Башҡорт эстрадаһы: боҙ ҡуҙғалдымы?

Милли сәнғәткә битараф булмайыҡ

Кеше булмышы шулай ҡоролған: йыр-моңһоҙ йәшәү мөмкин түгел – күңелде лә аса, һағышландыра ла, илһамландыра ла ул. Шул уҡ ваҡытта рухи ҡеүәт һәм йәшәү дәрте өҫтәй – тылсымлы музыканың был  сифатын кем инҡар итә алыр?

Йәмғиәттә был өлкәгә һәр саҡ иғтибар ҙа, талап та ҙур: кешенең күңелен алдап булмай, ул һәр саҡ “һөнәрсе”нең һәм “өйрәнсек”тең әҫәрҙәрен айырырға һәләтле, шуға күрә халыҡ һөйөүен яулаған йырҙар йылдар дауамында быуындан-быуынға тапшырыла килә, ә бәғзе ижад емештәрен иртәгәһенә үк оноталар. Әлбиттә, сәнғәттең был йүнәлеше үҫешенә һәр саҡ заман елдәре, илдәге ижтимағи-сәйәси ҡоролош, хатта халыҡтың ошо осорҙағы үҙаң кимәле лә йоғонто яһай. Тик был үҙгәрештәр һәр саҡ ыңғай сағылыш табамы? Глобалләшеү осоронда заманаға эйәреп, милли эстрадабыҙҙың йөҙөн юғалтмайбыҙмы? Туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе популярлаштырған йырсыларыбыҙҙың эшмәкәрлеге тос һәм һөҙөмтәле булһын өсөн ниндәй аҙымдар талап ителә?

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ойошманың Мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комиссияһы башҡорт эстрадаһының бөгөнгө хәле буйынса түңәрәк ҡор үткәрҙе, унда милли мәҙәниәтебеҙҙең йөҙөн билдәләгән шәхестәр йыйылып, ошо һәм башҡа көнүҙәк темаларға һөйләшеү ойошторҙо.

 

“Милли мәҙәниәтебеҙ һәр саҡ көнәркәшлек мөхитендә үҫешә”

 

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комиссияһы рәйесе, шағирә, журналист, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, башҡорт эстрадаһы – ул башҡорт телен, мәҙәниәтен, йәштәрҙе үҫтереү ҡоралы, тип билдәләй.

– Бөгөн беҙҙең эстрада ни рәүешле үҫешә? Уны киң йәмәғәтселек өсөн үтемле тауар тип әйтә алабыҙмы? Интернет селтәре киң даирәләр яулаған, йәштәрҙең төп аралашыу, мәғлүмәт алыу сығанағы булған заманда беҙгә башҡорт эстрадаһын мөмкин тиклем йәмәғәтселек фекерен, хатта ниндәйҙер кимәлдә сәйәси ҡарашты еткереү ҡоралы итеп файҙаланыу мөһим. Был – беренсенән.

Икенсенән, көслө йырсыларыбыҙ тамаша залдарын тултыра алмай икән, бында, минеңсә, тамашасынан йәки дәүерҙән сәбәп эҙләргә кәрәкмәй. Ғөмүмән, беҙгә мәҙәни диалог ҡора белергә, бер-беребеҙҙе ишетергә өйрәнергә кәрәк. Бөгөн һин халыҡҡа нимә еткерәһең – сәхнәгә сыҡҡан һәр кеше тамашасыға ниндәй һүҙ, фекер әйтергә теләгәнен күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тейеш.

Һынаулы осорҙа тамашасы төрлө мәҙәни сараларға йөрәгенә дауа эҙләп килә. Асыҡ һөйләшеү, күңелде күтәрерлек, рухи көс бирерлек булырға тейеш йырсының сығышы. Зауыҡ менән бергә заман талабы, репертуар тураһында уйланыу мөһим.

Өсөнсөнән, беҙҙә йырсыларҙың сығышы, концерттарҙы башынан аҙағына тиклем ойоштороу эше ни рәүешле көйләнгән? Шәхсән Башҡортостандың халыҡ артисы Рөстәм Ғиззәтуллиндың продюсерлыҡ эшмәкәрлеге ҡыҙыҡлы тойола миңә. Билдәле йырсы Тимур Рамаҙанов профессионал булараҡ өлгөргән, ул эстрада проекттарын етәкләй алырлыҡ кимәлгә етте, тип иҫәпләйем. Профессионалдар үҙҙәре, башҡорт эстрадаһының киләсәген уйлап, хәстәрләп, етди проекттарға егелһә ине – бына ошо теләк.

Йәнә лә, башҡорт эстрадаһы тураһында фекер алышырға кәрәк тигән һүҙ уҙған быуаттың 90-сы йылдар аҙағынан килә. Әммә ул һәр саҡ кисектерелеп килде. Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәрен, эстрада өлкәһендәге белгестәрҙе бер майҙанға туплап һөйләшеү алып бара икән, был – ыңғай күренеш. Етди фекер алышыуҙа бигерәк тә мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәновтың ҡатнашыуы һәм йәштәр эстрадаһын үҫтереү буйынса аныҡ эштәр, пландар тураһында һүҙ әйтеүе – был үҙе үк килеп тыуған һорауҙарға яуап эҙләй башлау, тигән һүҙ. Йәмәғәт ойошмаһының төп бурысы – халыҡ араһында тупланған фекерҙе башҡарма органдарға еткереп, хәл итеү юлдарын бергәләп эҙләү, – тип билдәләне Лариса Хашим ҡыҙы.

Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры, Башҡортос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле режиссер Илшат Фәхертдинов, төрлө йүнәлештә ижад иткән йырсыларҙы уртаҡ ҙур проекттарға берләштереү һөҙөмтә бирә, тип белдерҙе.

Миҫал булараҡ, ул филармонияның “Йыр көсө” проектын телгә алды. Мәғлүм булыуынса, монументаль программала филармония солистары, билдәле сәнғәт әһелдәре Нәзифә Ҡадирова, Әлфиә Юлсурина, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Хәлит Фәтихов, Артур Туҡтағолов, Миңзифа Исҡужина, Рәфис Сирусин, “Арғымаҡ” этно-төркөмө һәм башҡалар ҡатнаша. Ойоштороусылар билдәләүенсә, илебеҙ ҡатмарлы осор кисергәндә, кешеләргә рух ныҡлығы һәм берҙәмлек кәрәк. Ә йыр һәр саҡ бөтәһен дә берләштерергә, бер тулҡынға көйләргә һәләтле. “Филармония артистары былтырҙан башлап ошо проект менән республика буйлап гастролдәрҙә йөрөй, сифатлы, юғары кимәлдәге тамашаны мөмкин тиклем күберәк тамашасы ҡараһын өсөн төбәктең Мәҙәниәт министрлығы ла һәр яҡлап ярҙам күрһәтә”, – ти Илшат Фәхертдинов.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комиссияһы ағзаһы, билдәле режиссер Булат Йосопов әйтеүенсә, милли мә­ҙәниәтебеҙ һәр саҡ көнәркәшлек мөхитендә үҫешә.

– Шуға күрә башҡорт эстрадаһы үҫеше өсөн уңайлы шарттар булдырған механизмдар кәрәк. Яңы эш башлаған авторҙарға шоу-бизнеста уңышлы аҙымдар яһау өсөн мөмкинлек биреү маҡсатында, бәлки, үҙаллы финанс һәм реклама ресурстары булған продюсер үҙәге булдырыу зарурҙыр. Әммә инициативаның музыкаль индустрия вәкилдәренең үҙҙәренән булыуы ла мөһим, – тине Булат Тимербай улы.

Эстрада тармағындағы проблемалар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, республиканың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллинға ла яҡшы таныш. Ҡасандыр ул Башҡорт йәштәре союзы лидеры булған, унан Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры вазифаларын да башҡарған.

– Башҡорт эстрадаһын үҫтереү һәм уны көнәркәшлек шарттарына яраҡлаштырыу өсөн, минеңсә, күп тә кәрәкмәй. Тотороҡло, көслө продюсер үҙәге менән килешеү төҙөп, дәүләттән грант формаһында йә бүтән төрлө юлдар менән финанс ярҙамы алып, таланттарҙы табыу, эҙләү, үҫтереү, уларға яңы йырҙар, көйҙәр яҙыу буйынса эш алып барыу зарур. Уларҙы киләсәктә төбәктәге медиакиңлек, радио, телевидение аша республикаға танытыу ҙа мөһим.

Заманында республиканы  “Йәшлек-шоу” фестивале, “Урал моңо” халыҡ-ара конкурсы кеүек саралар яңғыратты, йәштәргә ижади этәргес биреү йәһәтенән улар барлыҡ талаптарға яуап бирә ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа ундай саралар һүлпәнәйҙе, үткәрелмәҫ булды. Эстрадала ла яңы исемдәр юҡ.

Хәҙер йәштәр төрлө яңы проекттарҙа ҡатнаша. Ижади шәхес “теге йәки был проектта күренеп ҡалам, урын алам” тип тырыша, сәхнәгә сыға, яңы йырҙар яҙа. Был яҡшы, әлбиттә, әммә эште системаға һалам тигәндә, үрҙә телгә алынған сараларҙы тергеҙергә кәрәк, минеңсә, – тине Данир Ғәйнуллин.

 

“Тырышлыҡ һәм ныҡышмал хеҙмәт кенә һөҙөмтә бирә”

 

Башҡортостандың халыҡ артисы, бил­дәле йырсы, композитор, продюсер Рөстәм Ғиззәтуллинды иһә шоу-бизнес даирәһендә күптән аяғында ныҡлы баҫып торған профессиональ белгес булараҡ беләләр. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында үткән һөйләшеүҙә ул күп йәш йырсыларға ныҡышмаллыҡ, маҡсатлылыҡ һәм... аҡса етмәгәнлеген билдәләне.

– Тамашасылар дәррәү килерлек концерт программаһы ойоштороу өсөн шәп йыр һәм аранжировка ғына түгел, сифатлы ҡорамалдар, костюмдар, әүҙем реклама кампанияһы һәм башҡа бихисап ғәмәлдәр кәрәк. Тырышлыҡ һәм ныҡышмал хеҙмәт кенә һөҙөмтә бирә. Мин, мәҫәлән, Раил Өмөтбаев, Илгиз Абдрахманов, Алтынай Вәлитов, Йәмил Баймырҙин, Ғәзиз Әхмәтов, Сәғиҙулла Байегет, Азалия Вәлиева кеүек йырсыларҙы өлгө итеп килтерер инем. Уларҙың сығышы һәр саҡ аншлаг менән үтә, – тине билдәле продюсер.

“Тамашасылар һеҙҙең концертҡа ла бик теләп барыр ине, ни өсөн гастролдәргә сыҡмайһығыҙ?” тигән һорауға Рөстәм Ғиззәтуллин продюсерлыҡ эше яйға һалынғанын, заказдары күп булыуын, йырҙар ижад итеүен һәм, дөйөм алғанда, әүҙем гастролдәрһеҙ ҙә ижади тормошонан ҡәнәғәт булыуын белдерҙе.

Түңәрәк ҡорҙа күптән түгел социаль селтәрҙә мәҙәниәт министры Әминә Шафи­ҡоваға асыҡ хат менән мөрәжәғәт иткән ша­ғирә Таңсулпан Рәсүл дә ҡатнашты. Дөйөм алғанда, ул ошо яҙмаһында башҡорт эстра­даһындағы хәлгә иғтибар йүнәлтеүҙе үтенә, “йәмғиәтебеҙҙең йөҙөнә тап төшөргән уңайһыҙ хәлдәр тураһында яҙырға мәжбүр­мен”, тип билдәләй. Был хатта түбәндәге юлдар ҙа бар: “...Һуңғы йылдарҙа ижадтарында һүгенеп, асыҡтан-асыҡ оятһыҙ һүҙҙәр ҡулланып йырлаған бер нисә “йырсы”ға күҙ йомғайныҡ, хәҙер иһә улар күберәк һәм, йырҙарында ошо һүҙҙәрҙе ҡулланыуҙан тыш, видеолар ҙа сығара башланы. Мәҙәниәтебеҙ, иҡтисадыбыҙ, йәшәйешебеҙ үҫешкән алдынғы республика булараҡ, төрлө республика, ил, халыҡ-ара кимәлдәге сараларҙы лайыҡлы үткәрәбеҙ, башҡорт телен үҫтереү, киңәйтеү йәһәтенән ҙур эштәр башҡарабыҙ, милләт өсөн янып-көйөп йәшәйбеҙ, икенсе яҡтан иһә, әхлағы зәғиф бер нисә кешегә ошо изге эштәребеҙҙе, тарихыбыҙҙы, халҡыбыҙҙы мыҫҡылларға ирек бирәбеҙ түгелме?” – тип әсенә шағирә.

Түңәрәк ҡорҙа Таңсулпан Рәсүл тағы бер тапҡыр фекерен белдерҙе:  

– Проблемаларға күҙ йомоп ҡарауҙан улар кәмемәй бит. Мәҙәниәт министрлығы тарафынан цензура булдырылыуын теләр инем. Бында йырҙың мәғәнәһе һәм көйөнөң сифатына ла ҡағылышлы булыуы хаҡында һүҙ бара. Был сара сифатлы, матур йырҙар тыуҙырыуға булышлыҡ итер ине. Шуға ла йырсыларҙың үҙаллы, айырым эш итеүенә һылтанып, ҡайһы бер тыйыуҙар мөмкин түгел, тигән фекер менән килешмәйем, – тине ул.

Бәғзе бер ҡатнашыусылар иһә, киреһенсә, социаль селтәрҙә эстрадалағы теге йәки был күренештәргә асыҡтан-асыҡ ҡаршы сығыу, киреһенсә, уларға ҡарата ҡыҙыҡ­һыныуҙы арттыра һәм башҡарыусы өсөн үҙенә күрә пиар-кампания булып тора, тигән фекерҙе лә еткерҙе: ни тиклем күберәк иғтибар бирелһә (ыңғаймы-киреме – уныһы мөһим түгел), башҡарыусы шул тиклем популяр була. Интернет ҡануны был.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы директоры урын­баҫары, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Тәнзилә Үлмәҫбаева иһә “бөгөнгө эстрада – йәмғиәтебеҙҙең көҙгөһө” тип билдәләне.

– Эстрада торошондағы проблемалар йәшәйешебеҙ менән ауаздаш. Йәш заман­дашыбыҙ Таңсулпан Рәсүлдең, уларға иғтибар йүнәлтеп, йәмәғәтселеккә мөрәжәғәт итеүе – ҡыйыу ҙа, кәрәкле лә аҙым. Ҡоролтайҙағы был һөйләшеүгә тап уның сығышы сәбәпсе булды. Һөйләшеүҙә иһә сәхнә этикаһы ғына түгел, зал йыйыу, репертуар туплау, продюсерҙар үҙәге булдырыу кеүек көнүҙәк мәсьәләләр тураһында төплө фекерҙәр яңғыраны. Башҡорт эстрадаһының тәүге продюсерҙарынан Данир Ғәйнуллин, мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов, билдәле продюсер, йырсы Рөстәм Ғиззәтуллин, “Ҡурай” телеканалы етәксеһе Рита Өмөтбаева, “Юлдаш плюс” радиоһы продюсеры Илнур Рамаҙанов, Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры Илшат Фәхертдиновтар тәжрибә уртаҡлашып ҡына ҡалманы, фәһемле тәҡдимдәрен дә еткерҙе. Был һөйләшеүҙең аныҡ емештәре, әлбиттә, киләсәктә булыр. Сәнғәт әһелдәре йәмәғәтселек менән берләшеп кенә эстрадабыҙҙы яңы баҫ­ҡыстарға күтәрә, яңы йондоҙҙар ҡабыҙа, һәр ауылда һәм ҡалала тулы залдар йыя ала, – тип белдерҙе ул.

Йәш йырсы, “Юлдаш плюс” радиоһы продюсеры Илнур Рамаҙанов һуңғы йылдарҙа ижади йәштәр өсөн бихисап проекттар үткәрелеүен телгә алды.

– “Сулпылар”, “Йәшлек-шоу”, “Юлдаш плюс”, “Юлдаш-хит”, “Ашҡаҙар моңдары”, “Ҡурай даны”, “Башҡорт йыры” – быларҙың барыһы ла төрлө йәштәге һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлау, уларға ижади этәргес биреү өсөн ойошторола. Шулай ҙа милли эстрада һөҙөмтәлерәк эшләһен өсөн, ғәмәлдә, уларҙы бер урынға туплап торған ойошма кәрәк, тип уйлайым. Мәҫәлән, республиканың Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында эстрада тармағына булышлыҡ иткән учреждение булһа, унда пиар-менеджерҙар, йырсыларҙың менеджерҙары, концерт ойоштороусылар эшләһә, артис­тарҙы үҫтереү еңелерәк булыр ине. Әлбиттә, шәхси агентлыҡтар бар, әммә  улар тәүге сиратта үҙ мәнфәғәтен ҡайғырта. Шуға был тармаҡҡа дәүләт ярҙамы мөһим, тип иҫәпләйем. Йырсылар ҙа бындай үҙәккә мөрәжәғәт итер ине, сөнки үҙаллы эшләгән һәм ҡайһы йүнәлештә хәрәкәт итергә белмәгән, әллә ни уңыштарға өлгәшә алмаған һәләтле йәштәр бихисап. Бөгөн был тема күтәрелгән икән, уның дауамы ла булыр, ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшербеҙ, тип ышанғы килә, – тине Илнур Рамаҙанов.

Республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов иһә йәмәғәтсе­ләр, йәғни Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы менән был юҫыҡта бергә эшләргә әҙер икәнлеген билдәләп үтте.

– Әлеге ваҡытта республиканың концерт-тамаша ойошмалары, анығыраҡ әйткән­дә, филармониялары ҙур үҙгәрештәр кисерә, был уларҙың эшмәкәрлек концепцияһына, ижади сәйәсәтенә, гастроль үҙенсәлектәренә лә ҡағыла. Шул уҡ ваҡытта һәләтле йәштәргә сығыш яһау йәһәтенән ярҙам итергә әҙербеҙ. Мәҫәлән, Республика халыҡ ижады үҙәгенең мәҙәниәт йорто бар – башланғыс сығыштар өсөн бына тигән майҙан. Йырсылар ҙа үҙҙәренең ижадын күрһәтеү, тәҡдим итеү юлдарын эҙләргә, әүҙем булырға тейеш. Хәҙер төрлө проекттар, гранттар ярҙамында бихисап маҡсаттарҙы тормошҡа ашырырға була, – тине Илнур Илдар улы.

Һис шикһеҙ, эстрада, йыр, халыҡҡа иң яҡын сәнғәт төрө булараҡ, йәмғиәт тормошонда ҙур роль уйнай. Шуға ла башҡорт эстрадаһы хаҡында һөйләгәндә, бөтә милли йыр жанрын күҙ уңында тотабыҙ. Ғәмәлдә, эстраданы бәғзеләр еңел, күңел асыу жанры тип ҡабул итә, был күренештең тәрәнерәк асылын аңлап етмәй. Ә бит был – фекерләү рәүеше, милли аңдың бер сағылышы ла. Ул ғына түгел, милләт өсөн йыр – ул үҙ-үҙеңде һаҡлау алымы ла ул. Шуға ла халҡыбыҙҙың рухи сәләмәтлеге тураһында һөйләгәндә, милли эстрадаға, унда барған күренештәргә битараф ҡалыу, әлбиттә, мөмкин түгел.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған әһәмиәтле сара ошоно йәнә иҫбатланы һәм көнүҙәк мәсьәләләрҙең бихисап икәнлеген күрһәтте. Әммә һәр саҡ нимәнәндер башларға кәрәк – боҙ ҡуҙғалды, тип ышанайыҡ.


Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА

Читайте нас