Бөтә яңылыҡтар

“Беҙҙең иң яҡшы эшебеҙ”

Кино һуғыш тураһында түгел.

Бөйөк Еңеү көнө алдынан “Ярлыҡау” хәрби драмаһы Рәсәй кинотеатрҙарына киң прокатҡа сыҡты. Фильмдың продюсерҙары – Мостай Кәрим повесы буйынса “Һеңлекәш” блокбас­терын ижад иткән Тимербулат Кәримов, Михаил Курбатов һәм Дмитрий Фикс. Фильмдың сценарийын Айҙар Аҡманов яҙған.

Фильм нигеҙендә – башҡорт совет әҙәбиәте классигы Мос­тай Кәримдең шул уҡ исемдәге повесы. Сюжет үҙәгенә егерме йәшлек сержант – танкист Любомир Зухтың тарихы һалынған. Ул яҙмыш тарафынан алыҫ ауылға килтерелгән испан коммунистарының ҡыҙы – йәш Мария-Терезаға үлеп ғашиҡ була. Ҡыҙҙа ла егеткә ҡарата һөйөү хистәре тоҡана. “Отбой” командаһы яңғырағандан һуң, сержант һөйгәне менән осрашыуға йүгереп килә, хушлашыу өсөн уны ҡосаҡлай һәм алыш алдынан төп һүҙҙәрен әйтә. Әммә ул һуғыш ҡанундары буйынса иң юғары яза янаған енәйәт ҡылыуын аңламай.

“Кино һуғыш тураһында түгел, мөхәббәт, йәштәр хаҡында, шуға күрә тамашасы фильм ҡарарға килһә, ул беҙҙең кинонан күңеле тулып сығасаҡ, хатта күҙ йәшен һөртәсәк, тип уйлайым. Тамашасы күп булыр тип көтәм. Картинаның прокатсыһы – “Беҙҙең кино” (“Наше кино”) компанияһы. Киноны бөтә Рәсәй буйлап 1700 кинотеатрҙа күрһәтәсәктәр. Был – беҙҙең ҡасан да булһа башҡарған иң яҡшы эшебеҙ”, – тине “Ярлыҡау” фильмының ҡуйыусы режиссеры Айнур Асҡаров.

Фильм Белоруссияла һәм Ленинград өлкәһендә төшөрөлгән. Хәрби-тарихи ваҡиғалар барған картина 23 смена эсендә кино таҫмаһына яҙылған. Тағы ла режиссер фильм төшөрөү процесының иҫ киткес яҡшы ойошторолоуын билдәләне. Барыһы ла теүәл иҫәпләнгән. Фильм мөмкин тиклем тиҙ, шул уҡ ваҡытта һис ашыҡмай ижад ителгән.

“Ярлыҡау” повесы – күңелгә үтеп ингән иҫ киткес тарих, – ти продюсер Дмитрий Фикс, – һуғыш тураһында хәтирәләр, авторҙың тормош тәжрибәһе менән үрелеп, фажиғәле нигеҙҙә хикәйәләүгә лирик, бик нескә эмоциональ тон бирә. Автор бөтә геройҙарға ла күп һөйөү һәм шәфҡәтлелек һалған, ә беҙ тарихты тамашасы теүәл тойорлоҡ итеп һөйләнек”.

Премьера алдынан мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина почетлы наградалар тапшырҙы. “Һеңлекәш” һәм “Ярлыҡау” фильмдарын ҡуйыусы рәссам, Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы Вячеслав Видановҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы” тигән маҡтаулы исем бирелде. “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә иһә ике фильмдың продюсерҙарының береһе Михаил Курбатов лайыҡ булды. Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры, яҙыусының ҡыҙы Әлфиә Кәримоваға тапшырылды.

– “Ярлыҡау” фильмы бик заманса, – тине Әлфиә Мостай ҡыҙы. – Беҙ сценарийҙың нисек ҡоролғанын, деталдәренең нисек үҙгәргәнен күрҙек. Әгәр повеста поэтик финал булһа, фильмда анығыраҡ мәлдәр барлыҡҡа килә. Тәүге сығанаҡ менән сағыштырғанда, кинола күп күренештәр үҙгәрә, бында Мостай Кәримдең ижадына бик һаҡсыл ҡаранылар.


Рүзилә ИҪӘНБАЕВА

Читайте нас