Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Апрель 2023, 04:00

Һабаҡ. Таңсулпан ҒАРИПОВА

Хикәйә. 4-се өлөш, аҙағы. Илле йыл буйы һаҡлап йөрөткән сер кемгә сиселер?.. Бала көйөнсә өлкәнәйгән Димдең артабанғы яҙмышы нисек булыр?..

Һабаҡ. Таңсулпан ҒАРИПОВАҺабаҡ. Таңсулпан ҒАРИПОВА
Һабаҡ. Таңсулпан ҒАРИПОВА

***

Июль үтте, көҙ етте, тиҙәр халыҡта. Ныҡлап түшәк тартып ятҡан сирле өсөн һәр көнө – йылдай. Хәле булһа, түҙеп ятыр инеме Зәйнәп? Үҙ йомошона тора – шуныһына шөкөр итә ул хәҙер. Шулай булмай, үҙе шикелле ауырығандарҙың аяғын ҡырҡтырғандары әҙме? Ошо шөкөрҙән айырмаһын Мәүлә тип, Зәйнәп Раббыһына көнө-төнө ялбара. Тик бына… көҙ етә. Яңы уҡыу йылы яҡынлаша. Бараһы ерҙәренә барып, сентябрь башланғансы Димде урынлаштырыр кәрәк ине лә! Баланы уҡыу һылтауы менән ҡалдырһалар, ата менән ул араһынан ҡара бесәй үтәсәк – һыуынасаҡтар бер-береһенән. Айраттың үҙе эргәһенә ингәнен көтөп ятҡан Зәйнәп шул хаҡта һүҙ ҡуҙғатты:

– Китергә кәрәк булғас, китерһегеҙ инде. Ни бит: иртәрәк ҡуҙғалыр инегеҙ, уҡыу йылы башланғанға тиклем.

– Әле айҙан ашыу ваҡыт бар…

– Ғаилә менән ҡуҙғалғас, бер ай ваҡыт күп була тиме? Мәктәбен табаһы бар, унан алда – йәшәр урынын.

– Әсәй, уныһы һинең хәсрәт түгел бит…

– Нисек инде минеке түгел? Дим, әләйһәң, кемдеке?

– Ну һинеке, беҙҙеке…

– Беҙҙеке шул…

– Беҙҙеке булған өсөн дә мин һинең яңғыҙыңды ҡалдыра алмайым. Дим йомошҡа эшкингән.

– Минең йомошома социаль работник та яраған, күршеләрем бар. Үҙемде генә уйлап, мин баланы атаһынан айырып алып ҡала алмайым!

– Һин… ысынлап шулай уйлайһыңмы?

– Бала яҙмышы хаҡында әллә шаяртып та уйлап буламы?

– Һуң… Ата-әсәһе кәсепкә киткәндә күп бала өләсәһе менән ҡала. Мин бит уны… оноторға йыйынмайым!

– Димдең әсәһе лә: “Мин һине онотмам”, – тигәйне киткәнендә. Туғыҙ йыл үтте – бер сәләм-хәтер юҡ…

– Кемгә тиңләйһең мине, әсәй?

– Мин, бәлки, һине уға тиңләмәйемдер ҙә, ләкин Димдең күңелендә “мин һине онотмам”дың ауазы йәшәй… “Онотмам” тигәнде онота алмай бала…

– Тәрәнгә китмәй торайыҡ әле, әсәй?! – Айраттың ҡаштары төйөлдө, ирендәре ҡымтылды.

– Беҙҙең хатаны башҡа берәү төҙәтә алмай, улым. Һиңә кәрәк хәҡиҡәт өсөн икенсе берәү диңгеҙгә лә суммай…

Айрат сыҡты. Иллегә етте уның улы. Былай ҙа баҙыҡ кәүҙәһе нығыраҡ утыҡты. Сөм-ҡара ҙур күҙҙәр, ҡарлуғас ҡанатылай ҡаштар – килмәгән ере юҡ. Айрат ҙурайған һайын Азатты нығыраҡ хәтерләтте, шуға күрә Зәйнәптә уның улы икәненә бер ниндәй шик ҡалманы. Ниндәйҙер мөғжизә булыр ҙа малайҙың атаһын ҡабат күрермен, тип өмөтләнгәйне Зәйнәп, мөғжизә булманы. Инде ҡатынға алтмыш биш йәш, етмәһә… бынау сир.

Атаһы хаҡында бәләкәйерәк сағында һорағаны булды Айраттың: “Ниндәй тип, ҡәҙимге кеше ине. Кәүҙәле, һылыу. Ана, көҙгөгә ҡара – атайың нәҡ һинең ише ине. Ниңә йәшәмәнек? Ул бит Себерҙә эшләне. Нимә булғандыр инде – ҡайтманы”. Шулай яуап бирҙе Зәйнәп. Фамилиялары – Аҫылғужин. Айрат был хаҡта ниңәлер төпсөнмәне. Тик бер генә тапҡыр: “Әсәй, әллә һин мине ун бишеңдә тапҡанһың ул?” – тип ҡуйҙы. “Юҡсы, – тине Зәйнәп аптырап, баҙап. – Нишләп ун биштә булһын? Ун алтыла”. Шунда ғына ҡатын үҙенең бала менән яҙмыш ҡосағында тороп ҡалған сағында ни бары ун алтыла булғанын төшөндө.

Айрат менән бөгөнгө һөйләшеүҙән Зәйнәп улының баланы үҙе менән алырға самаһы юҡ икәнен аңланы. Эх! Элекке сағы булһамы Зәйнәптең! Йәнеләй күргән ейәнен бисә һүҙенән сыға алмаған Айратҡа эйәртеп ебәрер инеме ул?! Ах… Бармаҡтары ҡарая башлаған аяҡтарына ул хәҙер ҡарарға ла ҡурҡа. Был ҡара таптар ҡотолғоһоҙ хәлдең яҡынлашыуын иҫкәртә, әшкәртә. Эйе, һәр кеше ҡарарҙы үҙе өсөн үҙе ҡабул итә. Яҙмышы уға шундай сир биргән икән, килешеп, башҡалар күргәнде күрер – ҡурҡаҡ зат түгел. Бала… Дим, Димем… Бына ул урамдан килеп инде. Йөҙө алһыуланып тора.

– Йүгерҙең әллә?

– Малайҙар менән һыу инергә барғайным. Оҙаҡ булдым шикелле. Һиңә берәй нәмә кәрәкмәйме, өләс? Дарыуым бөтөп бара, тигәйнең.

– Бөгөнлөк бар. Иртәгә алырбыҙ… Һин асыҡтың инде? Һыу һура бит. Тегеләр ашарға ултырҙы. Тәгәсеңә былау һалып ал да шунда сығып аша.

– Ниңә, өләс? Миңә бында…

– Юҡ, – Зәйнәп ныҡлы ҡәтғилек менән өндәште. – Унда бергә ултырып аша. Атаң эргәһендә. Һин – ошо өйҙөң хужаһы. Хужа урыны – түрҙә.

– Гөлнара апай…

– Беҙ кемдән генә ҡурҡабыҙ?

– Хоҙайҙан.

– Гөлнара… кем?

– Кеше.

– Бар, әйткәнде эшлә.

Киске аш табыны нисек үткәндер – Зәйнәп уныһын ишетмәне. Аҙағыраҡ Гөлнараның кухнянан ҡысҡырғаны ғына ҡолағына салынды:

– Ә тарелкаңды кем йыуа?

– Үҙем! – Дим йәһәт кенә кухняға инеп китте.

Кис ятҡас, Зәйнәп ейәненә:

– Молодец! – тине. – Аҡыллы бала һин.

– Һин, өләс, аҡыллы тиһең дә ул. Мин бит теге ҡарһүҙеңдең яуабын һаман таба алмайым. Инде бөтә малайҙар шул хаҡта уйлай.

– Яуапты һин мотлаҡ табасаҡһың. Ул һауала, баш осоңда, осоп ҡына йөрөй, тик тотоп алыр мәле етмәгән.

– Тыныс йоҡо, өләс!

– Тыныс йоҡо, балам…

Йылғала һыу кереп, эҫелә әлһерәп йөрөп арыған бала шунда уҡ йоҡлап китте. Ятты ла ҡатты, тигәндәй. “Һәр тыуған йән донъяға үҙ ризығы, үҙ өлөшө менән килә, тиҙәр. Үҙ ырыҫыңа үҙең төкөрмәһәң, бәхетһеҙ булмаҫһың, балаҡайым”, – Зәйнәп, киске һиллек эсендә бер нәмә белмәй талсығып йоҡлап ятҡан ейәненә ҡарап, шулай уйланы. Йылмайҙы. Тормошона бер үпкәһе лә юҡ уның, үкенесе лә. Кейәүгә сыҡманы инде, уның ҡарауы, Хоҙай үҙенә Йософтоң һыңарылай күркәм йөҙлө, баҫалҡы тәбиғәтле, эшсән ул – Айратты – бирҙе. Улынан үҙенә генә оҡшап торған Дим тыуҙы. Ҡайҙалыр биш йәшенә тиклем ҡараған ейәнсәре Зилә үҫә…

Үткән йыл күрше подъезда кейәүгә сыҡмай ҡартайған Варвара исемле мәрйә үлде. Туй күлдәге кейҙереп ерләнеләр уны. Христиан дине шулай ҡушамы икән? Ә Зәйнәп үҙенә тигән кәфенлекте күптән әҙерләгән. Йоҡа ғына аҡ батист. Айраттың атаһы ҡайтып төшһә, шунан күлдәк тегермен тип һаҡлағайны уны. Яҙманы. Бәлки, теге донъяла, ахирәттә, осрашырҙар? Йән – мәңгелек, тиҙәр. Ғүмер бит бына ошоноң менән генә тамамланмай! Тамаҡ тәҡәт таптырмай кибә, баш әйләнә, тын ҡыҫыла… Ни хаҡында онотто әле Зәйнәп? Ниҙелер эшләргә тейеш булып та, эшләмәне, инде… хәле лә юҡ. Кәрәге лә…

***

Йәй буйы ямғыр яуҙырмай, ерҙе, йәшеллекте сарсарға мәжбүр иткән Ҡояш был юлы ҡалҡмағандай – күк йөҙөн болот ҡапланы, күп тә үтмәй, эре тамсылар туптырлай башланы. Ямғырҙың тәүге тамсылары, Алайғыр урамдарының саңына буталып, борсаҡтай төйөрөлдө. Оҙаҡ яумай, үҙен ҡорһаҡһырға мәжбүр иткән тере тамсыларға үсеккән ер үҙенә үтеп инергә ирек бирмәй маташты. Аҙаҡ биреште. Ваҡытһыҙ сырыш баҫҡан йөҙ аңғармаҫтан шатлыҡ килеүҙән йылмайғанда яҙылғандай, ерҙең дә сатрашланып ярылған ерҙәре бөтәште. Йәкшәмбе. Бер кем дә эшкә ашыҡмай. Ямғыр булғас, баҡсала эш юҡ, ямғыр ритмы аҫтында тәбиғәт тә, кешеләр ҙә ойоно. Оҙаҡ йоҡланы Дим.Йоҡоһо туйып уянғас, рәхәтләнеп кирелде. Һәм ҡапыл мейеһен йәшен уғы тишеп үттеме ни – ул теге ҡарһүҙҙең… яуабын тапты!

– Өләс! Белдем! Белдем! Теге туғыҙынсы шәкерт бит әтәсте… Хоҙайҙан ҡурҡҡан өсөн тота алмаған. Сөнки ул ҡайҙа барһа ла, нимә эшләһә лә – Хоҙай ҡарап торған! Өләс! Ниңә өндәшмәйһең? Яуабым бит дөрөҫ?! Өләс…  – Дим, тороп, Зәйнәп янына килде. Йоҡлай ул, үҙе йылмайған да кеүек. “Өләс!” – Дим уның күкрәге тирәһенә ҡуйған ҡулынан тотто – өләсәһе бөтә кәүҙәһе менән һелкенде. Усында ни? Ампула. Асылмаған ампула. Теге һуңғы ампула…

***

Зәйнәптең өсөн, етеһен уҡыттылар. Кеше күп килде. Бөхтәлеге менән даны сыҡҡан ҡатын булараҡ, үлемлеген тулыһынса үҙе әҙерләп һалып ҡуйған булып сыҡты: хәйерлеге лә, буласаҡ сығымдарҙы ҡапларлыҡ аҡса ла. Димгә айырым төргәк әҙерләгән, “Уҡыу өсөн” тип яҙып та ҡуйған. Йыуған ҡарсыҡтар Зәйнәптең тәнен күреп иҫтәре китте:

– Ҡыҙҙар кеүек ыҡсым, шулай ҙа кеше була икән?

Икенселәре кәфенлек туҡыманы ҡулдарында ҡапшап-ҡапшап ҡараны:

– Боронғо батист. Хәҙер бындай тауар юҡ бит ул. Нисә йыума, аҡ көйө ҡала был. Һарғаймай. Зәйнәбебеҙ, күрәһең, күптән алып ҡуйған. Йыйынсаҡлы ине бит!

– Йыйынсаҡлы булмаһа, бер пенсияға йәшәп, ейәненә шул саҡлы аҡса ҡалдыра буламы?

– Баҡса тотто бит. Еләк иң алда уныҡы өлгөрҙө. Өйөнә килеп алып бөтәләр ине…

– Эшләне инде, эшләне. Эштән башҡаны белмәне. Еләген дә, йәшелсәһен дә үҫтерҙе.

– Эй матур ҙа ине үҙе! Ул ҡаштар, ул толомдар!

– Төҫ ташламаны Зәйнәп, әле лә ҡандай һылыу булып ята. Һирәк кешенең йөҙө үлгәс ошолай нур бөркә.

– Йәне йәннәттә, урыны ожмахта булһын. Кешегә ҡаты һүҙле булманы, йөҙҙән алманы.

Мәйет йыуған ҡарсыҡтар эргәһенә инеп-сығып йөрөгән Гөлнара, әлбиттә, быларҙың барыһын да ишетте. Ҡасан һиҫкәнгәндәй, ҡасан турһайғандай булды – һыр бирмәне. Һауалы һалҡынлығын һаҡланы.

Аҙаҡ бөтәһе лә тынды. Дим көн һайын өләсәһе ҡәберенә барҙы. Оҙон-оҙаҡ шунда ултырҙы. Ҡайтышлай һыу керҙе. Баҡсаға инеп сыҡты. Әле унан, әле бынан өләсәһенең һыны күренеп ҡалғандай була ла юғала. Хатта бер тапҡыр баҡса өйөнөң болдоронда ултырғанында йомшаҡ ҡына итеп кемдер башынан һыйпаны. Боролоп ҡарағайны – бер кем юҡ. Аптыраны. Шунан һуң баҡсаға йөрөмәҫ булды. Ә шулай ҙа Димде иң ныҡ аптыратҡаны – атаһы өләсәһенең карауатында йоҡлай башланы. Тәүге төн, әсәһен ерләгәс, шунда ултырған көйө ойоп киткәйне. Хәҙер сисенеп, йоҡларға әҙерләнеп килеп ята.

– Тыныс йоҡо, атай! – ти улы.

– Тыныс йоҡо, Дим, – ти атаһы. Ә ҡайһы саҡ “улым” тигәнде өҫтәй. Димгә ҡыйын да, рәхәт тә: ул бит бер ҡасан да ошолай атаһы менән бер бүлмәлә ятып йоҡламаны. Улар бер ҡасан да икеһе бергә таңды ла ҡаршыламаны. Ҡыйыны – өләсәһенең булмауы.

Әсәһенең юҡлығына ул өйрәнде инде. Элек автобустар туҡталған ергә барып, машинанан төшкән халыҡты күҙәтә торғайны. Бигерәк тә йәй көндәре, кешеләр ялға, отпускыға ҡайтҡан саҡтарҙа ҡыйын ине – ул әсәһен көттө. Ә өләсәһе ҡайтмай торған ергә китте – быға нисек күнергә?

Дим бына әле лә ҡәҙерлеһенең эргәһенән ҡайтып килә, ҡәберенә ул яратҡан сәскәләрҙе һалды. Уҡыу йылы ла етеп килә. Дим китһә, өләсәһенең янына кем килер? Атаһы улы хаҡында ни уйлай торғандыр – әлегә һүҙ ҡуҙғатҡаны юҡ. Гөлнара элеккесә ҡырын ҡарай Димгә: алдына икмәктең ҡатҡанын ҡуя, арыуыраҡ ризыҡ булһа, алдынан ала һала. Ә ашты улар хәҙер бөтәһе бергә кухняла ашай. Ҡыҙыҡай ғына яғымлы, Димгә һүҙ ҡушырға ғына тора. Малайҙың һеңлеһе Зилә исемле ине, был – Айзилә. Хатта улар бер-береһенә оҡшаған да кеүек. Юлда малай сәскә йыйнап алды, алсаҡ ҡына, илгәҙәк кенә гөлләмә барлыҡҡа килде. Айзиләгә бирер. Дим уның сәскә яратҡанын һиҙеп йөрөй, сөнки эргәһенә килә лә: “Сәскә яһа әле”, – тип төҫлө ҡәләмдәр һуҙа.

Шулай ҙа тура өйөнә йүнәлгеһе килмәне Димдең. Өләсәһе киткәндән һуң ҡалған бушлыҡ ҡурҡыта. Эт эргәһенә килде. Ул инде ашай башланы. Килгәнде күрһә, ҡойроғон болғай, йылмайғандай итә. Кәнтәй эргәһендә атаһын күрермен тип уйламағас, Дим һиҫкәнде: “Был мәлдә? Әле кис тә түгел…”

– Атай?!.

– Ултыр, улым…

Дим шунда аунап ятҡан ҡарт ҡайынға, атаһы эргәһенә сүгәләне.

– Өләсәңә барҙыңмы?

Малай өндәшмәне. Ҡайҙа барһын башҡа? Айрат та ныҡышманы: баланың күҙҙәренән түгелергә торған һағыш барыһын да төшөндөрҙө.

– Ярай… – Айрат улының арҡаһына ҡулын һалды. – Миңә лә еңел түгел, Дим. Ләкин беҙ – ирҙәр. Китергә лә күп ҡалманы.

– Һеҙгәме? – Дим был һорауҙы бер нөктәгә текәлгән килеш бирҙе: нисек тә түҙергә, нисек тә һытылмаҫҡа, ул – ир кеше.

– Беҙгә, Дим. Һинең менән миңә.

– Ә Гөлнара… апай? Улар?

– Улар… бөгөн китә.

– Гөлнара апай: “Беҙ бара торған ерҙә мәктәп юҡ”, – ти ине.

– Улар бара торған ерҙә, эйе, мәктәп юҡ. Ә беҙ һинең менән мәктәп булған ергә китәбеҙ – Өфөгә.

– Өфөгә?! Эш таптыңмы?

– Таптым. Мин бит, улым, юғары белемле инженер.

– Ә ҡайҙа йәшәрбеҙ?

– Әлегә ҡуртымға бүлмә алырбыҙ. Аҙаҡ – күҙ күрер. Бындағы фатирҙы һатырбыҙ, тегендә йә өй төҙөрбөҙ, йә бер нәмә алырбыҙ…

– Ә теге… зәңгәр туҫтаҡты? Уны алырбыҙмы?

Атаһы көлөмһөрәне:

– Уны алырбыҙ!

Димгә шул саҡ атаһы менән урындарын алмаштылар кеүек тойолдо: атаһы, Айрат, кескенә малай, ә Дим – ҙур, оло. Өләсәһе кеүек. Ни өсөн тигәндә, өләсәһе күңелендә илле йыл һаҡлап йөрөткән оло серен Димгә ҡалдырҙы! Ҙур сер һаҡлап йөрөүсе кеше бәләкәй була тиме? Өләсәһенә сабый менән урамда ҡалғанында (ә Дим ул ҡыҙҙың – өләсәһе Зәйнәп, ә малайҙың атаһы Айрат икәнен шунда уҡ төшөнгәйне) ун алтыла булған, йөрәгенә оло аманат күтәреп тороп ҡалған Димгә иһә – ун ике. Баланы күтәрергә беләк көсө кәрәк булғандыр, ә серҙе һыйҙырырға? Дим үҙен йәһәт кенә ҡулға алды:

– Киткәстәре, оҙатайыҡ, атай. Бынау сәскәләрҙе… мин Айзиләгә тип йыйғайным.

Айрат урынынан ҡалҡынды. Уң ҡулы менән Димдең ҡулбашына таянды:

– Оҙатайыҡ, тиһеңме? – Гөлнара менән бик ауыр һөйләшеү булғанын, ҡатын ауыҙынан өҫтөнә яуған әллә күпме хәшәрәт һүҙҙәрҙән, янауҙан, ахыр ялбарыуҙан баҙап ҡалған Айратҡа улының “оҙатайыҡ” тигән һүҙе оло бер терәк булды. Ул бармаҡтары менән Димдең ҡулын эҙләне, етәкләп алды. Ахыры оҙаҡ етәкләшеп атламаған улар, Димде беренсе класҡа оҙатҡандан алып.

Малай атаһына ниҙер һөйләй, күрһәтә, аңлата, ә Айратҡа бер ни кәрәк түгел: ошо эскерһеҙ, йылы, хыянатһыҙ бармаҡтарҙы усына йомған килеш барыр ҙа барыр, атлар ҙа атлар ине кеүек. Ошо бармаҡтарҙан ағылған ғәзиз йылыны юғалтмаҫ өсөн ул барына түҙергә, кәрәк икән, тауҙар аҡтарырға риза.

(АҘАҒЫ. Башы – ошо һылтанмалар буйынса:

https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2023-04-21/aba-ta-sulpan-aripova-3229536

https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2023-04-21/aba-ta-sulpan-aripov.a-3229959 

https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2023-04-22/aba-ta-sulpan-aripova-3230337

 

 

 

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас