Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
28 Апрель 2023, 20:00

Балаларҙың оҫталығы һоҡландырҙы

Р. Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатында тәүге тапҡыр "Дебют" мәктәп театр фестивале үтте. 

Балаларҙың оҫталығы һоҡландырҙы
Балаларҙың оҫталығы һоҡландырҙы

27 апрелдә Р. Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатында тәүге тапҡыр "Дебют" мәктәп театр фестивале үтте.

Фестивалдең проект авторы - билдәле режиссер Әлмира Ҡыуатова. Уны ойоштороуға һәм үткәреүгә Р. Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернаты етәкселеге, айырыуса тәрбиәселәр ҙур көс һалды. 

Был көндә гимназия-интернаттың 7-се "А" класы уҡыусылары - Рәсимә Ураҡсинаның "Сыңҡылдаҡ себен" әкиәтен, 7-се "Б" класы Гөлсирә Ғиззәтуллинаның "Юл япрағы һәм тамсы" әкиәте буйынса Сәрүәр Сурина сәхнәләштергән әкиәтте, 7-се "В" класы Сәрүәр Суринаның "Сәйәхәтсе әтәс"ен, 7-се "Г" гласы Гөлнара Хәлфетдинова ижад иткән "Шәжәрә урманы"н, гимназия-интернаттың "Рәми" өлгөлө театр-студияһы Рәсимә Ураҡсинаның "Бүре башы ун ике" әкиәтен тәҡдим итте. Режиссер булараҡ белем усағының тәрбиәселәре - Т. Бикмуллина, Ф. Исҡужина, Л. Әбилова, А. Иҫәнғужина, Ф. Ишморатова һәм проекттың авторы Әлмира Ҡыуатова сығыш яһаны. Шулай уҡ баш ҡаланың Дим районындағы "Орион" ижад һарайында эшләп килгән "Тамаша" театр коллективы (режиссеры Н. Сырлыбаев), ҡунаҡ булараҡ сығыш яһап, "Ҡыҙҙар, алға!" тигән спектакль алып килгән ине. 

Абруйлы ҡунаҡтар балаларға теләктәрен, кәңәштәрен еткерҙе, ә йәш артистар тамашасыларға һоҡланғыс сығыштар, матур ял бүләк итте. Был фестиваль оҙон ғүмерле булһын, киләсәктә яңы кимәлгә күтәрелеп, башҡа мәктәптәрҙе, төбәктәрҙе лә йәлеп итһен тигән изге теләктә таралышты барыһы ла. 

Мәктәп фестивале тураһында мәҡәләне "Башҡортостан" гәзитенең киләһе һандарында уҡырһығыҙ. 

Автор фотолары. 

Балаларҙың оҫталығы һоҡландырҙы
Балаларҙың оҫталығы һоҡландырҙы
Балаларҙың оҫталығы һоҡландырҙы
Балаларҙың оҫталығы һоҡландырҙы
Балаларҙың оҫталығы һоҡландырҙы
Балаларҙың оҫталығы һоҡландырҙы
Балаларҙың оҫталығы һоҡландырҙы
Балаларҙың оҫталығы һоҡландырҙы
Балаларҙың оҫталығы һоҡландырҙы
Балаларҙың оҫталығы һоҡландырҙы
Балаларҙың оҫталығы һоҡландырҙы
Балаларҙың оҫталығы һоҡландырҙы
Балаларҙың оҫталығы һоҡландырҙы
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас