Стәрлетамаҡтан Эльмира Диваева Беренсе каналда барған “Тауыш” тапшырыуының сираттағы этабына үтте.
Ул Пермь ҡалаһынан Юлиә Ғарифуллина менән исеме тотош донъяға билдәле йырсы Элвис Преслиның “Can't Help Falling in Love” (“Ғашиҡ булмайынса ҡала алмайым”) тигән йырын башҡарҙы.
28 йәшлек яҡташыбыҙҙың сығышы барыһында ла – остаздарҙа ла, залдағыларҙа ла ҙур һоҡланыу уятты. Владимир Пресняковҡа иһә ике ҡыҙҙың да сығышы бик ныҡ оҡшаны, тик ул Эльмираны сарала ҡалдырырға, тигән ҡарарға килде.
Эльмира Диваева Башҡортостанда тыуып үҫкән. 2016 йылда ул Мәскәүҙәге Рәсәй театр сәнғәте академияһын уңышлы тамамлаған. Стәрлетамаҡ ҡыҙы – ил кимәлендәге һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты. Театр, мюзиклдарҙа уйнай.
Ошо уҡ проектта Өфө ҡыҙы Гөлнара Байғужина ла ҡатнаша. Ул Антон Беляев командаһына эләккәйне.
Фото: srgazeta.ru