Бөтә яңылыҡтар

Донъяға балалар күҙлегенән бағыу – саф күңеллелек билдәһе

Шағирәгә хөрмәт йөҙөнән.

Шағирә, “Аҡбуҙат” журналының яуаплы секретары Миңлегөл Тайсинаның тыуған төйәгендә – Ғафури районының Ҡауарҙы ауылында ижад кисәһе булды. Сарала Миңлегөл Мәүлимбирҙе ҡыҙы һәм “Аҡбуҙат” балалар журналы хеҙмәткәрҙәре Ҡауарҙы дөйөм урта белем биреү мәктәбе уҡыусылары, “Йәншишмә” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, ауыл халҡы менән осрашты. 

Осрашыу Миңлегөл Тайсина тамамлаған урта мәктәптә барҙы. Төрлө йәштәге мәктәп уҡыусылары, ауылдаштары – кесеһе лә, олоһо ла яҡташтарын күрергә йыйылған. Уларҙың барыһын да белем усағының директоры Фәймә Зөлҡәрнәева тәбрикләп, Миңлегөл Мәүлимбирҙе ҡыҙының кесе ватанына тоғро ҡалыуын, бүтән ергә китмәй, мәктәпте тыуған ауылында тамамлауын билдәләне.

Балалар яҡташ шағирәләре Миңлегөл Тайсина һәм уның хеҙмәттәштәре менән осрашыуҙа йырлы-моңло, шиғри күстәнәс­тәренән ауыҙ иттерҙеләр: апайлы-һеңлеле Азалия менән Розалия Аҙнағоловалар, Юлай Ниғмәтуллин йырлап ишеттерҙе, "Йәншиш­мә" балалар баҡсаһынан кескәйҙәр Миң­легөл Тайсинаның шиғырҙарын яттан һөй­ләне, нурлы бала саҡ тураһында йырланы. Бүтәндәр ҙә йырҙы күтәреп алды. Бер төркөм мәктәп уҡыусылары ла Миңлегөл Мәү­лимбирҙе ҡыҙының ижадынан шиғри гөлләмә әҙерләгән. Әйткәндәй, балаларҙың Миңлегөл Тайсинаның ижадынан иң яратып ятлаған шиғырҙары “Ел-малай” икән. Елдең малай сүрәтендә һынландырылыуы, ә ҡояштың уның апаһы йөҙөндә “ҡолағынан бороуы” кескәйҙәрҙе битараф ҡалдырмаған, ахыры. Был шиғырҙы балалар баҡсаһына йөрөгәндәр ҙә, башланғыс кластарҙа уҡығандар ҙа ихлас һөйләй. V класс ҡыҙҙары хәҙерге заман көйҙәренә дәртле итеп бейеп күрһәтте.

– Һәр кем күңелендә яҡын, изге төшөнсәләрҙе һаҡлап йөрөтә. Улар, әлбиттә, тыуған ер, ата-әсә, туғандар. Тыуған яғымды яратам, бында һеҙҙең менән осрашыуға ашҡынып ҡайттым, – тине Миңлегөл Тайсина, яҡындарын, ауылдаштарын, яҡташ­тарын тәбрикләп. Ул шулай уҡ барыһы өсөн дә ата-әсәһенә, уҡытыусыларына рәхмәт белдерҙе, шиғырҙарын уҡыны.

– Осрашыуға йыйылыуыбыҙҙың тағы ла бер матур сәбәбе – "Ҡыуаныс" тигән китабымдың исем туйы, – тине Миңлегөл Мәүлимбирҙе ҡыҙы.

Әҙибәнең балалар өсөн шиғырҙарын туплаған китабының ике телдә булыуы ла, сағыу һүрәттәре лә үҙенсәлекле. Унда Миңлегөл Тайсина тыуған ер, әсәй, атай, өләсәй, олатайға ҡарата йылы һөйөү тойғоларын да, тәбиғәт күренештәрен, йәнлектәр донъяһын да кескәй уҡыусыға аңлайышлы бай шиғри телдә еткерә алған.

Шағирә, "Атайсал" проектына ҡушылып, туған мәктәбен, йәнә лә Юлыҡ ауылындағы белем усағын, Красноусол башҡорт гимна­зияһын, балалар баҡсаларын "Аҡбуҙат" журналына яҙҙырған. “Атайсал” проекты быйыл тормошҡа ашырылып, төрлө әҙәбиәт, йәмәғәт эшмәкәрҙәренең генә түгел, теләгән һәр кемдең дә кесе Ватаны өсөн ҡылған файҙалы ғәмәлдәрен туплай.

Миңлегөл Тайсина тыуған ауылы Ҡауарҙыға Өфө ҡунаҡтарын: "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллинаны, бүлек мөхәррирҙәре Миләүшә Ғәйфуллина, Айгөл Ғәбитованы ла алып ҡайтты, уларҙың һәр береһе әҙибәгә ҡарата йылы һүҙҙәрен еткерҙе.

"Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина Миңлегөл Тайсинаның яуаплы, егәрле хеҙмәткәр булыуын билдәләне. Уның һүҙҙәрен башҡа хеҙмәт­тәштәре лә йөпләне.

– Миңә ҡалһа, бөгөн балалар өсөн Миңлегөл Тайсинанан да оҫтараҡ хикәйә яҙған ижадсылар юҡтыр. Уның ҡыҫҡа, уймаҡ ҡына хикәйәләренең һәр һөйләме тос, һәр береһендә әһәмиәтле фекер тупланған, – тине Лариса Хашим ҡыҙы.

Лариса Абдуллина, балалар журналының баш мөхәррире булараҡ, һәр ерҙә кескәйҙәр менән уртаҡ тел таба. Был осрашыуҙа ла шулай булды, уның сығышы балалар менән йәнле әңгәмәгә әүерелде.

– Кешене ерҙә ныҡлы тотоп торған дүрт таяу бар – туған тел; тыуған ер тарихын, халҡыбыҙҙың батырҙарын белеү; шәжәрә ағасының ете быуыны һәм унан да күберәк быуындар хаҡында хәбәрҙар булыу һәм дин, – тине ул һәм балаларҙың ошо төшөнсә­ләргә ҡарата белемдәрен тикшереп ҡараны. Ҡауарҙы ауылы балалары ниндәй башҡорт батырҙарын белеүе, шәжәрәләре хаҡында бәйән итте, белгән сүрәләрен дә яттан һөйләне.

Әйткәндәй, изге Рамаҙан айында ҡайһы бер мәктәп уҡыусылары педагогтары менән бергә ураҙа ла тотҡан икән. Балалар бер-береһен ҡеүәтләп торған, ифтарҙарға бергә йөрөгән.

Осрашыуға йыйылған ағинәйҙәр араһын­да Гөлсирә исемле апай ҙа бар ине. Уның улы Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнаша икән. Лариса Хашим ҡыҙы уға хөр­мәт йөҙөнән ҡулынан беләҙеген сисеп бүләк итте, яугирҙең имен-аман йөрөүен, сабыр­лыҡ теләне.

Барыһы ла бала саҡтан башлана. Үрҙә телгә алған изге төшөнсәләргә һөйөү, ҡыҙыҡ­һыныу, ихтирам хисе тәрбиәләүсе лә, оло донъяға ишек асыусы ла – ул уҡытыусы. Миңлегөл Тайсинаның үҙ тормошон әҙәбиәт менән бәйләүендә уны башҡорт теле һәм әҙә­биәтенән уҡытҡан Әнисә Ғәлиәскәр ҡыҙы Хәмзинаның да хеҙмәт өлөшө бар. Ул да уҡыусыһын тәбрикләп һүҙ тотто, йылы теләктәрен еткерҙе.

Миңлегөл Мәүлимбирҙе ҡыҙының әсәһе Миңзәлә апай ҡыҙының бала сағын һөйләне:

– Ғаиләлә икенсе бала булһа ла, иң өлкәндәй барыһын да ҡарап, хәстәрләп йөрөнө, – тине ул.

Миңлегөл Тайсина ошо ауылда 1977 йылда уҡытыусылар ғаиләһендә донъяға килә. Бәләкәйҙән әҙәбиәткә, шиғриәткә ғашиҡ булып үҫә. Шулай ҙа мәктәпте тамамлағас, атаһының юлын һайларға ҡарар итә, физик-математик һөнәренә өҫтөнлөк бирә, әммә яҙмыш башҡаса хәл итә: шиғриәт конкурсында еңгән ҡыҙға Ғафури районына осрашыуға килгән бер төркөм әҙәбиәтсе филология факультетын һайларға кәңәш бирә. Шул осорҙа теүәл фәндәр буйынса белем алған булһа, башҡорт әҙәбиәте шәп, һәләтле балалар яҙыусыһынан мәхрүм ҡалыр ине.

Балалар кисәнең аҙағында ҡунаҡтарға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе, сараны музыкаль яҡтан биҙәгән Юлай Аҙнағолов "Кейек ҡаҙ юлдары" йырын уғата моңло итеп башҡарҙы.

Ҡыуаныс уртаҡлашҡандан арта ғына, ә уны тыуған ереңдә яҡындарыңа, яҡташ­тарыңа еткереү – икеләтә бәхет. Ҡауар­ҙылағы йылы осрашыу Миңлегөл Тайсинаға ғына түгел, унда ҡатнашҡан һәр кемгә илһам ҡанаттары өҫтәгәндер.

– Ошо күркәм сараны ойошторған мәктәп етәкселегенә, хеҙмәткәрҙәренә, балаларҙы сығыш яһарға әҙерләгән барлыҡ уҡытыусыларға, үҙемдең педагогтарыма, хөрмәтле ағинәйҙәргә, әүҙем әсәй Луиза Исмәғилеваға, талантлы уҡыусыларға, "Йәншишмә" балалар баҡсаһы етәкселегенә, тәрбиәселәргә, тырышып шиғырҙар ятлап килгән бәләкәстәргә, йыр-моңо менән байрамды биҙәгән Юлай Аҙнағоловҡа һәм ошо сарала ҡатнашҡан һәр кемгә оло рәхмәтемде еткерәм. Иҫәнлектә-һаулыҡта, бәрәкәтле имен тормошта тағы ла осрашырға, йылы һәм ихлас аралашыуҙар менән күңелдәрҙе байытырға яҙһын! – тине Миңлегөл Тайсина.

Балалар өсөн әҫәрҙәр ижад итеү, бәлки, кемгәлер еңел һымаҡ тойолалыр. Был осраҡта, улар хаталана: киреһенсә, ололар өсөн етди әйберҙәр яҙыуға ҡарағанда, кескәй уҡыусыға ярау бик ауыр бит ул. Быны ошо өлкәлә хеҙмәт иткәндәр бик яҡшы аңлай. Үҙең ҙурайһаң да, донъяға гел бала күҙлегенән бағыу күңелдең саф, изге ҡалыуы хаҡында һөйләй. Миңлегөл Тайсина ошондай асылға эйә булыуын үҙенең ҡыҙыҡлы, сағыу ижады менән дәлилләй.

Айгөл ЙӘМИЛЕВА

Читайте нас