Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Апрель 2023, 10:00

“Ярлыҡау” фильмы прокатҡа сыға

Өфөгә төп ролдәрҙе башҡарыусы артистар килә

“Ярлыҡау” фильмы прокатҡа сыға“Ярлыҡау” фильмы прокатҡа сыға
“Ярлыҡау” фильмы прокатҡа сыға

2 майҙа Еңеү көнө алдынан Өфөлә Мостай Кәримдең повесы буйынса “Ярлыҡау” фильмының премьераһы була

Өфө өсөн махсус тамаша “Синема Парк Галерея Арт” кинотеатрында фильмдың Бөтөн Рәсәй прокатына сығыуына ике көн ҡалғас ойошторола.

“Ярлыҡау” картинаһы 45-се Мәскәү халыҡ-ара кинофестиваленең “Рус премьералары” милли конкурсы программаһына индерелгән.

Сюжет үҙәгендә егерме йәшлек сержант – танкист Любомир Зухтың тарихы ята, ул иҫһеҙ килеш испан коммунистарының ҡыҙы, яҙмыш тарафынан алыҫ ауылға килтерелгән йәш Мария-Терезаға ғашиҡ була. Ҡыҙ ҙа егеткә хисен йәшермәй. “Отбой” командаһы яңғырағандан һуң, сержант осрашыуға йүгереп килә, уны хушлашыу өсөн ҡосаҡлай һәм алыш алдынан төп һүҙҙәрен әйтә. Әммә ул һуғыш ваҡыты закондары буйынса иң юғары яза менән янаған енәйәт ҡылыуын аңламай.

"Ярлыҡау" – Мостай Кәримдең һуғыштан һуң 40 йыл дауамында күңел түрендә йөрөткәндән һуң ижад иткән тәрән шәхси әҫәре, - тип һөйләй картинаның продюсеры, бөйөк классиктың ейәне Тимербулат Кәримов.– Мостафа Сафа улы институт эскәмйәһенән һуғышҡа китә, ҡаты яралана, әммә фронтҡа кире бара һәм Венала Еңеүҙе ҡаршылай. Һуғыш уның тормошонда һәм ижадында эҙ ҡалдыра, хатта йылдар үткәс тә ул һынауҙар һәм юғалтыуҙар менән тулы көндәргә кире ҡайта. "Ярлыҡау" - мәңгелек повесть, уникаль әҙәби әҫәр, уны яңынан уҡыу бер кемде лә битараф ҡалдырмаясаҡ.

Картина менән таныштырырға Өфөгә төп ролдәрҙе башҡарыусы артистар - Александр Новиков, Николай Ғәлләмов, Йәмилә Мөҙәрисова, режиссер Айнур Асҡаров, сценарист Айҙар Аҡманов, композитор Илья Духовный, продюсерҙар Тимербулат Кәримов Һәм Михаил Курбатов килә.

Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас