Күңелдәргә илһам тулды

Халыҡ шағирының ижадына арналған кисә күңел байрамына әүерелде.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе баш ҡалала үткәрелгән төрлө саралар ҡыуандырып тора. Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова ижадына арнап ойошторолған кисәләр ҙә шиғри һүҙгә битараф булмағандарҙы йыйып, ысын күңел байрамына әүерелде.

Беренсеһе республиканың Милли музейында ойошторолдо. Шағирә менән осрашыуға баш ҡалабыҙ уҡыусылары – М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында, И.П. Хатунцев исемендәге 8-се урта мәктәптә белем эстәүсе балалар килде.

Гөлфиә Юнысова – бәләкәйҙәр өсөн дә бар күңелен биреп ижад иткән әҙибә. Шағирәнең күңел ихласлығын балалар ҙа тоя, шуғалыр ҙа аралашыу йәнле һәм ҡы­ҙыҡлы барҙы. Кисәлә Гөлфиә Аҙнағол ҡы­ҙының шиғырҙары, уның һүҙҙәренә яҙыл­ған йырҙар яңғыраны. Әҙәби-музыкаль кисә йыйылыусылар күңеленә хуш килде. Яҙыусылар союзы исеменән һүҙ тоторға сараға Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов та килгәйне. Уның Гөл­фиә Аҙнағол ҡыҙы менән студент саҡтан, бик оҙаҡ йылдар дауам иткән ижади дуҫлығы тураһында бәйәнен балалар ҙа мауығып тыңланы. Бөгөнгө сал сәсле яҙыу оҫталарының да шаян йәшлеге бул­ғанын, уларҙың да аҡ хыял елкәнендә гиҙ­гәнен тыңлау нисек ҡыҙыҡ булмаһын, ти?!

Халыҡ шағиры менән осрашыу баш ҡалабыҙҙың тарихи үҙәгендә, хәҙер Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың бер бүлеге урынлашҡан бина – “Сауҙагәр Чижов йорто”нда дауам итте. Бында инде әҙибәне ижадын һөйөүселәр, ижадташ дуҫтары көтә ине.

Был сара тотошлайы менән күңел байрамына әүерелде, тиһәк, һис тә арттырыу булмаҫ. Кисәнең “Һандуғас моңо” тип аталыуы ла юҡҡа түгел. Ҡәләм оҫтаһының бөтәһенә лә таныш, инде күп йылдар башҡарылып килгән йырҙарын, үҙе башҡарыуында шиғырҙарын кинәнеп тыңланы кисәгә йыйылыусылар.

Осрашыуҙа билдәле шағирәләр Тамара Искәндәриә, Зөлфиә Ханнанова, Дилә Булгакова, артистар Сәйҙә Ильясова, Алһыу Бәхтиева, Лина Ғәниева, талантлы йәш йырсылар Дилбәр менән Ғәлиә Фәйзиевалар, шағирәнең яҡындары – килене Диләрә менән улы Урал Иҙелбаевтар,  һеңлеләре ҡатнашты. Кисә барған залды әҙибәнең китаптары, тормошона, ижадына арналған күргәҙмә биҙәне.

Һәр кем Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙына бәйле хәтирәләрен яңыртты, тормошонда уға бәйле ваҡиғалар менән уртаҡлашты, йылы һүҙҙәрен еткерергә ашҡынды бында. Йор һүҙле, йәштәрсә шаянлығын юғалтмаған шағирә ижадын үҙ итеп, осрашыуға килеүселәрҙе көлдөрөп тә алды, шиғырҙарын уҡып, уйҙарға ла һалды, ә уның һүҙҙәренә яҙылған билдәле йырҙар ғәйәт моңландырып, һағышландырҙы. Ысын шағирҙар ижад иткән гүзәл йыр сәнғәте өлгөләре булды һәм бар әле, тигән шатлыҡлы уй иһә күңелгә дәрт өҫтәп ебәрҙе, йыйылыусылар барыһы ла шундай уҡ кисерештәр солғанышында ҡалғандыр, моғайын.

“Беҙҙең поэзияға тағы бер ышаныслы, үҙенсәлекле, фекерле шағирә килә – ул һин, Гөлфиә. Һинең үҙ йондоҙоң бар”, – тип яҙған бөйөк Рәми йәш кенә уҡыусы ҡыҙ балаға, уның шиғырҙарына фатиха биреп. Ошо һүҙҙәр Гөлфиә апайҙың күңеленә ғүмерлеккә уйылған, ҡәләмен үткерләгән, илһам ҡанаттарын нығытҡан. “Өмөтөңдө аҡлай алдым, Рәми ағай!” тип һис икеләнеүһеҙ әйтә ала шағирә, быға уның ижад өлгөләрен көтөп алған, яратып уҡыған уҡыусылары, сифатлы әҙәбиәттең бәҫен белеүселәр шаһит.

Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы быйыл көҙҙә, Алла бирһә, 75 йәшлек юбилейын билдә­ләй. “Йәшәлгән йылдар тәжрибәһе күп нәмәгә ҡарашты үҙгәртә, башҡасараҡ фекер йөрөтәһең, шуға ла, был йәштә әллә ни ҙур пландар ҡормаһаң да, ижад итеүҙән туҡтарға уйым юҡ”, – ти шағирә. Уның әҙәби эшмәкәрлеге йылдам дауам итә, былтыр ғына әле “Илһамлы яҙмыштар” тигән китабы донъя күрҙе, әле лә әҙибә очерктар, хәтирәләр, биографик мәҡәләләр урын аласаҡ баҫмалар өҫтөндә эшләй.

“Шағир булыу еңел түгел,

Был юлды уйлап һайла!..” – тигән юлдары бар Гөлфиә апайҙың Рәми Ғариповҡа арналған “Яуап хаты”нда. Әлеге юлын уйлап һайлаған ғына түгел, ошо юлда фиҙакәр көс түккән, әҙәбиәтебеҙгә үҙенә генә хас моң-биҙәктәр һалған абруйлы әҙибәгә тағы ла оҙаҡ йылдарға етерлек ижад ҡомары теләйек.

- Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА

Читайте нас