Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
22 Апрель 2023, 10:00

“Үлеменә өс-дүрт ай ҡала “Мин китәм, һин ҡалаһың” тигән йөкмәткеле йыр һайлағайны...”

Яратҡан йырсыбыҙ Вәсилә Фәттәхова башҡарған бер йырҙың тарихы тураһында уҡығыҙ.

“Үлеменә өс-дүрт ай ҡала “Мин китәм, һин ҡалаһың” тигән йөкмәткеле йыр һайлағайны...”“Үлеменә өс-дүрт ай ҡала “Мин китәм, һин ҡалаһың” тигән йөкмәткеле йыр һайлағайны...”
“Үлеменә өс-дүрт ай ҡала “Мин китәм, һин ҡалаһың” тигән йөкмәткеле йыр һайлағайны...”

Ғүмере иртә өҙөлгән яратҡан йырсыбыҙ Вәсилә Фәттәхованың ире Илгиз Әбдрәҡипов ҡатынының нисек йыр һайлауы тураһында былай тип һөйләгән.

“Башҡалар кеүек үк, йырҙың һүҙҙәренә лә, көйөнә лә, яһаласаҡ аранжировкаһына ла иғтибар итә ине. Үлеменә өс-дүрт ай ҡала “Мин китәм, һин ҡалаһың” тигән йөкмәткеле йыр һайлаған ине. Бер ҡасан да ҡаршы барғаным булмаһа ла, ундай эстәлекле йырҙы башҡарыуын теләмәнем. Ул йырҙы йырлап өлгөрмәне...

Ә Вәсиләнең башҡарыуындағы “Йәшә көлөп” тигән йырҙың тарихы инде былай булды. Уны Зифа Нагаева ижад иткәйне. Ишетеү менән оҡшатҡайным, уны Вәсиләнең башҡарыуын теләнем. Зифа Нагаеваға шылтыратып, ошо йырҙы һатып алырға теләүемде әйттем. “Мин ҡаршы булмаҫ инем дә, башҡа йырсыға бирҙем бит әле”, - тине. Ул йырсы егет менән һөйләшеп ҡарайым әле, бәлки, беҙгә бирер, тинем. Ризалашты. Барҙым, һөйләштем. Ҡаршы килмәне. Һин дә йырла, әммә йырҙы бөтә хоҡуҡтары менән һатып алам, тип килештек.

Ҡатыныма ҡайтып, Зифа апаның яңы йырын уға биреүен, “Вәсилә йырлаһын”, тип әйтеүен еткерҙем. Вәсилә ныҡ шатланды. Аранжировка яһатып, тамашасы хөкөмөнә сығарҙыҡ. Ул йырға клипты Ҡазанда төшөрҙөк”, - тип һөйләгән Илгиз.

Әйҙәгеҙ, был матур йырҙы тағы бер тапҡыр тыңлайыҡ.

Сығанаҡ: http://shahrikazan.ru/news/shou-biznes/ilgiz-bdrakipov-vsilne-yaratuymny-onytyp-bulmyy

Фото: Илгиз Әбдрәҡиповтың шәхси архивынан.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас