Башҡорт халыҡ кейеме – бик боронғо ҡомартҡы
“Милли хазинабыҙҙы өйрәнеү – минең тормош мәғәнәһе”
Башҡорт милли кейем өлгөләрен, төрлөлөгөнә ҡарап, ете комплексҡа бүлеп йөрөтәләр. Башҡорт милли кейеме өҫтөндә ентекле тикшереү эше алып барған, ғилми яҡтан өйрәнгән “Башҡорт кейеме. Технологияһы. Конструкцияһы. Декоры”, “Башҡорт тамбуры тылсымы” китаптары авторы, технология фәндәре кандидаты Айгөл КАМАЛИЕВА менән әңгәмәлә һүҙ ошо хаҡта.
-Башҡорт милли кейемен өйрәнеүселәргә һеҙ яҡшы таныш. Был өлкә менән ҡыҙыҡһынмаған кешенең һеҙҙе белмәүе лә ихтимал. Гәзит уҡыусыларҙы үҙегеҙ менән яҡынданыраҡ таныштырһағыҙ ине.
-Сығышым менән Шишмә районының Ҡара Яҡуп ауылынанмын. 10-сы һөнәрселек лицейын тамамлағас, Рәсәй туҡыу һәм еңел сәнәғәт институтының Өфө филиалына уҡырға индем. Филиал Башҡорт дәүләт университетының дөйөм инженер факультеты тип үҙгәртелде, уны 90-сы йылдар аҙағында тамамланым, инженерлыҡ белеме алдым. Һуңынан Мәскәүгә аспирантураға уҡырға индем һәм 2005 йылда “Башҡорт халыҡ кейеме өлгөһөндә милли кейемде проектлау” тигән темаға диссертация яҡлап, техник фәндәр кандидаты булдым. Һуңыраҡ Мәскәүҙә докторантураға үттем, әлеге ваҡытта башҡорт халыҡ кейеменә ҡағылышлы ғилми тикшеренеүҙәр алып барам һәм китаптар яҙам.
-Милли кейем традицияларын өйрәнеү минең өсөн тормош мәғәнәһенә әйләнде. Костюмдарыбыҙҙың серҙәрен күберәк өйрәнгән һайын, уның тураһында ни тиклем аҙ белгәнебеҙҙе аңлайым. Бынан тыш, халыҡ кейеменең тәрәнлеген һәм фәлсәфәүи мәғәнәһен аңлар өсөн ғалимдарҙың халыҡ сәнғәте теорияһы һәм практикаһы өлкәһендәге фундаменталь ғилми хеҙмәттәрен өйрәнергә кәрәк. Ә уның үҙ ҡанундары.
-Ни өсөн милли кейемде? Был өлкәгә килеүегеҙ осраҡлы булдымы, әллә аныҡ сәбәбе бар инеме?
-Был, моғайын, миңә бирелгән иң популяр һорауҙыр. Ғәмәлдә барыһы ла ғаиләнән килә. Бөтә йәйҙәрҙе лә беҙ апай-һеңле һәм ағай-энеләребеҙ менән ауылда үткәрҙек. Ауыл байрамдарында башҡорт йырҙарын, туған телде тыңлап, башҡорттарҙың традицион шөғөлдәрен күреп һәм үҙебеҙ ҙә эшләп үҫтек. Быларҙың барыһы ла беҙгә бала саҡтан һеңгән. Миңә нәнәйем мираҫ булараҡ боронғо сулпылар, беләҙектәр, алҡалар бүләк итте. Ул ҡомартҡыларҙы күҙ ҡараһылай һаҡлайым. Һөнәр һайлағанда миңә ата-әсәйем бик ярҙам итте, бының өсөн уларға бик рәхмәтлемен. Беҙ бергәләп республика буйлап башҡорт халыҡ кейемдәрен эҙләп йөрөнөк, һуңғы аҡсаларыбыҙҙы сарыф иттек, әммә йәнә юлға йыйынып, муниципаль музейҙарға, ауылдарҙағы халыҡ кейеме хужаларына бара инек. Ошо материалдар нигеҙендә диссертация яҙҙым. "Башҡорт кейеме. Технологияһы. Конструкцияһы. Декор” китабы ата-әсәйем Әлфиә Миңлебай ҡыҙы менән Салауат Тимерхан улының ҙур ярҙамы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде. Һәр кешенең тормошонда күп нәмәне ғаилә хәл итә, бала саҡтан тәрбиәләнгән ҡиммәттәр миңә был йәһәттән ҙур бәхет килтерҙе, Аллаға шөкөр.
-Кейем тегеүселәр һеҙҙең китаптарҙы ихлас ҡабул итте. Элек бындай китаптар булманы, эшләүе ауыр ине, тигән һүҙҙәр ишетергә тура килде. Башҡорт милли кейеме быға тиклем ниндәй кимәлдә өйрәнелгәйне? Һеҙ ниндәй мәғлүмәттәргә таянаһығыҙ?
-Костюмдарҙы өйрәнеүемә тиҙҙән 30 йыл була. Милли кейемдәребеҙ тураһында бөтә белгәндәребеҙ – уның үҫешенең ҙур тарихының бик бәләкәй өлөшө генә, тип әйтә алам. Башҡорт халыҡ кейеме – бик боронғо ҡомартҡы. Селтәр, һаҡал, сәсүрмес кеүек башҡорт биҙәүестәренең барлыҡҡа килеүен ғалимдар Көньяҡ Уралда йәшәгән бронза быуаты ҡәбиләләре менән бәйләй. Ә бит был биҙәүестәр беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән һәм археологик табылдыҡтарҙан күренеүенсә, шул уҡ композицияла һәм формала һаҡланған.
Башҡорт кейемендә мифология, рухтарға боронғо ышаныуҙар, Йыһан һәм Ғаләм тураһында боронғо күҙаллауҙар сағылдырылған. Ул әйбер генә түгел, ғөмүмән, донъя картинаһы ла. Бөгөн Көньяҡ Уралдың боронғо ҡәбиләләре тарихы тураһында күп фәнни һығымталар яһайбыҙ, улар һуңынан башҡорт халҡының тарихын байыта. Уларҙың мәҙәни үҙенсәлектәре костюмда теге йәки был традицияларҙы күрһәтә. Орнаменттың, декорацияның һәм кейемдең йәшерен мәғәнәһен аңлар өсөн халыҡ тормошоноң бөтә өлкәләрендә лә, рухи һәм матди өлкәләрҙә лә киң белем спектры кәрәк, сөнки костюм халыҡтың көндәлек тормошон, уның донъяға ҡарашын һәм ҡиммәттәрен сағылдыра, шуға күрә башҡорт кейеме традицияларын өйрәнгәндә мин фольклорға, этнографияға, тарихҡа, мәҙәниәткә, хужалыҡҡа, сауҙа мөнәсәбәттәренә, башҡорт мифологияһына һәм башҡа күп мәғлүмәттәргә арналған фәнни әҙәбиәттең киң даирәһенә таянам.
-Кейемдәребеҙ ғәйәт киң байлығы һәм төрлөлөгө менән айырылып тора. Шундай төрлөлөк ҡайҙан килә?
-Был һорауға бер-ике һөйләм менән генә яуап биреү мөмкин түгел. Башҡорт костюм комплекстарындағы айырмалар башлыса бер нисә факторға, күпселек осраҡта тәбиғәт-климат шарттарына, Көньяҡ Уралдың теге йәки был өлөшөнөң үҫеш тарихына, шөғөлдәргә, йәшәү рәүешенә һ.б. бәйле. Мәҫәлән, Көньяҡ Уралдың таулы өлөшөндә өҫ кейеме, йылы әйберҙәр өҫтөнлөк итә, уларһыҙ ҡышҡы ҡаты көндәрҙә йәшәү мөмкин түгел. Шулай уҡ әҙерләү материалындағы айырмалар сеймалдың булыуы менән бәйле, ул тире, йөн, етен һәм башҡалар. Тышҡы төрлөлөгөнә ҡарамаҫтан, костюмдарҙы берләштергән төп ғәмәл – халыҡтың донъяға ҡарашы, ул орнаментта, биҙәү принцибында, донъя төҙөлөшө тураһында боронғо күҙаллауҙарҙы сағылдырған композицияла сағыла, ул хатта костюмдың композицияһында ла баш кейеменән алып аяҡ кейеменең табанына тиклем күренә.
Ҡабатлауҙан арымайым. Башҡорт кейеме – бик боронғо, уникаль ҡомартҡы һәм башҡа мәҙәниәттәрҙә аналогы юҡ. Күп быуаттар дауамында үҫешкән күренеш булараҡ, башҡорт кейеме төрлө тәбиғәт-климат шарттарында яраҡлашҡан, яңы үҙенсәлектәргә эйә булған, әммә бөгөн бөтә ете комплексты берләштергән сигеү, технология, биҙәү схемаларында нигеҙен һаҡлаған. Шулай уҡ был һорауға тулы яуап биреү өсөн башҡорт ырыуҙар тарихын өйрәнергә кәрәк, күп хәҡиҡәт тап шунда йәшеренгән.
-Һуңғы ваҡытта милли кейемдәргә иғтибар ныҡ артты. Был нимәнән килә тип уйлайһығыҙ? Милли үҙаң уяныуымы?
-Һуңғы йылдарҙа милли кейемгә ҡыҙыҡһыныу арта, өҫтәүенә, өҫтән төшкән мәжбүри талап түгел, ә халыҡтан килгән ҡыҙыҡһыныу – ул феноменаль күренеш. Бында, моғайын, социологик тикшеренеүҙәр, феноменды сисеүгә фәнни ҡараш кәрәк. Әммә ғәҙеллек өсөн халыҡтың башҡорт кейеменә ҡыҙыҡһыныуы һәр ваҡыт булған, юғиһә боронғо кейем өлгөләре, биҙәүестәр һаҡланмаҫ ине, тип әйтергә кәрәк. Һуңғы йылдарҙа ғына ул киң ҡолас ала, һәм, моғайын, Милли кейем көнө быны берләштергәндер. Әлбиттә, һуңғы йылдарҙа парад үткәрелмәүе үкенесле хәл. Республикабыҙҙағыбөтә халыҡтарҙың берҙәмлеге һәм дуҫлығы символы булараҡ, был ғәйәт ҙур сара. Дөрөҫөн әйткәндә, милли кейемдәрҙә урамға күмәкләп сыҡҡан сара кәрәк, бигерәк тә Рәсәй рекордтар китабына ингәндән һуң. Халҡыбыҙ билдәле глобалләшеүҙән һәм зыянлы Көнбайыш мәҙәниәтенән бай тәбиғәткә, ауылға яҡын булыуы менән ҡотҡара, тип уйлайым, сөнки беҙҙең көс тап шунда тупланған, унда милли йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр һаҡланған. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: хаҡлы ялға сыҡҡас, күптәр тарихи тамырҙарына яҡыныраҡ ауылдарға ҡайта. Моғайын, бының да ғилләһе барҙыр.
-Кейемдәребеҙҙе тергеҙеүсе оҫталар ҙа артты. Уларға һәм яңы өйрәнә башлағандарға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
-Йәш оҫталарға боронғо образдарҙы күсереп эшләүҙән башларға кәңәш итер инем. Һәр хәлдә был оҫталыҡҡа беренсе аҙым, “ҡулды шымартыу” булыр ине. Бер элементты йөҙ тапҡыр ҡабатларға кәрәк һәм шул саҡта ҡул үҙе билдәле бер һыҙыҡҡа, һыҙымға һ.б. күнегә, ә күҙ һиҙелмәгән деталдәрҙе тоя башлай. Ә инде оҫта теге йәки был элементтың үҙенсәлектәрен өйрәнгәндән һуң, бындай әйберҙәрҙе үҙе лә булдыра ала, әммә халыҡ традициялары нигеҙендә эшләй. Һәм, әлбиттә, халыҡ тормошо, тарих менән бәйле бөтә мәғлүмәтте өйрәнеү, музейҙарға, бигерәк тә бәләкәй ҡалаларҙағы муниципаль музейҙарға йөрөү, билдәле оҫталар менән аралашыу мотлаҡ. Улар серҙәрҙе ҙур ҡәнәғәтлек менән һөйләй. Хәҙерге заман оҫталарына халыҡтыҡын ижад итеүе ауырыраҡ, сөнки беҙ традицияларға урын ҡалмаған икенсе донъяла йәшәйбеҙ. Ә бит борон әйберҙәрҙе ошолай теккәндәр: милли кейемдәрҙәге ҡыҙҙар аулаҡ өйҙә, йәғни традицион келәмдәр, таҫтамалдар менән биҙәлгән йортта йыйылған, йырҙар йырлап, әкиәттәр һөйләп, бөтә мәсьәләләр буйынса кәңәшләшеп, матурлыҡ өлгөләре тыуҙырған. Был – коллектив ижади хеҙмәт һәм оҫталыҡ өлгөһө. Хәҙер ҙә уны тергеҙергә кәрәктер.