән Зәйнәп йәшәгән бүлмә өсөн – бер балкон. Улар яғын Гөлнара ҡыҙыл бау менән билдәләп ҡуйҙы. Йәнәһе, быныһы – һинеке, кухня – минеке. Ҡыҙыл бау – сик һыҙығы. Сиң. Сиңде аҡылы теүәл кеше боҙмай. Был – закон. Яҙылмаған ҡанун. Балкондан ап-аруҡ ҡыҙмаса ҡатын-ҡыҙ тауышы килә. Тәҙрәһенә ҡоролған пәрҙә ҡояштан һаҡлаһа ла, һүҙгә ышыҡ була алмай. Эскә төшкән ҡырҡ градус тәьҫиреме – тауыштары көр сыға быларҙың.
– Рита, ул яҡҡа сыҡма!
– А че?
– Не видишь: веревка!
– И че?
– А то, что туда нельзя! Это ихняя сторона!
– Гульнар… – тауышына ҡарағанда, быныһы теге “а че” ла “и че” түгел. Баҫалҡыраҡ тауыш. – Давно хотела спросить: как это тебе удалось?
– Что? – Тәмәке еҫе тыштан өйгә инә. Зәйнәптең уға тыны быуыла.
– Ну бына… Окольцевать, как его… Айрата?
– Как это “окольцевать”? Ну даешь ты, Эмма. Просто. Он – мой муж. А муж тогда только муж, когда он принадлежит только одной, единственной женщине.
– Понятно. Но ты сама говорила: у него сын от первого брака.
– Ну и что? Теперь у него есть дочь. Наша дочь. Мальчика не я рожала. Моя дочь со мной.
– Да-а-а… – Быныһы “и че”ның тауышы – Ты, Гульнара, всегда отличалась…
– Чем?
– Рискованностью…
– Рискованностью?
– В чем это, как говорится, выражается, мадам?
– Хотя бы то, что, – “и че” уйлана бирҙе. – То, что твое дальнобойное прошлое…
– Ой, Рита! Как будто үҙең не пробовала создавать семью! Что было – то быльем поросло! Алтынды тапҡансы нисә шурф ҡаҙалар? Жиланы тапҡас, унан ситкә китмәйҙәр. Айрат – моя жила! Наша порода – Булатовы – свое не упускают!
– Ай да ладно! – Зәйнәп инде Эмманы тауышынан белә. – Да ладно, хватит. Ой! Анекдот? Свежий! Кстати, про дальнобойщиков. Вообщем, один дальнобойщик решил собрать всех своих детей, рассыпанных по всем уголкам… страны.
– Собрал? – Гөлнара тауышы.
– Собрать-то собрал, но когда вернулся домой, его встретила только жена. “Где дети, дети где?” – спрашивает муж. А жена ему в ответ: “Их увезли дальнобойщики”.
– Ха-ха-ха!
– Так что, за своей дочерью глаз не спускай!
– Ха-ха-ха!
Һыуһыҙлыҡтан сарсаған Зәйнәп бөтөнләй хәлһеҙләнде. Укол! Уныһын алырға ла хәл кәрәк… Аңы томаланғандай, ятҡан түшәге уйылып төшөп барғандай, әллә ҡайҙа батҡандай. “Укол! Укол кәрәк!.. Дим!..”
(Дауамы бар.)