Бөтә яңылыҡтар

Әҫәрҙәре иллеләп телгә тәржемә ителгән!

Сатирик-патриот Михаил Булгаков миҙалы менән бүләкләнде  

Әҫәрҙәре иллеләп телгә тәржемә ителгән!
Әҫәрҙәре иллеләп телгә тәржемә ителгән!

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, арҙаҡлы юмор оҫтаһы Мар. Сәлим Мәскәүҙә Рәсәй халыҡтары йортонда патриотик шиғриәт кисәһе үткәрҙе. Уны Рәсәй башҡорттарының федераль милли-мәҙәни автономияһы ярҙамы менән "Сәсән" ижади берләшмәһе (етәксеһе Әлфиә Агеева) ойошторҙо.

– Беҙ һеҙҙе, билдәле ҡәләм оҫталарын, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен, хәҙер Рәсәй халыҡтары йорто булып киткән Морозовтарҙың тарихи бинаһында ҡабул итеүебеҙгә шатбыҙ, – тип ҡунаҡтарҙы сәләмләне милли-мәҙәни автономияның башҡарма директоры Искәндәр Юлдашев. – Беҙҙең ойошма 2019 йылда барлыҡҡа килде, ә быйыл ул Рәсәй халыҡтары Ассамблеяһына инде. Бөгөн бында беренсе тапҡыр әҙәби сара уҙғарыла. Уның инициаторы – башҡорт халҡының данлы улдарының береһе, бөтә донъяға билдәле яҙыусы-сатирик, бик күп халыҡ-ара һәм Рәсәй премиялары лауреаты, Евразия халыҡтары Ассамблеяһы ағзаһы Марсель Шәйнур улы Сәлимов. Марсель ағайҙы һәм уның ижадын бала саҡтан уҡ яҡшы беләм, сөнки минең ата-әсәйем дә шағир.

– Сатира-юмор – бик ҡатмарлы һәм ауыр жанр, ләкин Марсель Сәлимов заманыбыҙҙың иң сетерекле мәлендә лә үҙенең үткер һүҙе, ҡыйыу фекере менән уҡыусыларының йөрәгенә үтеп инә, – тине Рәсәй Яҙыусылар союзының милли әҙәбиәттәр буйынса советы рәйесе, күренекле урыҫ шағиры һәм яҙыусыһы, запастағы полковник Валерий Латынин.

Ул Мар. Сәлимдең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған милли поэзия антологияһына ингән "Культуралы яуҙаштарға" исемле шиғырын уҡыны ла: “Былай итеп сатирик-патриот ҡына яҙа ала”,– тине.

Әйткәндәй, Мар. Сәлимдең патриотик рухта яҙылған сатирик шиғырҙарын урыҫ теленә йыйынтыҡты төҙөүселәрҙең береһе – Рәсәй Яҙыусылар союзының Әстрхан бүлексәһе етәксеһе, Дуҫлыҡ ордены кавалеры, билдәле шағир Юрий Щербаков тәржемә иткән.

– Марсель Шәйнур улының ижады менән күптән танышмын. Ул бит утыҙ йыл буйына "Һәнәк" журналын етәкләгән башҡорт совет сатираһының легендаһы, "Крокодил"дың штаттан тыш хәбәрсеһе һәм даими авторы, "Литературная Россия" һәм "Литературная газета"ларҙың лауреаты, бер үк ваҡытта "Рәсәйҙең алтын ҡәләме", "Рустың алтын ҡәләме" журналистар һәм яҙыусылар премиялары лауреаты. Әҫәрҙәре иллеләп телгә тәржемә ителеп, күп илдәрҙә баҫылған был яҙыусы хәҙерге Рәсәй сатира-юморын бөтә донъя киңлектәренә алып сыҡты, – тине Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре союзының Мәскәү бүлексәһе идараһы рәйесе, театр һәм кино актеры, яҙыусы һәм журналист Константин Спасский. – Былтырғы ижади ҡаҙаныштары өсөн Марсель Сәлимовты беҙ йыл башында Петр I миҙалы менән бүләкләнек.

Рәсәй халыҡтары йортоноң конференц-залында "Сәсән" ижади берләшмәһе солистары Луиза һәм Арсен Кәримовтар башҡарыуында Мар. Сәлим шиғырҙарына Мәскәү композиторҙары Земфира Баймырҙина менән Әлфиә Агеева ижад иткән патриотик йырҙар яңғыраны. Баш ҡаланың танылған шағир һәм яҙыусылары, фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре легендар башҡорт сатиригының ижадын юғары баһалап, уның шиғырҙарын уҡыны. Ә ул үҙе уҡыусыларҙы һәм яҙыусыларҙы Мәскәүҙә беренсе китабын сығарған, сатирик әйткәнсә, “сағыштырмаса йәш шағир” – Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, юридик фәндәр докторы, профессор Олег Полстовалов менән таныштырҙы. Кисәлә яҡташтарыбыҙ шағир Сергей Александров менән публицист Родион Рәхимов, тыва шағирҙары Борис Балчий-оол, Зоя Донгак һәм Урана Иванова, абхаз шағиры Владимир Делба һәм Мәскәү прозаигы, балалар яҙыусыһы Светлана Вьюгина патриотик шиғырҙар уҡыны.

Осрашыуҙа шулай уҡ “Курчатов институты” милли тикшеренеү үҙәгенең баш ғилми хеҙмәткәре, ғалим һәм журналист Виктор Никеров, “Мәҙәниәт паркы” әҙәби ҡунаҡханаһы етәксеһе, Рәсәй Яҙыусылар союзы секретары, шағир һәм драматург Нина Дьякова, милли мөнәсәбәттәр өлкәһендә ресурс үҙәгенең проекттары һәм матбуғат хеҙмәте етәксеһе Анжелика Засядько һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар, фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.

Сарала “Рус әҙәби үҙәге” милли матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Никита Митрохин сығыш яһаны:

- Мар. Сәлимдең патриотик рухтағы юмор һәм сатираһы яуызлыҡты еңер өсөн көрәштә ҙур роль уйнай. 2023 йылдың 15 апрелендә Рус әҙәби үҙәге ҡарары буйынса Марсель Шәйнур улы Рәсәй Федерацияһында китап уҡыуҙы популярлаштырыуҙа арымай-талмай эшләгәне һәм күп йыллыҡ ижади хеҙмәте өсөн Михаил Булгаков миҙалы менән бүләкләнде, – тине һәм тантаналы рәүештә башҡорт сатиригына юғары награда тапшырҙы.

Марсель Сәлимов республикабыҙҙың һуңғы яңылыҡтары һәм уңыштары менән уртаҡлашты, кисәлә ҡатнашыусыларҙы Башҡортостанға саҡырҙы. Осрашыу аҙағында ул, “Һәнәк” журналында эшләгән йылдарын иҫкә алып, көлкөлө юморескаһын уҡыны. Баш ҡала тамашасылары көлкө оҫтаһынан, алҡышлап, күңелле кисәне артабан дауам итеүен һораны. Әммә-ләкин, академик Ғайса Хөсәйенов әйткәнсә, мәшһүр башҡорт көләссиге Мар. Сәлим, шаян йылмайып, сараның өс сәғәттән ашыу барғанын иҫкә төшөрҙө лә: “Был бит юбилей кисәһе түгел, ә репетиция ғына”, – тине. Һәм Мәскәү дуҫтарына киләһе йылда үҙенең юбилей концертына килергә һүҙ биреп, ижад кисәһен тамамланы.

Борис Иванов фотолары.

Әҫәрҙәре иллеләп телгә тәржемә ителгән!
Әҫәрҙәре иллеләп телгә тәржемә ителгән!
Әҫәрҙәре иллеләп телгә тәржемә ителгән!
Әҫәрҙәре иллеләп телгә тәржемә ителгән!
Әҫәрҙәре иллеләп телгә тәржемә ителгән!
Әҫәрҙәре иллеләп телгә тәржемә ителгән!
Әҫәрҙәре иллеләп телгә тәржемә ителгән!
Әҫәрҙәре иллеләп телгә тәржемә ителгән!
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: