Ул бит әсә, шиғыр әсәһе!

Ижад менән уҡытыусылыҡ йәнәш бара.

Ғалим, тел белгесе, шағирә, юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы, педагогия фәндәре кандидаты, филология фәндәре докторы, Рәсәйҙең почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм мәғариф отличнигы, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы профессоры Рәмзәнә Әбүталипова 1954 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында донъяға килә, әммә бала сағы Иҫке Бәпес ауылында үтә. Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы – бихисап ғилми-методик мәҡәлә, монографиялар, дәреслектәр һәм шиғри йыйынтыҡтар авторы. Уның хикәйәләре, әкиәттәре, скетчтары ваҡытлы матбуғат биттәрендә даими баҫылып тора. Әңгәмәлә уны шағирә һәм уҡытыусы булараҡ асырға тырыштыҡ.

 

– Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы, һеҙҙе Иҫке Бәпес ауылы менән ниндәй ептәр бәйләй?

– Әсәйем яғынан олатай-өләсәйем – Абдулла ауылында, ә атай яҡлап олатай-өләсәйем Иҫке Бәпестә йәшәгән. Атайым әрме хеҙ­мәтенән ҡайтҡас, Стәрле­та­маҡҡа эшкә урынлаша, шул ваҡыт­тарҙа Гүзәл апайым менән икебеҙ донъяға килгәнбеҙ. Күпмелер ваҡыт үткәс, атай-әсәйем Иҫке Бәпес ауылына күсеп ҡайтҡан. Мин ошо ауыл­да тәү башлап мәктәп ишеген астым һәм һигеҙенсе класҡа тиклем ошонда уҡыным. Башҡорт дәүләт уни­вер­ситетын тамамлағас, Иҫке Бә­пестә директорҙың тәрбиә эш­тәре буйынса урынбаҫары һәм уҡытыу­сы булып эш башлап ебәр­ҙем, шуға күрә барлыҡ документ­тарҙа тыуған ерем Стәрлетамаҡ ҡа­лаһы яҙылһа ла, мин үҙемдең тыу­ған ерем тип Иҫке Бәпесте иҫәпләйем.

 

– Шиғриәткә һөйөү ҡайҙан килә?

– Атайым Әсхәт Әхмәтгәрәй улы шул тиклем шиғри күңелле, алсаҡ, изгелекле кеше булды һәм мөкиб­бән китеп әҙәбиәтте яратты. Өфөгә йә башҡа ҡалаларға барған һайын күпләп китап алып ҡайтыр ине. Беҙ шул китаптарҙы уҡып үҫтек. Атайым бигерәк тә Рәми Ғарипов­тың ижадына өҫтөнлөк бирҙе. Уның шиғырҙарын уҡый ҙа: “Бына ошо юлдар аша шағир нимә әйтергә теләгән? Тәрәнерәк уйлап ҡарағыҙ әле”, – тип, әҫәрҙең төп мәғәнәһен аңлатырға тырыша торғайны. Миңә һигеҙ-туғыҙ йәш самаһында ул апайым менән икебеҙгә: “Йәгеҙ, үҙегеҙ ҙә шиғыр яҙып ҡарағыҙ әле”, – тине. Шунан башланды ижадҡа ҡыҙыҡһыныу. Хәҙер уҡып ҡараһам, әлбиттә, улар бигүк килешле лә булмаған, әммә үҙебеҙгә ысын шиғыр килеп сыҡҡан кеүек тойола ине. Йыш ҡына тышҡа сығып ултырып, алмағастарға ҡунып һайра­ған ҡоштар тауышын, бал ҡортта­ры­ның хуш еҫле сәскәнән-сәскәгә ҡунып безелдәшкәнен тыңлап, тырышып яҙа торғас, ярайһы уҡ килешле шиғырҙар тыуа башланы. Миңә ун йәш булғанда “Ҡар яуа” тигән шиғырым “Башҡортостан пионеры” гәзитендә баҫылып сыҡты. Был ваҡиға ҙур ғаиләбеҙ өсөн ысын байрам булды!  Артабан беҙ төрлө әҙәби конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай башланыҡ. Бергәләп яҙған шиғырыбыҙ республика конкурсында беренсе урынға лайыҡ булып, апайым хатта Ҡара диңгеҙ буйындағы “Артек” пионер лагерында ял итеп ҡайтты. Мин ул саҡта пионер түгел инем әле.

 

– Тәүге китабығыҙ ҡасан донъя күрҙе?

– “Әнисә, йәшең нисә?” исемле шиғри йыйынтығым  1993 йылда сыҡты. Ул кескәйҙәргә тәғәйен­ләнгәйне. Артабан “Асыуланма, Сыбарҡай”, “Сиңерткә йәшенмәк уйнай”, “Мин үҫәм”, “Бесәй быйма эсендә” исемле китаптарым нәшер ителде. Өлкәндәр өсөн яҙылған шиғырҙарым 1997 йылда “Шаңдау” йыйынтығында баҫылды.

 

– Ижадсы ҡомары үҙен нисе­герәк һиҙҙертә? Күңел төбөндә йөрөткән шиғырығыҙ яралғас, ниндәй хис-тойғо кисерәһегеҙ?

– “Йөрәгемде сикһеҙ

шатлыҡ биләй,

Мин бит әсә, шиғыр әсәһе!

Була күрһен

шиғыр-сабыйымдың

Яҡты яҙмыш, аҡ киләсәге”–

тигән бер шиғырымдағы юлдарҙа әйтелгәнсә, һәр ижад емеше ярал­ған һайын шундай ҙур кинәнес ала­һың. Әгәр ҙә шиғыр күңелеңә оҡ­шай икән, ижад ҡомары һиңә ҙур шатлыҡ бүләк итә. Үҙеңдең күңе­леңдә яралған хистәрҙе һүҙҙәр аша теҙеп ҡуя алыуҙан ҙур ҡыуаныс кисерәһең.

 

– Шиғырҙарҙан тыш, проза әҫәр­ҙәре лә ижад итәһегеҙ. Ҡай­һы жанр күңелегеҙгә яҡыныраҡ?

– Шиғырҙар. Шулай ҙа һирәкләп төрлө скетч, юмористик формалағы хикәйәләр, балалар өсөн әкиәттәр  ҙә яҙам.

 

– Ижад итеүҙе педагог эше ме­нән бер рәттән алып бараһы­ғыҙ. Ижад кешеһе булыу уҡы­тыусы­лыҡ эшмәкәрлегегеҙгә ниндәй йоғонто яһай?

– Эйе, ижад итеүҙе педагог эше, шулай уҡ башҡорт филологияһы өлкәһендәге ғилми тикшере­неүҙәр менән дә бергә алып барырға тура килә.1990 йылдарҙа рус балаларын башҡорт теленә уҡытыу буйынса диссертация яҙғанда балалар өсөн шиғырҙар ижад итеүгә ныҡлап тотондом. Диссертация өҫтөндә эшләгәндә лә, дәреслектәр яҙғанда ла балалар өсөн тематик һүҙҙәр ҡулланылған дүрт юллыҡ ябай ғына шиғырҙар бик кәрәк булды һәм уларҙы күберәк үҙемә ижад итергә тура килде. Методик эшмә­кәрлегем дә балалар өсөн шиғыр­ҙарға иғтибар итеү кәрәклеген күрһәтте.

Әлбиттә, бер генә өлкәлә эшлә­гән булһам, хеҙмәтем күпкә уңыш­лыраҡ булыр ине тип уйлап ҡуйған саҡтарым бар. Шулай ҙа үкен­мәйем, тимәк, күңел талабым шундай булған.

Уҡытыусы булыу теләге ғаилә­беҙҙән килә, сөнки әсәйем яғынан уҡытыусылыҡ-мәғрифәтселек менән дүрт быуын бәйләнгән. Өләсәйем Рабиға Фазлетдин ҡыҙы Ғафури районының Баҡраҡ ауылынан. Фазлетдин олатайым шул ауылда танылған хәлфә булған. Мәжит Ғафури тураһындағы иҫтәлектәрҙә: “М. Ғафури Фазлетдин хәлфәнән фарсы теле буйынса һабаҡтар алған”, – тип яҙылған. Был тап олатайым тураһында. Ул ғәрәп, фарсы һәм башҡа телдәрҙе бик яҡшы белгән, әммә сәйәси золом ваҡытында балаларына ел-ямғыр тейҙермәҫ өсөн бөтә титулдарынан баш тартырға тура килгән. Өләсәйемдең һигеҙ балаһының байтағы юғары белем алған, икәүһе уҡытыусы: Рәсимә апайым оҙаҡ йылдар – Сахайҙа, ә Әнүәр бабайым Иҫке Бәпестә физиканан уҡытты. Гүзәл апайым, Фәүриә һеңлем педагогия буйынса белем алды, шуға күрә беҙҙең нәҫелдә дүртенсе быуын уҡытыусылыҡ менән шөғөлләнә тип әйтергә була.

 

– Ҡайһы йәш шағирҙарҙың ижа­дын яҡын күрәһегеҙ? Яңы ғына ҡәләм тибрәтә башлау­сыларға ниндәй кәңәш-теләктәр юлларһығыҙ?

– Йәштәрҙең береһенең дә кү­ңелен ҡыймаҫ өсөн, исем-шәриф­тәрен әйтеп тормайым. Һуңғы йылдарҙа йәш шағирҙар, бигерәк тә шағирәләр күбәйҙе. Араларында бик матур яҙыусылар бар. Иң тәүге кәңәшем шул булыр: һәр бер яҙған кеше яҙыусы булып китә алмай. Әммә үҙегеҙҙең мөмкинлекте ҡарап, ижадты ташламаҫҡа кәрәк, сөнки матурлыҡты күрә белгән, донъяға шиғри күңел менән баҡҡан кеше бер ваҡытта ла яуызлыҡҡа бармай, уның күңеле һәр ваҡыт изге булып ҡала. Ундайҙар донъяны нығыраҡ ярата. Тик үҙеңә нин­дәйҙер бик юғары планка ҡуйырға, мәшһүр яҙыусы булып китермен, тип уйларға кәрәкмәй. Әгәр ҙә күңелегеҙҙә шиғриәт бар икән, уның өҫтөндә эшләргә кәрәк. Таҡмаҡта “Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ, бейей-бейей оҫтара!” тигән шикелле, яҙа-яҙа оҫтараһың, ҡәләм дә шымара. Шиғыр тыуғандағы ҙур шатлыҡ хисе йәшәүгә көс-дәрт бирә. Йәш ижадсыларҙың барыһына ижади уңыштар теләйем.

 

– Шиғыр яҙырға өйрәнеп буламы, әллә ул Хоҙай тарафынан бирелгән һәләтме?

– Һәләт кешегә тәбиғәттән бире­ләлер, тип уйлайым, сөнки махсус белемһеҙ кешеләр ҙә бик матур әҫәрҙәр ижад итә. Техник белемгә эйә булған һәм бөтөнләй башҡа өлкәлә эшләп йөрөгән кешеләр ҙә шәп яҙыусы булып китә. Тимәк, был һәләт ҡайҙандыр юғарынан биреләлер.

 

– Илһам, ғәҙәттә, төндә килә, тиҙәр...

– Эйе, илһам уйламағанда, көтмәгәндә килә. Ҡайһы берҙә “ҡылт” итеп күңелдә шиғыр тыуа, әгәр шул ваҡытта яҙып ҡуймаһаң, аҙаҡтан нимә тураһында икәне ҡабаттан хәтереңә төшмәүе лә бар. Шуға төндә тороп булһа ла, ваҡытың тығыҙыраҡ булһа ла, күңелеңә килгән юлдарҙы теркәп ҡуйырға кәрәк.

 

– 50 йылдан һуң башҡорт әҙә­биәтен нисегерәк күҙаллай­һығыҙ?

– Бик ауыр һорау. Был турала тәү сиратта яҙыусы булараҡ түгел, ә телсе һәм педагог булараҡ әйткем килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа туған телде уҡытыу, телде өйрәнеү мәсьәләләре бик ауыр тора. Хәҙер күпселек ата-әсә балаларын ят мөхиттә тәрбиәләргә тырыша. Был телебеҙҙең килә­сә­генә ҙур хәүеф тыуҙыра. Әлбиттә, 50 йылдан һуң да башҡортса яҙыу­сылар булыр, ләкин ул китаптарҙы, әҫәрҙәрҙе уҡыусы булырмы һуң тигән һорау тора. Ә уҡыусы булмаһа, ни тиклем матур әҫәрҙәр ижад ителһә лә, улар менән бер кем дә ҡыҙыҡһынмауы бар бит...

Шулай ҙа төшөнкөлөккә бире­лергә ярамай. Балаларыбыҙҙы башҡорт мөхитендә тәрбиәләүгә күберәк иғтибар биреү – төп бурысыбыҙ. Барыһы ла ата-әсәнән килә. Шиғриәттән уҡытыусылыҡҡа төшөп киттем, ләкин былар береһенән береһе айырылғыһыҙ төшөнсәләр. Телебеҙҙең киләсәге булған ваҡытта тел ғилеме лә, әҙәбиәт тә үҫәсәк.

 

– Ихлас яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт, Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы! Илһам ҡанаттарығыҙ ҡайырыл­маһын. Һәр саҡ шулай үҙегеҙҙең ижади емештәрегеҙ, лайыҡлы хеҙмәтегеҙ менән донъяны йәмләп йәшәүегеҙҙе теләйем!

- Розалия НАЗАРОВА Ҡырмыҫҡалы районы

Читайте нас