Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
28 Апрель 2023, 08:44

Матур көн (Хикәйә)

Нәсих Хәлисов коллажы.Нәсих Хәлисов коллажы.
Фото:Нәсих Хәлисов коллажы.

– Шулай шул... – Ғәйшәнең ошо мәл әлеге ете-ят ҡатынға асылғыһы, эс серҙәрен һөйләгеһе килде лә китте. Берәүгә лә йөрәгендәге был төйөн хаҡында әйтә алмай бит ул, эштә ғаилә хәлен белгертмәй һәм хатта әхирәттәренә лә әйткеһе килмәй. Беренсенән, улына тап төшөрөр һымаҡ, икенсенән, үҙен бер кәрәкһеҙ әйбер һымаҡ итеп күрһәтә алмай, өсөнсөнән... Сәбәптәре етәрлек инде.

– Нимә булды? Бәлки, мин ярҙам итә аламдыр? Йә, еңеллек өсөн генә булһа ла белдер...

Ғәйшә бер генә тәрән һуланы ла, теҙҙе лә һалды:

– Улым өйләнгәйне... Матур ғына ма­лайҙары бар. Айырымландылар. Бөтөн­ләй. Минән дә айырымландылар... Үҙ пландары, үҙ тормоштары, тәртиптәре... Ҡыҫылғанды теләмәйҙәр...

– Ә һиңә уларға барып ҡыҫылып йөрөү кәрәкме?

Бындай һорауҙы көтмәгән ҡатын йәнәшәһендәге ихлас тексәйеп ултырған сал бөҙрә сәслеһенә бер һирпелеп алды:

–Ну-у... Минең берҙән-бер улым да инде ул.

– Булһа һуң. Һинең мөлкәтең түгел бит. Уның шәхси тормошҡа хоҡуғы бар. Етмәһә, ғаилә тормошона.

– Әсәйлек хоҡуҡтары ҡайҙа?

Олораҡ ҡатын йылы нур бөркөлөп тор­ған түңәрәк зәңгәр күҙҙәрен ҡыҫа төштө:

– Әсәйлек хоҡуҡтары көсләп тағылмай. Һин күпме ныҡышһаң, улар һинән шул тиклем ҡасасаҡ.

– Шунан? Үҫтереп кеше иткән баламдан ҡолаҡ ҡағайыммы хәҙер?

Люба, ипләп кенә ынтылып, Ғәйшәнең өшөп барған ҡулын йомшаҡ устарына алды:

– Аиша, йөрәккәйем, бөтә файҙалы, уңышлы, ләззәт бирер эштәр, хәлдәр, хистәр ҙә теләк аша башҡарыла. Теләкһеҙ булғаны ул ҡоро ирекһеҙләү, мәжбүр итеү генә була. Һине бит балаларың яратмай түгел – шулай бит?!

Саҡ ҡына уйланып алды ла ризалашты ҡатын:

– Улай тип әйтә алмайым. Улым һәр ваҡыт хөрмәт итте, хатта иркәләтеп кенә йөрөттө, “әсәкәйем” тип тә ебәрә ине...

– Бына бит...

– Килен тураһында... насар түгел былай... Тик бына һуңғы әйткәне...

– Ул һинең тәрбиәңдә үҫмәгән, һинең талаптарыңа яуап бирергә лә тейеш түгел. Киленең бит улыңдың ҡатыны, иренең башкөллө үҙенә булыуын теләй. Был – тәбиғи. Һин уларға был мөмкинлекте бир. Әле улар бер-береһенә танһыҡ, бәпәйен дә ҡыҙғаналыр йәш әсә. Яйлап барыһы ла урынына ҡайтыр: ҡатындың үҙенә ваҡыт бүлгеһе килер, ире менән балаһын һиңә тапшырып торорға ла теләге тыуыр, һинең ярҙамың кәрәк булыр, бәләкәскә өләсәй һөйөүен дә эҙләйәсәктәр әле.

– Әллә?.. Булырмы икән улай?..

– Мин әйтте тиерһең. Үҙем шул юлды үттем. Мин дә бит ҡыҙым кейәүгә сығып, улым өйләнгәс, бөтөн донъяла бер үҙем ҡалғанмын да, балаларыма кәрәкмәйем икән, тип уйланым. Паникаға бирелдем, те­геләрҙе шылтыратып ҡаңғырттым. Ҡайтығыҙ тип саҡыртып алдым, килһәләр, бахырҙарымды һалҡынлыҡта ғәйепләп, былай ҙа аптыранған күңелдәрен өҙгөләп ҡыялдым.

Сашкамдың ялбарыулы күҙҙәре һаман да хәтеремдә алтын ғынамдың. “Ярай, әсәй, әйҙә мин эшемде лә, ғаиләмде лә ташлайым да яныңа күсәм. Моғайын, минең уллыҡ бурысым һине бәхетле, ҡәнәғәт итеп йәшәтеүҙер”, – тине бит был бер мәл. Шул ваҡыт башыма нимәлер барып еткәндәй булды. Нисек инде? Балам ниндәй ҡорбанға барырға тора, ә мин – яңғыҙмын, имеш... Ултырып уйлап алдым да киттем психологка, унан төрлө әсбаптар уҡыным, яйлап күңел донъямды ла, тышҡыһын да тигәндәй, барлап алдым. Ни эшләп мин, аяҡлы-ҡуллы, аҡыллы һәм үҙаллы кеше, башҡаларҙың иғтиба­рына улай мохтаж булырға тейеш әле?

Ғәйшә яңы әхирәтенә арбала биреп ҡарап ҡалды. Ә уныһы ярһып һөйләүен дауам итте:

– Үҙемде эштән һуң нимәгәлер бағыш­лау өсөн йогаға яҙылдым. Унда әллә күп­ме бисә-сәсә менән таныштым. Шундағы бер ҡатын изгелек хеҙмәте йәмғиәтенән булып сығып, уға эйәреп киттем. Хәҙер ауыр хәлгә ҡалған яңғыҙ ҡатындарға ярҙам итеүҙә булышам. Беләһеңме, күпме йәш әсә бала-саға менән урамда ҡала, ас ултыра, бәпесен ҡайҙа итеп, эшкә барырға белмәй...

“Юҡ” тип баш сайҡай ғына алды тыңлаусы.

– Әгәр һин шуларҙы белһәң, мине улым ғаиләһенә тығылдырмай тип бошоноп ята ла алмаҫ инең. Теләһәң, әйҙә, төшкә тиклем беҙҙең менән бул. Мин бында Гөл­нара тигән ҡатынды көтөп ултырам. Ошонда осрашырға һөйләштек. Ул өс йәшлек ҡыҙын миңә ҡалдырып китә, беҙ балалар майҙансығында уйнап торабыҙ. Әсәһе йомоштарын башҡарып килгәнсе бала ҡараулы ла, туҡ та була. Теләйһеңме?

– Әл-лә-ә...

– О! Ана йүгерә минең бәләкәй әхирәтем!

Әсәһенән ысҡынып сабып килгән тәнәй Любовь Михайловнаның итәгенә ҡапланды:

– Пиве-ет!

– Һаумы, ҡошсоғом. Йоҡо туйҙымы?

Бала артынан килеп торған йәш ҡатын эскәмйәнән ҡалҡынған апайҙар менән сәләмләште:

– Доброе утро, тетя Люба. Здрасьте. Как вы?

– Все хорошо, милая. Бына беҙ әхирәтем менән. Исеме Аиша. Бөгөн Гөлнурҙы бергәләп алып ҡалабыҙ, күңеллерәк булыр.

– Ҙур рәхмәт һеҙгә. – Үҙе ҡулындағы пакетының эсен барланы, — тетя Люба, бында ике колготки һалдым, тирләһә тип алмаш футболка... Печенье, термос менән сәй, китаптары...

– Ярай-ярай. Беҙ нимә менән булырға икәнде белербеҙ. Һин ашыҡма, эшеңде еренә еткереп тамамлап ҡайт.

– Йүгерҙем, улайһа.

Ҡатын китә биргәс, бәләкәсте етәкләп алып, майҙансыҡҡа юлланғанда, Люба аңлатып ҡуйҙы:

– Берәүҙәрҙең өйөн йыйыштырып, икенселәрҙең тәҙрәләрен йыуып килә. Йән аҫрарлыҡ аҡса яһап ала. Берәй аҙна­нан тағы ла шулай сыға. Ата-әсәһе юҡ, туғандары ла. Был ҡалаға эскесе иренән ҡасып килгән, нисек тә бәпесен үҫтерергә тырыша. Мин бәләкәсен алып ҡалып торам. Йәки үҙемдә, йәки уларҙа, йәки бына ошондай аяҙ көндә урамда, паркта, баҡсала. Матур бит көн? Бигерәк матур!

Ғәйшә тирә-яғына ҡарап ҡуйҙы ла хайран ҡалды: матур икән шул... Салт, йылы, йәй башы...

- Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

Читайте нас