Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Апрель 2023, 22:00

Марсель Нәжметдинов башҡарыуында "Кәкүк" ("Кукушка" Виктор Цой) йыры

Дания Нәжметдинова тәржемәһе

Марсель Нәжметдинов башҡарыуында "Кәкүк" ("Кукушка" Виктор Цой) йыры
Марсель Нәжметдинов башҡарыуында "Кәкүк" ("Кукушка" Виктор Цой) йыры

Виктор Цойға арналған концертта Учалынан талантлы автор-башҡарыусы, һәүәҫкәр композитор Марсель Нәжметдинов Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Алёна Завьялова менән бергә "Кәкүк" йырын башҡарҙы. Дания Нәжметдинова Марсель Нәжметдинов өсөн Виктор Цойҙың дүртенсе йырын тәржемә иткән. 

Кәкүк (Кукушка)

Күпме йырҙар әле яҙылмаған әйтсе
Әйтсе кәкүгем,
Йырла...
Ҡалала йәшәргәме, ауылдамы
Таш булырғамы,
Янырғамы йондоҙҙай
Миңә...

Ҡояшым минең, ҡара һин миңә
Минең ҡулым, әҙер йоҙроҡтар
Тоҡандыр ут, дарың булһа
Уттар...

Кемдәр бара яңғыҙ юлдарҙан
Көслө һәм ғәйрәтлеләр баштарын яуҙа
Һала...
Бик әҙҙәр генә аңын юғалтмай
Айыҡ аҡыл, ҡаты ҡулдар менән
Ҡала...

Ҡайҙа һин ирекле ирегем хәҙер
Кем менән инде,
Иртән таңдар ҡаршылайһын
Бергә...
Бик яҡшы һинең менән ҡыйын һинһеҙ
Баштарҙы аҫҡа эйеп
Ҡамсы аҫтына ҡуяһың
Ергә...

Виктор Цой,
Дания Нажметдинова тәржемәһе.

Фото: vk.com/marsel1201

Автор: Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас