Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры Мәскәү филармонияһының Петр Ильич Чайковский концерт залындағы концерты ҙур уңыш менән тамамланды, унда республиканың академик музыкаһының төп ижади коллективы "Рәсәй оркестрҙары" абонементы сиктәрендә сығыш яһаны һәм “Рус симфоник музыкаһы шедеврҙары” тамашаһын тәҡдим итте. Донъяның иң билдәле сәхнәләренең береһендә оркестр концерттары матур йолаға әүерелә бара, шулай уҡ иң сағыу музыканттар менән хеҙмәттәшлек итеү оло мәртәбә.
Башҡортостан дәүләт оркестры Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Денис Мацуев менән бергә Мәскәү филармонияһының ағымдағы миҙгелен асты, ә кисә күренекле рәсәй пианисы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Екатерина Мечетина менән бергә сығыш яһаны.
Маэстро Дмитрий Крюков идаралығында оркестр Анатолий Лядовтың «Кикимора» симфоник картинаһын, Сергей Рахманиновтың фортепиано һәм оркестр өсөн 2-се концертын һәм Игорь Стравинскийҙың «Весна священная» балеты музыкаһын башҡара.
Концерт Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының "Бөтә Рәсәй филармония миҙгелдәре" программаһы сиктәрендә үтте.
Артур Нәзиуллин, Башҡоростандың Милли симфония оркестры генераль директоры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы:
– Республика исеменән федераль кимәлдә уңышлы сығыш яһау беҙҙең өсөн оло хөрмәт: был миҙгелдә икенсе тапҡыр Чайковский концерт залы сәхнәһендә торабыҙ. Был юлы концерт Мәскәүҙә илебеҙҙең юғары мәҙәниәтен берләштереү өсөн тәғәйенләнгән «Рәсәй оркестрҙары» абонементы сиктәрендә үтә, һәм беҙ Башҡортостандың академик мәҙәниәтен донъяның иң билдәле сәхнәләренең береһендә күрһәтеүгә бик шатбыҙ.
Екатерина Мечетина, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы:
- Бөгөн беҙҙе Рахманинов берләштерҙе, Дмитрий Крюков менән уның музыкаһын башҡарҙыҡ. Яңы музыканттар, яңы дирижёр менән осрашҡанда, был концерттың уңышлы үтеүе тураһында күп уйлайһың. Маэстро Дмитрий Крюков менән алтын урталыҡты таптыҡ.
Оркестрҙың гастролдәре Ырымбурҙа дауам итәсәк. Донъяның иң сағыу пианистарының береһе, Рәсәйҙең халыҡ артисы Денис Мацуев саҡырыуы буйынса Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры XIII Бөтә Рәсәй Академия сәнғәте фестивален асасаҡ.
Фото: Евгений Евтюхов.