

Тиҙҙән хуш еҫтәр таратып, тирә-яҡты аҡлыҡҡа күмеп, муйыл сәскә атыр. Ошо сихри миҙгелдә Роза Аҡкучукова башҡарыуында яңғыраған “Һин ултыртҡан муйыл” йырын тыңлаған һайын: “Эх, Роза апай, һин ултыртҡан муйыл сәскә атты быйыл. Тик һеҙ генә инде ике йыл был хозурлыҡҡа ҡыуана алмайһығыҙ...” – тигән уйҙар тыуа.
Эйе, үҙе китте, әммә уның башҡарыуындағы йырҙар өлкән быуындың да, йәштәрҙең дә күңелендә йәшәй. Быға Роза Аҡкучукова призына ойошторолған район һәүәҫкәр йырсылар конкурсында булып, тағы ла инандыҡ.
Сара артистың тыуған ауылы Абҙаҡта үтте. Тәүҙә Роза Аҡкучукованың туғандары, Өфөлә йәшәгән яҡташтары, уның мәңгелек йортона – ҡәберенә сәскә һалып, фатиха алды. Һуңынан барыһы ла Абҙаҡ ауыл мәҙәниәт йортона юлланды.
Әйтергә кәрәк, Роза Аҡкучукованың ижадын һаҡлап ҡалыу, таратыу һәм яңы һулыш биреү маҡсатында уҙғарылған сараның башланғысында уның Өфөлә йәшәгән яҡташтары тора. Улар ошо тәҡдим менән район хакимиәте етәкселегенә мөрәжәғәт итте. Конкурсты ойоштороуҙы Роза Сабирйән ҡыҙының туғандары ла күтәреп ала һәм бар яҡлап ярҙам итә.
Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Ғәбитов, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, йырсының килене Рәзилә Салауатова һәм Белорет ҡала мәҙәниәт һарайының “Алтынай” халыҡ һәм “Ләйсән” балалар вокаль ансамблдәре етәксеһе Луиза Мөхөтдинова йыр бәйгеһендә ҡатнашыусыларҙың оҫталығын баһаланы.
Конкурс шарттарына ярашлы, сығыш яһаусылар Роза Аҡкучукова репертуарынан һәм халыҡ йырҙарын башҡарҙы. Сарала 30-ҙан ашыу кеше ҡатнашты. Ижади бәйгелә йырсының репертуарынан “Алтын балдаҡ” йырын йыш башҡарҙылар, шулай уҡ “Әбйәлил сеңләүе” лә, башҡорт халыҡ йырҙары ла яңғыраны.
Еңеүселәр дүрт йәш категорияһы буйынса баһаланды: 7 – 11, 12 – 16, 17 – 23 йәшлектәр һәм 24 йәштән өлкәндәр. Конкурсанттар араһынан Рысыҡайҙан Ралина Ғәлиастанова, Белорет лицей-интернатынан Гөлшат Абдуллина, Асынан Фәриҙә Ноғаманова һәм Юлиә Ниғәмәтова, Йөйәктән Айзилә Закирова, Белореттан Элина Сафуанова, Үткәлдән Таңһылыу Вәхитова, Ҡоҙғон-Әхмәрҙән Зәлифә Фазлетдинова һәм Наил Хәмзин, Татлынан Мәфрүзә Оморҙаҡова, Үҙәнбаштан Зифа Ситдиҡова, Сермәндән Сафура Абдрахманова, Абҙаҡтан Вәсилә Хазиева призлы урындарға лайыҡ булды. Гран-при Үткәл ауылынан һәүәҫкәр йырсы Зилә Шәғәлинаға тапшырылды. Шулай уҡ ул Аҡкучуковтар ғаиләһенең махсус бүләгенә лайыҡ булды.
Конкурста ҡатнашҡан һәр кеше мәҙәниәт идаралығы, Абҙаҡ мәҙәниәт йорто исеменән Маҡтау ҡағыҙҙары, еңеүселәр иһә аҡсалата бүләктәр менән билдәләнде.
Сараның икенсе өлөшөндә гала-концерт булды. Унда район хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ольга Овчинникова, Абҙаҡ ауыл хакимиәте башлығы Хәмзә Мөхәмәҙиев, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, жюри ағзалары, йырсының яҡындары исеменән улы Руслан Шәйхетдинов, бер туғандары Ишбулат менән Урал Аҡкучуковтар һәм башҡалар иҫтәлектәрен уртаҡлашты, ауылдаштарға, ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе. Абҙаҡ мәҙәниәт йортоноң “Өлкәр”, Сосновка күп тармаҡлы ауыл клубының “Арташ” бейеү коллективтары, Өфө ҡунаҡтары – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марсель Ҡотоев, “Башҡортостан” дәүләт концерт залы ҡурайсыһы Илнур Һибәтуллин сығыштары менән концертты биҙәне.
Ғөмүмән, Роза Аҡкучукова ижадын мәңгеләштереү маҡсатында ойошторолған тәүге конкурс бик уңышлы үтте. Ауылдаштары уның киләсәктә лә дауам итеүен теләп таралышты.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе:
– Роза Аҡкучукова – башҡорт йыр сәнғәтендә ҡабатланмаҫ эҙ ҡалдырған шәхес. Хәҙерге көндә бар йырсыларҙы ла “йондоҙ” тип әйтергә күнеккәнбеҙ, ә Роза апай киң мәғәнәһендә беҙҙең эстрада йондоҙо булды, сөнки уның ижады халыҡтың йөрәгенә, күңеленә һеңеп ҡалған, бер нисә быуын уның йырҙарын тыңлап үҫте, ижады күңелебеҙҙә йәшәй. Әлбиттә, тыуған яғында – Белорет районының Абҙаҡ ауылында уның иҫтәлегенә йыр конкурсы үткәрелеүе ихтирамға лайыҡ, сөнки ундай шәхестәрҙе ҙурларға бурыслыбыҙ. Киләсәктә конкурстың географияһы киңәйер, төбәк-ара, республика кимәлендә үтергә тейеш, тип уйлайым, сөнки Роза Аҡкучукованың ижады киң даирәгә танылған. Роза апай беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле, яҡын кеше булды, сөнки ул ябай, шул уҡ ваҡытта мәшһүр ҙә, һәр кемгә кәңәшсе лә, оло йөрәкле ижадсы ла ине. Уның йырҙарын тыңлап, ул беҙҙең арала, тип күҙ алдына килтерәбеҙ.
Руслан ШӘЙХЕТДИНОВ, Роза Аҡкучукованың улы:
– Район күләмендәге беренсе тапҡыр уҙғарылған сара булһа ла, ул яҡшы һәм юғары кимәлдә үтте. Киләсәктә лә конкурс дауам итһен ине. Ошо сараны әҙерләгән Белорет районы хакимиәтенә, Абҙаҡ ауыл хакимиәтенә, мәҙәниәт йорто директорына, баһалама ағзаларына һәм конкурсанттарға, үҙемдең яҡын туғандарыма ҙур рәхмәт.
Рәзилә САЛАУАТОВА, артистың килене:
–Тамашасының Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукованы хөрмәт итеүе уның йырҙарын яратып башҡарыуында һиҙелә. Ижади бәйгеләрҙең зәңгәр экрандар, радио аша һирәк яңғыраған йырҙарын да яҡшы белеүенә инандыҡ. Һәүәҫкәр йырсыларҙың күңел биреп башҡарыуы, ҡайһы берҙәрендә ҡәйнәм йырлаған кеүек ноталар ҙа сағыла, шул уҡ ваҡытта күҙгә йәш төйөлә. Йылы, матур, туғандарса сара булды ул. Конкурста гран-при яулаған Зилә Шәғәлина ла уның йырына өҫтөнлөк биргән. Уның башҡарыуында “Әбйәлил бәйете”ндә ҡәйнәм йырлаған кеүек үк әйләнештәр ишетелде, тембры ла оҡшап китте. Ғаиләбеҙ өс һәүәҫкәрҙе билдәләргә ҡарар ҡылды. Рысыҡайҙан бәләкәй Ралина Ғәлиастанова ла күңелгә ятты – “Һаумы, һаумы, яҙ!” тигән йырҙы шул тиклем матур итеп башҡарҙы. Абҙаҡтан Вәсилә Хазиева иһә дәртле сығышы өсөн ғаиләбеҙ тарафынан билдәләнде һәм махсус бүләк тапшырылды.
Ишбулат АҠКУЧУКОВ, артистың бер туған ағаһы:
– Әлбиттә, сараға әҙерлек барышында тулҡынландыҡ та. Шулай ҙа конкурста ҡатнашырға теләгәндәр күп булыр, тип ышандыҡ. Йыр бәйгеһе юғары кимәлдә үтһен өсөн бар көсөбөҙҙө һалдыҡ. Беҙҙең Розабыҙ ҙа ишетеп-күреп торалыр инде. Бөтә туғандарыбыҙға, ҡустыларға, килендәргә конкурс оҡшаны, ауылдаштар ҙа ҡәнәғәт.
Рифҡәт НӘЖМЕТДИНОВ, ауыл ветерандар советы рәйесе:
– Ҡурҡҡан эш хәйерле була, тиҙәр. Беҙ ауылда бындай конкурсты беренсе тапҡыр үткәргәс, әҙерәк шөрләңкерәй инек, әммә сара бик матур үтте.
Зилә ШӘҒӘЛИНА, гран-при яулаусы:
– Бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡмын. Роза Аҡкучукованың “Алтын балдаҡ”, “Һин ултыртҡан муйыл” кеүек йырҙарын тыңлап үҫтек. Ошо конкурсты ойошторғандарын ишеткәс, ихлас күңелдән ҡатнашырға килдек. Әлбиттә, гран-при яулармын тип уйламағайным. Аллаға шөкөр, Ураҙа айында миңә шундай ҙур ҡыуаныс килде, бүләктәр ҙә һәйбәт булды. Ойоштороусыларға, Роза Аҡкучукованың туғандарына ҙур рәхмәт.
Иршат ШӘҒӘЛИН, Үткәл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре:
– Байрам бик матур үтте. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт. Беҙҙе юғары кимәлдә ҡаршы алдылар. Гран-при менән беренсе урынды беҙҙең Үткәл ауылының һәүәҫкәр йырсылары яуланы, шуға ла бик шатландыҡ.
- Рәмилә МУСИНА