

Талғын, яғымлы тауышы менән “Юлдаш”, “Ашҡаҙар” радиолары тыңлаусыларының күңелен яулаған радиожурналист Әнисә Муллағолованың фәһемле, ҡыҙыҡлы тапшырыуҙарын күптәр көтөп ала. Уны яҡындан белеүселәр Әнисә Муса ҡыҙының фиҙакәрлегенә, күп яҡлы һәләттәренә һәр саҡ һоҡланыу белдерә. Ысынлап та, ниндәй генә эшкә тотонһа ла, һәр ғәмәлде үҙенә генә хас бөтмөрлөк, ныҡышмалылыҡ менән башҡарыу хас уға. 7 майҙа билдәләнгән Радио көнө алдынан радиожурналист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Әнисә МУЛЛАҒОЛОВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Әнисә Муса ҡыҙы, холҡоғоҙға хас матур сифаттар – эшһөйәрлек, алсаҡлыҡ, киң күңеллелек, моғайын, һеҙ үҫкән ғаиләлә, атай-әсәйегеҙ биргән тәрбиә нигеҙендә һалынғандыр. Һөйләшеүҙе ошонан башлайыҡ әле...
– Алты балалы ишле ғаиләлә үҫтем. Тыуған төйәгем – Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылы – бихисап билдәле шәхестәргә ҡанат ҡуйған бәрәкәтле, изге ер. Әсәйем Венера Хизбулла ҡыҙы менән атайым Муса Хәйретдин улы Ишйәровтар – һуғыш осоро балалары, “Беҙгә уҡыу эләкмәне, һеҙ мотлаҡ уҡығыҙ”, – тип беҙҙе белем алырға, һөнәрле булырға әйҙәне, шуға күрә белем, ғилем юғары баһаланған ғаиләлә үҫтем тип әйтә алам, матур тәрбиәһе, ҙур юлдарға фатиха биреүҙәре өсөн атай-әсәйемә рәхмәтлемен.
– Быйыл Уҡытыусы һәм остаз йылы билдәләнә. Ғүмер юлығыҙҙа маяҡ булырлыҡ остаздарығыҙ булдымы? Кемдәр улар?
– Әлбиттә, булды! Уҡытыусыларымдан уңдым. Ауылда уҡыған йылдарымды хәтерләйем дә, мәктәп директоры Азамат Тажетдинов берҙәм, талапсан коллектив туплаған икән, тип уйлайым. География уҡытыусыһы Зәкиә Ҡотлоғужина алдынғы уҡыусыларҙы Мәскәү, Ленинград, Севастополь кеүек Герой-ҡалаларға йөрөттө. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Разия Мәүлетованың яугир-шағирҙар Сәләх Кулибай, Хөсәйен Ҡунаҡбайҙың тыуған ауылына ойошторған экскурсиялары ла матур иҫтәлек булып һаҡлана. Беҙҙең ауыл мәктәбендә уҡып, аҙаҡ арҙаҡлы шәхестәр булып киткән Социалистик Хеҙмәт Геройы Лира Камалова, ғалим-иҡтисадсы Мазһар Иҫәнбаев менән осрашыуҙар, уларҙың фәһемле кәңәштәре лә иҫтә.
Сибай педагогия училищеһында уҡығанымда ла остаздарымдан уңдым. Ул осорҙа уҡыу йортоноң директоры 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының данлы яугире Бәҙри Мөжәүир улы Мәмбәтҡолов ине. Ул хәрби-патриотик сараларға, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлде. Рәсимә Ураҡсина башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытты. Ул етәкләгән драма түңәрәге лә ысын үҫеш мәктәбе булды. Б. Бикбайҙың “Ҡарлуғас”, М. Кәримдең “Айгөл иле” әҫәрҙәрен сәхнәләштереп, Әбйәлил районының ауылдарында сығыш яһаныҡ. Методистарыбыҙ, башланғыс класс уҡытыусыһы универсаль булырға тейеш, тип өйрәтте. Училищены уңышлы тамамлап, ҡулға диплом алғас, педагогия институтына уҡырға барырға теләк белдерҙем. Уҡытыусым Рәсимә Булат ҡыҙы: “Әнисә, һин Һәҙиә Дәүләтшина, Мостай Кәримдең эҙҙәре ҡалған Башҡорт дәүләт университетында уҡырға тейешһең”, – тип кәңәш бирҙе. Йөрәгемә – дәрт, күңелемә ышаныс өҫтәгән Уҡытыусымды әле булһа оло рәхмәт хисе менән иҫкә алам.
Артабан Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультетында уҡыу йылдары гөрләп үтте. Төркөмдә Рәйес Түләк, Фәниҙә Исхаҡова, Юлай Мәҡсүтов, Рәшиҙә Лотфуллина (Мәһәҙиева), Тәнзилә Үлмәҫбаева, Ғәлиә Кәлимуллина һәм башҡалар менән бергә уҡыныҡ. Кураторыбыҙ Миҙхәт ағай Мәмбәтов баштан уҡ теҙгенде ныҡ тотто, тәртипкә өйрәтте. II курста уны Әхмәт ағай Сөләймәнов алмаштырҙы. Ошо ике һоҡланғыс шәхестең тырышлығы, фиҙакәрлеге арҡаһында төркөмөбөҙ бик татыу, берҙәм булды. Дуҫлығыбыҙ әле лә, 35 йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, дауам итә.
Тормошомдағы тағы бер хөрмәтле остазым – яҙыусы-ғалим Роберт Байымов. Республика һынлы сәнғәт гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытып йөрөгән сағымда аспирантураға саҡырҙы. Улай ғына ла түгел, Роберт Нурмөхәмәт улы: “Һеҙ – педучилище тамамлаған кеше, унда методиканы көслө бирәләр. Беҙгә әҙәбиәт уҡытыу методикаһынан уҡытырға килегеҙ”, – тип эшкә алды. Шулай итеп, 1994 йылда мәктәптәге уҡыусылар менән бер рәттән студенттарға ла һабаҡ бирә башланым.
2000 йылда кандидатлыҡ дәрәжәһенә диссертацияны уңышлы яҡланым. Ғайса Хөсәйенов, Миҙхәт Ғәйнуллин, Зиннур Нурғәлин, Суфиян Поварисов кеүек ҙур ғалим-яҙыусылар: “Әҙәбиәт ғилемендә башҡорт хикәйә жанрын классификациялаған, уның тамырҙарын тикшергән тәүге һәлмәк фәнни хеҙмәт” – тип эшемә ҙур баһа бирҙе. Артабан бихисап монографияларым донъя күрҙе. Ғилми етәксем Роберт Байымовтың ижадына арналған “Шоңҡар оса бейек ҡаяларҙа” тигән йыйынтыҡ әҙерләп сығарҙым. Шуға ҡыуанам: остазым иҫән саҡта китаптың ҡулъяҙма вариантын күреп бик ҡыуанды, рәхмәт әйтте. Был хәл 2010 йылдың – Уҡытыусы йылының 4 мартында булды. Күп тә үтмәй, беҙ уны һуңғы юлға оҙаттыҡ.
Артабан арыу уҡ йылдар БДУ-ның Нефтекама филиалында эшләргә тура килде. Башҡорт филологияһы һәм журналистика кафедраһы мөдире булараҡ, республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш төбәге мәктәптәре өсөн башҡорт, рус филологияһы белгестәре, район гәзиттәре өсөн хәбәрселәр әҙерләү эшенә ярайһы уҡ тос өлөш индерҙем, тип уйлайым. Ундағы коллегаларым менән дә бер-беребеҙҙе дәртләндереп, берҙәм, татыу команда булып эшләнек.
– Арыу уҡ йылдар радиожурналистика өлкәһендә эшләп танылыу яуланығыҙ. Был хеҙмәт ҡайһы яғы менән оҡшай, нимәһе менән күңелегеҙҙе яуланы?
– Эшемде шул тиклем яратып башҡарам. Бындағы ижади мөхит оҡшай. Күпме һоҡланғыс кешеләр, арҙаҡлы шәхестәр менән тапшырыуҙар әҙерләйем. Геройҙарымдың һәр береһе халҡыбыҙ өсөн ынйы бөртөгөнә тиң. “Көтмәгәндә-уйламағанда”, “Китап донъяһы”, “Әҙип әҫәрен уҡый” тигән проекттарым уңышлы булды, әлеге мәлдәге “Ижади портрет”, “Беҙҙең донъя”, “Остаз” тапшырыуҙарында фән әһелдәре, ижади шәхестәр сығыш яһай. “Йәшәү йәме”ндә ябай хеҙмәт кешеләре тураһында һөйләйем.
– Тормош ҡуйған һынауҙар алдында баҙап ҡалмайынса һәр ваҡыт алға ҡарап, яҙмыштың һәр яңы битен бүләк кеүек ҡабул итеп, донъяға йылмайып бағып йәшәйһегеҙ. Бының сере нимәлә?
– 27 йәштә тәүге балама – улыма әсәй булдым. Өфөнө генә түгел, бөтә республиканы тетрәндергән фенол һәләкәте сәбәпсе булдымы, белмәйем, өс көн, өс төн тигәндәй хәрәкәтһеҙ ятҡанмын. Табиптар көн һайын минең хәлемә ҡағылышлы консилиум йыя, тән температураһы 40-41-ҙән төшмәй. Хоҙайҙың ҡөҙрәте һәм табиптарҙың фиҙакәрлеге менән генә иҫән ҡалдым. Шунда, ошонан аяҡҡа баҫып, үҙемде хеҙмәтләндерә алһам, бер нәмәгә лә зарланмаясаҡмын, тип уйланым. Рәхмәт Хоҙайға! Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип һәр яңы көнгә ҡыуанып йәшәйем. Улыма хәҙер 33 йәш, юрист. Ғаиләһендә ике бала үҫә.
Ҡыҙымды ла яҙмыштың оло бүләге тип ҡабул иттем. Әлеге көндә ул Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетында уҡый. Балаларымдан күп ғәмәлгә өйрәнәм. Шулай уҡ мине матур күңелле, юғары зауыҡлы, һүҙ сәнғәте серҙәрен белгән кешеләр уратып алған. Улар көслө рухлы булыуға булышлыҡ итә, күңелемде байыта. Донъяның һоро яғына иғтибар итмәйем, үҙ юлымдан барам. Күргән-кисергәндәрем барыһы ла минеке, ғүмер тигәнең һағыш-балҡыштары, юғалтыу-табыштары менән ҡиммәт тә, ҡыҙыҡлы ла.
– Быйыл ғүмерегеҙҙең алтмыш тигән матур үрен артылдығыҙ. Тормошоғоҙҙан ҡәнәғәтһегеҙме?
– Эйе, алдараҡ әйткәнемсә, шөкөр тип йәшәйем. Тормош сценарийым күп йәһәттән нәҡ үҙем уйлағанса бара. Педагогия училищеһында уҡығанда перспектив планға ныҡ баҫым яһай торғайнылар, йәғни кешенең кәм тигәндә биш йылға маҡсатлы планы булырға тейеш. Ошо тәртипте ғүмер буйы тотам. Әле булһа камиллыҡҡа, үҫешкә ынтылыуҙан туҡтамайым. Эш йәһәтенән дә матур пландарым бар. Ейәндәремә өләсәй мәктәбен һеңдереүҙе лә изге бурысым тип һанайым. Һаулыҡ ҡына булһын. Ил-көнөбөҙҙә, донъялыҡта тыныс, имен тормош урынлашһын.
– Ихлас әңгәмә өсөн рәхмәт!
- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА