Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
28 Апрель 2023, 08:05

Телебеҙ йәншишмәләре

Гәзит уҡымаған кешенән фәтүә юҡ...

“Рәсәй почтаһы” гәзит-журналдарға яҙылыуҙың сираттағы кампанияһын иғлан итеүе була, мине йыл һайын ҡапма-ҡаршылыҡлы күңелһеҙ уйҙар сорнап ала. “Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә...” тип йырлау менән генә туған телебеҙгә һөйөү артып бармай шул. Минеңсә, был һөйөү тәү сиратта тап ошо кампания ваҡытында ла һынала, асыҡ сағылыш таба. 

 

1228 дана. Бөтә республикаға...

 

Республикабыҙҙа балалар өсөн донъя күргән башҡорт гәзите “Йән­шишмә”нең тиражы күпме тип уйлайһығыҙ? 1228 дана. Бөтә республикаға. Ә һеҙҙең ауылда йәки ҡалала “Башҡортостан” гәзитен нисә кеше алдырып уҡый? Шулай шул. Бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ә беҙ бала саҡта гәзиттәр тиҫтәләрсә мең дана тираж менән баҫыла торғайны. Беҙ матбуғатты яратып, ярышып уҡыныҡ. Ауылда республика гәзиттәрен алдырмаған ғаиләләр бик һирәк осрағандыр. Өйөндә гәзит тотоп ҡарамай үҫкән балала китапҡа һөйөү тәрбиәләү мөмкин түгел. Бындай кеше үҫкәс тә бер ваҡытта ла китап уҡып ултыр­маясаҡ.

Атайым мин ижекләп уҡырға өйрәнер-өйрәнмәҫтән “Башҡорт­остан пионеры”на яҙылды. Фанераны бысып, гәзитте тегеп барыр өсөн “урын” эшләп бирҙе. Үҙем уҡыған гәзиттәремде шунда ботинка бауы менән беркетеп, төпләп барҙым. Тәүҙә ҡыҙығыраҡ мә­ҡәләләрҙе үҙе уҡып ишеттерә торғайны. Ҙурая биргәс, өҫтә­лебеҙгә “Пионер” журналы ла өҫтәлде. Шулай ул миндә гәзит-журналдарға ҡыҙыҡһыныу уят­ҡандыр, тип уйлайым. Тора-бара шул ҡыҙыҡһыныу һөйөүгә әүерел­де. Мин хәҙер ҙә гәзит-журналһыҙ йәшәүҙе күҙ алдыма ла килтерә алмайым.

Беҙҙең ауылға почтаны Үрге Ғәленән Вәғиҙә апай ташыны. Ҡупшы ғына кәүҙәле, асыҡ йөҙлө булып һеңеп ҡалған ул минең хәтергә. Шул тиклем итәғәтле, иҫ киткес тырыш булды ул апай. Почта килгәнен иң тәүҙә беҙ, урам тултырып, шаулап уйнап йөрөгән малайҙар, күреп ҡалабыҙ. Почтальон апай Һаҡмар буйлап, Ҡурҡыс тауы эргәһенән ауылға боролоуы була, ҡаршы йүгерәбеҙ. Уны шулай һағынып көтөп алыуыбыҙҙың сәбәбен һәр кем аңлайҙыр: ул беҙгә килгән һайын яңылыҡ, шатлыҡ өләшә, ҡайһы берҙә хатта пенсия, балалар аҡсаһы ла тарата. Шуғыраҡ малайҙарҙың үҙ серҙәре лә булғандыр. Беҙҙең күбебеҙ, танау төптәре кипмәгән малайҙар, йәшереп кенә күрше ауыл ҡыҙҙары менән хат та алыша торғайныҡ. Яуап хаттарын әсәйҙәргә эләкмәҫ борон алып ҡалырға кәрәк бит...

Хәрәмләшкән саҡтар ҙа булғыланы. Үҙеңә килгән хаттың маркаһына почта мисәте эләкмәй ҡалһа, бәхет инде! Шул марканы тирләй-бешә ҡайсы менән һаҡ ҡына ҡырҡып алаһың да бер тинлек (беҙ уны һалдат конверты тип йөрөтә инек) конвертҡа йәбештереп ҡулланаһың. Һиҙгәндер инде Вәғиҙә апай беҙҙең этлектәрҙе, нишләп кенә һиҙмәһен. Сите семәрле марканы, нисек кенә тырышһаң да, семәр яһап ҡырҡып булмай бит инде. Шуныһы ғәжәп: был хаттарҙың береһе лә кире әйләнеп ҡайтмай торғайны, йәғни улар һәр ваҡыт тәғәйен кешеһенә барып етте. Серҙәребеҙ ҙә сиселеп барманы. Шуға ла яратҡанбыҙҙыр инде Вәғиҙә апай Ыласынованы.

 

Иҙән йыуырға журналдан өйрәндем

 

Иҫемдә, башланғыс класта ғына уҡып йөрөй инем әле, “Башҡорт­остан пионеры”нда бер ҡыҙҙың “мин биш минутта шунса квадрат метр иҙәнде йыуып сыға алам” тигән бәләкәй генә мәҡәләһе баҫылып сыҡты. Ниңә сәмемә тейгәндер инде, мин дә, өйҙә кеше булмаған саҡты һайлап, иҙән йыуырға өйрәнә башланым. Йәнәһе, өйрәнгәс, теге ҡыҙҙы ҡыуып үткәс, мәҡәлә яҙып ебәрәм инде үҙемсә. Теләгең ташып торһа, эшкә өйрәнеү ауыр түгел икән ул. Иҙән йыуырға үҙем көткәндән дә тиҙерәк өйрәндем... Ә бына мәҡәлә яҙылмай ҡалды: “еңеп сыҡҡас”, ниңәлер һүрелдем дә ҡуйҙым. Шулай итеп, Башҡортостан минең шәп “иҙән йыуыусы” икәнемде белмәй ҡалды. Әммә шул мәҡәләне яҙып ебәргән ҡыҙға ла, уны баҫып сығарған “Башҡортостан пио­неры”на ла әле булһа бик рәхмәтлемен. Иҙән йыуа белеүем артабан интернатта уҡығанда ла, студент саҡта ла бик ярап ҡалды. Әле лә юҡ-юҡта иҙән һөртөштөрөп алам.

Бер йылы “Башҡортостан пионеры” гәзит уҡыусылар араһында хикәйәләргә конкурс иғлан итте. Был белдереү мине лә дәрт­ләндереп ебәрҙе. Тик... нимә тураһында яҙырға? Ауылыбыҙҙа хикәйәлә тасуирларлыҡ ваҡиға ла булғаны юҡ шикелле. Саңғыла йөрөргә, һунарға сығырға әүәҫ булғас, шул теманы һайларға булдым. Ул “хикәйәм” ошо йәшемәсә һүҙмә-һүҙ иҫемдә.

“Кисә саңғыла ҡуянға тоҙаҡ ҡороп ҡайтҡайным. Барһам, минең тоҙаҡҡа эләккән ҡуянды Урыҫ Хөрмәттең эте ашаған да киткән”, тип башлағайным хикәйәмде. Күпме уйланһам да, баш ватһам да, хикәйәмдең осона сыға алманым. Уңарсы конкурстың ваҡыты ла үтеп китте. Шулай итеп, хикәйә лә яҙылмай ҡалды. Хәҙер ҙә ҡайһы берҙә төштәремдә шул хикәйәмдең осона сығырға маташып ҡарайым. Һаман сыға алмайым.

 

“Башҡортостан”ды Чукоткала ла уҡыйҙар ине...

 

Мәктәпте тамамлағас, Мәскәүҙә таусы һөнәренә уҡыным. Диплом алғас, Амур буйында, Чукоткала, аҙаҡ Баймаҡта алтын йыуҙым. Бөтә ерҙә лә – Мәскәүҙә уҡығанда ла, Чукоткала эшләгәндә лә – башҡорт гәзит-журналдарын алдырып уҡыным. Улар һәр ерҙә миңә юлдаш, серҙәш һәм замандаш булды.

Ошо урында үҙем ғүмер буйы яратып уҡыған “Башҡортостан” гәзите тураһында ла бер нисә һүҙ яҙып үтәйем. Үҙегеҙ беләһегеҙ, элек-электән был гәзит Бөтә Союз каталогына индерелмәне, сит өлкәләрҙә уны яҙҙырып алыу мөмкин булманы. Чукоткала эшләп йөрөйөм. “Ағиҙел”, “Башҡортостан ҡыҙы”н алдырабыҙ, тик “Совет Башҡортостаны”на яҙылып булмай. Бөтә яңылыҡты шунан белеп өйрәнгәс, ҡыйын. Уҡығы килә. Ни эшләргә? Отпускыға ҡайтҡанда Өфөләге Үҙәк почтамтҡа индем. Подписка бүлегендә ҡыуандыра алманылар. Икенсе көн тағы барҙым. Аптыраған бер апай, мине йәлләнеме икән, бер нисә хеҙмәттәше менән кәңәшләште лә:

– Һеҙ ҡайһы райондан? – тип һораны.

– Йылайырҙан.

– Белмәйем. Килеп сығырмы-юҡмы, ошолай эшләп ҡарайыҡ... Һеҙ “Совет Башҡортостаны”н үҙегеҙ йәшәгән Йылайыр районы адресына яҙҙырығыҙ, шунан иртәгә килеп, Чукоткаға күсертерһегеҙ. Яҙылған кешегә ебәрмәҫкә беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ, – тине.

Шулай эшләнек тә. Хәйлә килеп сыҡты. Ер аяғы, ер башы Чукоткала йәшәп, бер йыл буйы рәхәтләнеп “Совет Башҡорт­останы”н уҡып яттыҡ. Гәзиттәрҙе, бер аҙналыҡ һандарын (ул ваҡытта гәзит аҙнаһына биш тапҡыр сыға ине) бергә төрөп, бандероль итеп ебәрә торғайнылар. Почта хеҙмәтенең ул осорҙағы теүәллегенә, аныҡлығына һаман да иҫем китә: бер һаны ла юғалманы. Гәзиттәрҙе бер аҙнаға ғына һуңлап ала торғайныҡ. Хәҙер Өфөнән Йылайырға ла ҡайһы берҙә бер аҙна килә. Хәҙер дуҫтарыма: “Совет Башҡортостаны”н  Төньяҡ Боҙло океан ярында, Аляскаға ҡарап ултырып уҡыған кеше әле мин!” – тип маҡтанып алам.

 

“Башҡорт телен өйрәнегеҙ”

 

Мәҡәләмде китапҡа һөйөү тәрбиәһенә бәйләп башлағас, үҙем менән булған бер ваҡиға тураһында ла яҙмай булдыра алмайым. Бәләкәй генә, иғтибарға лайыҡ та булмаған нәмә ул, ләкин йөрәкте өйкәп тик йөрөй.

Бер мәл минең ҡулға “Шоңҡар” йәштәр журналының бер һаны килеп эләкте. Башҡортостанда ундай баҫма сыҡҡанын белмәй инем. Журнал шул тиклем оҡшаны. Бер тында уҡып сыҡтым да, почтаға йүгереп барып, бер йылға яҙылып ҡайттым. Бер йыл тирәһе алдырғас, ни өсөн бер үҙем генә уҡып ятам әле, йәштәр ҙә белһен, уҡыһын тип, ике ҡарындашымдың мәктәптә уҡыған ике ҡыҙына өс айға берәр дана яҙҙырып ҡуйҙым. Уҡырҙар, белерҙәр, бындай ҡыҙыҡлы журнал оҡшамай ҡалмаҫ, артабан үҙҙәре яҙылыр, тип уйланым.

– Журнал оҡшаймы? – тип һорайым, бер ни тиклем ваҡыт үткәс.

– Иҫ киткес шәп, талашып уҡыйбыҙ, – булды яуап.

Өс ай үткәс, тағы хәлдәрен белештем. Ҡарындаштарымдың икеһе лә журналға өҫтәп яҙылырға “онотҡан” булып сыҡты. Шунан алып үҙемде теге уҡыусы балалар алдында ла, “Шоңҡар” алдында ла ғәйепле һанап тик йөрөйөм. Яңы һанын ҡулға алған һайын ошо ваҡиға иҫкә төшә, йөрәк әрней.

Хәтерегеҙҙәлер, Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттары үткәндән һуң киң мәғлүмәт саралары Владимир Путиндың “башҡорт телен өйрәнегеҙ” тигән һүҙҙәрен ҡабатлап бер булды. Кем нисек аңлағандыр, мин илебеҙ Президентының был фекерен сит ил йәки башҡа милләт кешеләренә түгел, милли респуб­ликаларҙа йәшәгән аҫаба халыҡтарға төбәп әйтелгәндер, тип ҡабул иттем. “Туған телегеҙҙе, рухи ҡиммәттәрегеҙҙе онотмағыҙ, уны балаларығыҙға ла өйрәтегеҙ”, тип әйткәндер, тим. Китап уҡымаған кешелә телгә, халҡына, республикаһына, Ватанына һөйөү уятыу мөмкин түгел. Шуға балаларыбыҙға “Йәншишмә” гәзитен, “Аҡбуҙат”, “Аманат”, “Шоңҡар” журналдарын яҙҙырайыҡ, үҙебеҙ “Ауыл уттары”, “Башҡортостан”дан, “Йәшлек”тән өҙөлмәйек.

- Фәрит ӘХМӘРОВ 
Йылайыр районы,
Аралбай ауылы

Читайте нас