

Салауат башҡорт драма театры республикабыҙҙың мәҙәни тормошонда мөһим урын биләй. Башҡортостандағы иң оло сәнғәт учреждениеларының береһе ошо арала 90 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ижади эҙләнеүҙәрҙән туҡтамаған талантлы коллектив театр эшмәкәрҙәренең ҙур ихтирамына, тамашасыларҙың ихлас һөйөүенә лайыҡ һәм был ҡаҙаныштарҙы тынғыһыҙ ижады менән иҫбатлай килә.
Ауырғазы колхоз-совхоз театры булып башланған ойошманы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ете фиҙакәр ҡатын-ҡыҙ артист һаҡлап алып ҡала. Уларҙың хеҙмәт батырлығы иҫтәлегенә Салауат театры алдындағы майҙанда мемориаль таш ҡуйылған. Ә күренекле драматург Нәжиб Асанбаев был турала “Ете ҡыҙ” пьесаһын ижад итә, ул сәхнәгә сығарыла. Әйткәндәй, театрға икенсе йорт биргән Салауат ҡалаһы ла быйыл 75 йыллығын билдәләй. Театр коллективын юбилей менән тәбрик итергә ҡала хакимиәте вәкилдәре лә килгәйне.
Театр фойеһында 90 йыллыҡ тарихты сағылдырған күргәҙмә эшләне. Ҡунаҡтар араһында Мәҙәниәт министрлығының бүлек етәксеһе Зиннур Сөләймәнов та бар ине. “Салауат театры – республикабыҙҙың иң алдынғы театрҙарының береһе. Бында баш режиссер булып эшләргә, бер нисә спектакль ҡуйырға яҙҙы. Шуға ла коллективты үтә яҡын күрәм”, – тине ул. Ул Башҡортостан Хөкүмәтенең, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе, театр артистарына рәхмәт хаттары, почет грамоталары тапшырҙы.
Тантаналы көндә театр коллективының ең һыҙғанып ижад иткән бихисап хеҙмәткәре төрлө наградаларға лайыҡ булды. Ә Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе – Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхтәм Абушахманов театрҙың алдынғы актрисаларының береһе – Башҡортостандың халыҡ артисы Нәүфилә Яҡуповаға һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рөстәм Фазыловҡа К.С. Станиславский миҙалын тапшырҙы. “Салауат театрының юбилейы – республикабыҙ тормошонда сағыу ваҡиға. 90 йыл эсендә бынан күп билдәле артистар үҫеп сыҡты”, – тип билдәләп китте Әхтәм Абушахманов.
Әлеге көндә театрҙа 28 актер эшләй. Улар араһында маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булғандары ла, ижад юлын яңы башлап торған йәштәр ҙә бар. Иң йәш актриса Гөлкәй Хәсәнова 20 йәшен генә тултыра әле, ә иң өлкәне Флүрә Мозаһитоваға – 88 йәш.
Театрҙа ғаилә парҙары ла ижад итә. Шулар араһынан Зөһрә менән Рим Әминевтәр күптән түгел алтын туйҙарын билдәләне. Театр сәнғәте ветерандары был кистә айырым иғтибар менән солғап алынды.
Коллективты юбилей менән ҡотларға килгән ҡәҙерле ҡунаҡтар араһында Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, бында күп йылдар эшләп киткән Наилә Сәфәрғолова булды. Тап ул эшләгән осорҙа, 1992 йылда, Салауат театрының үҙ бинаһы булдырыла, 1993 йылда “Театр яҙы” республика фестиваленә нигеҙ һалына, ә театрҙың 75 йыллығына Н. Асанбаевтың уның тарихы тураһында бәйән иткән “Ете ҡыҙ” пьесаһы сәхнәләштерелә, 80 йыллығына улар иҫтәлегенә мемориаль таш ҡуйыла. Тулҡынландырғыс сарала Наилә Абдулхай ҡыҙы яратҡан театрына бағышлап яҙған шиғырын уҡыны.
Юбилей кисәһенең “театрҙың ынйыһы” тип йөрөтөлгән күркәм шәхес – Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлсәсәк Шәрипованың 65 йәше тулған көн менән тап килеүе лә ҡыуаныслы ине. 1989 йылда “Шәүрәкәй” спектакленә төп ролгә саҡырылған актриса шул ваҡыттан алып ошо сәхнәгә фиҙакәр хеҙмәт итә. Был кистә ул да ҡотлауҙар ҡабул итте, үҙе лә яуапһыҙ ҡалманы – уның моңло тауышы менән башҡарылған йырҙар күптән инде тыңлаусыларҙың күңелендә урын алған.
Байрам театр юбилейына бағышлап яҙылған гимн менән тамамланды. Уның һүҙҙәрен шағир Әхмәр Үтәбай, ә көйөн Нур Дауытов яҙҙы.
...Тағы ла 90 йыл үтер, быуындар алмашыныр, әммә театр өсөн сәнғәткә тоғро хеҙмәт итеү бурысы үҙгәрешһеҙ ҡалыр.
- Динә БӘШИРОВА